НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡағыҙ булһа, гәзит тә буласаҡ

Ҡағыҙ булһа, гәзит тә буласаҡ


Ҡағыҙ булһа, гәзит тә буласаҡЙәмәғәт, беләһегеҙ, әле гәзит-журналға киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыу бара. Редакцияларҙа, көндәлек эш менән бергә, ошо осор һөҙөмтәләре өсөн “ауырыу”ҙар ҙа башлана. Эшенә мөкиббән киткән журналист тираж өсөн янмай-көймәй торамы ни?! Үҙебеҙҙең милли баҫмаларҙы уҡығанда гел нисә дана менән сыҡҡанына иғтибар итәм. Күңелгә ҡыйын – ай һайын һандар кәмей кеүек (хәйер, рус телендәге баҫмалар менән дә шул уҡ хәл). Бының сәбәптәре лә билдәле һымаҡ. Әммә, бөтә мәғлүмәт сығанағынан электрон төрҙөң генә киләсәге бар, тигәнгә ышанғы килмәй ҙә инде. Йәнәһе, радио-телевидение, интернет аша алынған хәбәрҙәр ҙә етә. Шулай ҙа ҡағыҙ гәзит менән журнал хаҡында ла онотмағыҙ әле, халыҡ! Беҙ бар, буласаҡбыҙ…

Күгәрсен районы үҙәгенә лә матбуғат хеҙмәткәрҙәренән торған десант килеп төштө. Йәғни үҙебеҙ – “Йәшлек”, “Шоң­ҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Йәншишмә”, “Киске Өфө”, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” баҫмалары етәкселәре, журналистары. Шул иҫәптә яҙыусы-шағирҙар Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Гөлназ Ҡотоева, Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар бар.
Яҡташтарым был осрашыуға бик ҙур әһәмиәт биргән: район мәҙәниәт йортона ауылдарҙан килгәндәр, фойела күргәҙмә ойошторолған, ошонда уҡ почта бүлексәһенән вәкилдәр матбуғатҡа яҙҙырып ултыра. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвира Фәйрушина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Күгәрсен районы бүлексәһе рәйесе Гөлфиә Искәндәрова, уның урынбаҫары, беҙҙең авторыбыҙ Айгөл Айытҡолова (Арыҫ­ланбәкова), ысынлап та, был сараны Матбуғат байрамы итеп үткәреүгә көс һалған. Күгәрсендәрҙең хатта “Почтальон бейеүе” лә бар икән! “Бесәнсе” фольклор ансамбленең “золотой матбуғат”, “золотой туған телем” тип таҡмаҡ әйтеүе лә күңелгә май булып яғылды.
Осрашыу ваҡытында сәхнәнән бик күп фекер әйтелде, өгөт тә, кәңәш тә, сәмләндереү ҙә, рәхмәт тә, кинәйә менән әр һүҙҙәре лә яңғыраны. Ҡыҫҡаһы, “Өфө десанты” халыҡ күңеленә ойотҡо һалыр өсөн (әлбиттә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу йәһәтенән) бар оҫталығын һалды.
Айырып әйтәм, беҙҙең “Йәшлек”те яҡташтарым яратып уҡый. Яҙылыу күрһәткестәре иларлыҡ түгел. Гәзитте алдырған һәр береһенә рәхмәт һүҙҙәре барып етһен. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Бер-беребеҙгә иң ҡуйып йәшәһәк, әллә ниндәй уңыштарға ирешербеҙ, бейек үрҙәр яуларбыҙ кеүек. Тик бергә булғанда ғына был еңел булмаған тормошта алға барасаҡбыҙ.
Хатта һуғыш ваҡытында беҙҙең кавалерия дивизияһының “Ҡыҙыл атлылар” гәзите сыҡҡан. Ҡанлы бәрелештәр шарттарында! Ойошторғандар, тиерһегеҙ. Бөгөн дә бөтөнләй үк ҡул һелтәмәгәндәр әле...
Ауылда йәшәүсе өлкән быуын кешеһенең оҙон ғүмерле булыуын теләйбеҙ. Беҙҙе башлыса шулар алдыра. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле пенсионерҙар! Уларҙың балалары ла уҡый, уларҙан күреп, ейән-ейәнсәрҙәре лә. Шундай өмөттәбеҙ.
Тағы бер нәмәне әйтке килә: бынан 100 йыллап элек, олатай-ҡартатайҙар йәш саҡта, милли матбуғат барлыҡҡа килеп, күңелдәр күтәрелеп, рухи үҫеш кисереп йөрөгән бер мәл булған. Унан һуң беҙҙең атай-әсәйҙәр быуыны гәзит-журналдарыбыҙҙың тиражын 100-әр меңдәргә еткереп, әһәмиәтен, баһаһын күтәргән. Бөгөнгө өп-өр яңы заман кешеләре баҫмаларыбыҙҙың яҙмышын нисегерәк яҙа? 100 мең тарихта ҡалды, хәҙер 40 – 50 мең, һис юғы 20 мең дана менән баҫылһа ла, түбәбеҙ күккә тейер ине. Мин үҙебеҙҙең “Йәшлек” миҫалынан сығып әйтәм. 2017 йыл башында халыҡҡа 10 меңдән ашыуыраҡ дана таралды. Бөгөн, ҡағыҙ заманы артта ҡалды, хәҙер яңыса йәшәйбеҙ, тип баҫмаларҙы өркөткән бер мәлдә, дуҫтарыбыҙ, йәғни беҙҙе яҙҙырып уҡыусылар һаны 10 меңдән дә артып китһә, шатлыҡтан һуштан яҙһаҡ та үкенмәҫлек булыр ине. Әйткәндәй, беҙҙән 50 – 100 йылға алда барған үҫешкән дәүләттәрҙә ҡағыҙ гәзит-журнал бер ҙә юҡҡа сыҡмағансы. Һеҙҙең ярҙам менән тағы ла бер быуаттай гөрләп йәшәргә ине иҫәп. Булдырабыҙмы, милләттәштәр? Күгәрсен районы быға өлөш индерергә ҡуш ҡуллап ризалығын белдерҙе. Тағы кемдәр ҡушыла?

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Өфө – Мораҡ – Өфө.

Сығыу ваҡыты 3-12-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 146
|
  • “Ҙур рәхмәт һеҙгә!”
  • Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә
  • “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!
  • Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!
  • Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM