НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса Указға ҡул ҡуйылды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 15-09-2017, 09:04


Дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса Указға ҡул ҡуйылдыБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов БР дәүләт телдәрен һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереү буйынса Указға ҡул ҡуйҙы.

...

Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
Яңылыҡтар таҫмаһы // 12-09-2017, 11:37


Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы. Видеояҙмала Белорет-Абҙаҡ юлында ҡар яуыуын күрергә мөмкин. Ә синоптиктар әбейҙәр сыуағы буласаҡ тип вәғәҙәләй. Иртәнән һуңдан, 14 сентябрҙан алып, республикаға йылы киләсәк. һауа температураһының +19, +24-кә тиклем күтәрелеүе көтөлә. Төньяҡ райондарҙа ямғыр һибәләйәсәк.

Киләһе аҙнала тағын һыуытасаҡ.

Видеояҙманы "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдә ҡарағыҙ....

«Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 8-09-2017, 12:24


«Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?Дүшәмбелә, 11 сентябрҙә, Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында «Йәшлек» гәзитенең сканворд бәйгеһе еңеүсеһе билдәләнәсәк.
Бәлки, Әлшәй районы фермеры Мөнир Шәймөхәмәтов инселәгән һарыҡ тап һиңә эләгер?...

Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-09-2017, 14:28


Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?Башҡортостан юлдарын яҡшы беләгеҙме? Швейцария, Германия йәки Франция трассалары менән бутамайығыҙмы? Әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ. "Башинформ" агентлығы әҙерләгән тестҡа яуап биреп ҡарағыҙ.
Һылтанма буйынса үтегеҙ:
http://www.bashinform.ru/test/roads_of_bashkortostan.php

Һүрәттә: Бөрйәнгә илткән юл...

Радик Юлъяҡшин - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 6-09-2017, 16:00


Радик Юлъяҡшин - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Йырсыға юғары награданы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
"Ижадымды күрә белгәстәр рәхмәт! Әле барыһы ла алда әле", - тип белдерҙе Радик тантана мәлендә.
Йырсыға артабан да уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ!...

Шылтыратығыҙ! Һорауҙар бирегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 6-09-2017, 15:48


Шылтыратығыҙ! Һорауҙар бирегеҙ!БР Мәғариф министрлығы туған телде уҡыу-уҡытыу һорауҙары буйынса "ҡыҙыу линия" ойошторҙо. Ошо телефондарға шылтыратығыҙ: (347) 218-03-52, 218-03-53....

Ҡорбан байрамы менән!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 1-09-2017, 07:30


Ҡорбан байрамы менән!
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикабыҙ мосолмандарын исламдың иң абруйлы байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы. Уның ҡотлауында:
«Изге урындарға хаж ҡылыу тамамланыуын белдергән байрамдың мәғәнәһе ҙур – ул тыныслыҡты, ниәттәрҙең саф булыуын, яҡындарҙы хәстәрләүҙе символлаштыра, яҡшы эштәр һәм рухи камиллыҡ осоро булып тора.
Республиканың күп кешеһе хажға, мәсеттәргә бара, туғандарының һаулығы һәм бәхете, Ватандың сәскә атыуы һәм именлеге өсөн доға ҡыла.
Беҙҙең республикала конфессия-ара тыныслыҡ һәм йәмғиәттә килешеп йәшәү һаҡлана. Быға мосолман өммәтенең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүҙә, хәйриәлеккә, мәҙәни-мәғрифәт проекттарына ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашыуы булышлыҡ итә.
Был байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт килтерһен, Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ изге теләктәремде еткерәм!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!» – тиелә.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ....

Мосолман донъяһы 1 сентябрҙә (зөлхизә айының 10-сы көнөндә) Ҡорбан байрамын билдәләй
Яңылыҡтар таҫмаһы // 1-09-2017, 05:30


Мосолман донъяһы 1  сентябрҙә (зөлхизә айының 10-сы көнөндә)  Ҡорбан байрамын билдәләй
Изге ниәт менән салынасаҡ ҡорбандарыбыҙҙың әжер-сауаптарын алырға яҙһын!...

Мәскәүҙә - Мостай Кәрим исемендәге урам
Яңылыҡтар таҫмаһы // 31-08-2017, 10:00


Мәскәүҙә - Мостай Кәрим исемендәге урам
Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк. Ул Көньяҡ административ округының Зябликов биҫтәһендә, Шипиловская урамы һәм Орехов бульвары араһында урынлашҡан, оҙонлоғо 950 метр.
Әҙип заманында СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Яҙыусылар союзында эшләп, Мәскәүҙә оҙаҡ ваҡыт йәшәгән булған.
Мостай Кәрим исемендәге урамда 945-се һәм 871-се мәктәп, 1569-сы гимназияның өсөнсө уҡыу корпусы, 214-се поликлиника һәм күп фатирлы йорттар урынлашҡан. Яҡында ғына Муса Жәлил исемендәге урам һәм Мәскәү Метрополитенының Люблинск-Дмитровск линияһындағы Шипиловская станцияһы урынлашҡан.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM