НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бүләктәр - бер йөк

Бүләктәр - бер йөк


Бүләктәр - бер йөк
Матбуғатҡа яҙылыу ваҡыты тағы ла килеп етте. Яратҡан гәзит-журналдарға 2017 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу менән бер рәттән, хәҙер инде матур йолаға әүерелгән бүләктәр оттороу был юлы ла ойошторола. “Йәшлек”тең дуҫтарынан байтағы төрлө бүләктәрҙе алып ҡыуанғаны булды. Шундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.

Бүләк эйәһе булыу шарттары әүәлгесә ябай. “Аҙна һайын – бүләк!” тигән отош конкурсында ҡатнашыу өсөн “Йәшлек”кә һәм үҙ районығыҙ йә ҡалағыҙ гәзитенә яҙылырға ла, күсермәһен беҙҙең редакцияға ебәрергә һәм һөҙөмтәләрен көтөргә. Йәнә лә шундай уҡ күсермәне Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йортҡа – “Республика Башкор­тостан” нәшриәт йортоноң подписка бүлегенә юллағыҙ. Приз отоусылар киләһе йылдың февралендә билдәләнәсәк.
“Бәхетле авто” тигән конкурста ҡатнашыу өсөн район йә ҡала гәзитенә яҙылыу ҙа етә. Бының өсөн редакцияға килергә кәрәк – һеҙгә автомобилегеҙгә йәбештерергә махсус наклейка бирәсәктәр. Аҙаҡтан редакция приз уйнатыу көнөн хәбәр итһә, шул наклейкалы машинағыҙ менән килеүегеҙ һорала.
Һәм тағы ла. Яратҡан баҫмағыҙ редакцияһына теге йәки был гәзит-журнал һеҙҙең тормошҡа ниндәй яҡшы йоғонто яһауын һүрәтләгән ҡыҙыҡлы тарих яҙмаһын ебәрегеҙ. Редакция һайлаған иң шәп 10 яҙма араһына эләкһәгеҙ, һеҙгә “Респуб­лика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән финалда ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Бына шулай, дуҫтар, бүләктәр етерлек. Ә уларҙы отмаған хәлдә лә отолмаясаҡһығыҙ – ҡулда бит ярат­ҡан баҫмағыҙ була.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


“Йәншишмә”һеҙ – донъя йәмһеҙ!


Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡасандыр “Йәш төҙөүсе”, “Башҡортостан пионеры” ине, ә хәҙер – “Йәншишмә” исеме менән донъя күргән баҫма. Исеме үҙгәрһә лә, гәзит һаман Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре өсөн. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың дуҫы, кәңәшсеһе, серҙәше ул. Күптәр өсөн ижад майҙаны ла. “Был донъяла ни­ҙәр бар?”, “Сә­йәсәткә сәйәхәт”, “Ил­һам”, “Тәрбиә мәктәбе”, “Төнгө урам”, “Һеҙ табынған йондоҙҙар”, “Ғаилә усағы”, “Былар ҡыҙыҡлы”, “Фән серҙәре”, “Ижади түңәрәктәрҙә”, “Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы”, “Тәбиғәт бите”, “Минең бәләкәй бизнесым”, “Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар”... Бына ошондай үҙенсәлекле рубрикаларыбыҙ бар.
2017 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Әйҙәгеҙ, киләһе йылда ла бергәләп уҡыйыҡ “Йәншишмә”не! Әйткәндәй, гәзиткә яҙылғандар “Йәншиш­мә”-лото” уйынында ҡатнаша ала. Бәхет йылмайһа, гәзитле лә, бүләкле лә булырһың. Бының өсөн 1-ҙән 5-кә тиклемге һандарҙы үҙең теләгән тәртиптә яҙып, редакцияға ебәреү ҙә етә. Мәҫәлән, 2,3,5,4,1.
“Йәншишмә”гә – синыф менән!” акцияһын да башлайбыҙ. Унда ҡатнашыусыларҙы ла иҫтәлекле бүләктәр көтә.
15 сентябргә тиклем киләһе йылдың ярты йыллығына элекке хаҡ менән, йәғни 457 һум 26 тингә алдан яҙылырға була. Унан һуң инде хаҡтар бер аҙ артасаҡ. Шулай уҡ был көндән башлап 2017 йылға тулыһынса яҙылыу мөмкинлеге лә бар.

Яҙыл, уҡы, булма ғәмһеҙ,
“Йәншишмә”һеҙ –
донъя йәмһеҙ!
Индексыбыҙ – 50605.

Сығыу ваҡыты 14-09-2016, 13:04 | Ҡаранылар: 638
|
  • Ун көнлөктә «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • "Йәншишмә"һеҙ донъя йәмһеҙ
  • Һеҙҙең һөйөү балаларығыҙға ла “йоҡһон”
  • «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарына ғына
  • Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM