НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тырыштар уңышҡа өлгәште

Тырыштар уңышҡа өлгәште


Тырыштар уңышҡа өлгәште
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына лайыҡ булыусыларҙы ҡотлайбыҙ!

Үткән аҙнала Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар ярышына йомғаҡ яһаныҡ һәм бәйге шарты буйынса еңеүселәрҙе Һуңғы ҡыңғырау байрамына барып ҡотланыҡ.
I – III премияларҙы алыусылар республиканың төрлө төбәгендә йәшәһә лә, 24 – 25 майҙа үткән тантаналарҙа уларҙы ҡотлай алдыҡ. Шулай итеп, күмәкләшеп бик матур һәм сауаплы эште башҡарҙыҡ. Еңеүселәр быйыл күберәк булды: I премияны – бер, икенсене – өс, өсөнсөнө дүрт кешегә бирергә ҡарар иттек.

1) Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе премияға лайыҡ булыусы Алһыу Абсалиҡоваға «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков шөһрәтнамәне үҙе тапшырҙы.
Алһыу Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында донъяға килгән. 6-сы кластан алып Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында белем ала. Күҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлөп торған ҡыҙ гимназияның «Йәйғор» гәзитенә яҙышырға, бейеү менән шөғөлләнергә, волейбол түңәрәгенә йөрөргә өлгөрә. Һәм барлыҡ яратҡан шөғөлдәре буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. «Был ҡыҙҙың йөҙө таныш бит», – тип уйлар күптәр. Эйе, Алһыуҙы «зәңгәр экран»дан да йыш күрәбеҙ. Сөнки ул – Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы «Портрет» тапшырыуында геройҙарҙың һүрәтен төшөрөүсе һәләтле балаларҙың береһе.
Уңған, тырыш Абсалиҡовтарҙың күп балалы ғаиләһе күптәргә өлгө булып тора. Юҡҡамы ни ҡыҙ үҙенең иншаһында ғаилә темаһын, лайыҡлы итеп бала тәрбиәләү мәсьәләһен күтәрә. Гөлнара һәм Айҙар Абсалиҡовтар – ирле-ҡатынлы педагогтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Алһыуҙың апаһы Диана – Башҡорт дәүләт педагогия университеты магистры, ә ҡустыһы Нияз – мәктәп уҡыусыһы. Еңеүсебеҙ үҙе иһә киләсәктә дизайнер йәки журналист һөнәрен һайларға иҫәп тота. Һис шикһеҙ, булдыҡлы, юғары маҡсаттар ҡуйып, киләсәккә оло өмөт бағлап йәшәгән ҡыҙ тураһында яҙырға тағы ла әмәл тыуыр әле. Ә бөгөн уны берҙәм дәүләт имтихандары, юғары уҡыу йорто һынауҙары көтә. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, Алһыу!

2) 24 майҙа ҡара таңда Булаттың атаһы Әмир Миһ­ран улы менән Урал аръяғына юлға сыҡтыҡ. Өфөнән Бай­маҡ районының Өмөтбай ауылына өс сәғәттә (!) үҙенсәлекле рекорд ҡуйып барып еттек.
Бында өс уҡыусы конкурста еңеү яуланы. Гөлназ Ҡотлогилдина менән Яҙгөл Ғәлимйәнова өсөнсө премияны алды, Гөлсөм Мәжитова иһә “Халҡым киләсәге” номинацияһына лайыҡ булды. Ҡыҙҙар былтыр ҙа конкурста ҡатнашҡайны, быйыл иһә тәүгеләрҙән булып яҙмаларын редакцияға ебәрҙе. Уларҙың әүҙем булыуында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Вәкил ҡыҙы Садиҡованың тырышлығы ҙур.
Ваҡыт тығыҙ булһа ла (Өмөтбайҙа тантана иртәнге сәғәт 10-да башланды, ә сәғәт 11-ҙә беҙҙе асҡарҙар көтә ине), билдәле тарихсы Айҙар Мәжитов "Мираҫ" музейы менән таныштырырға ла өлгөрҙө.

3) Сәғәт 11-ҙә беҙ Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында инек. Бында беренсе премияны яулаусы Лиана Сафиуллина менән Динара Шәмсетдинованы (өсөнсө премия) ҡотланыҡ. Номинанттар Иҙел Хәкимов менән Салауат Баймырҙин, уҡытыусылар Фәниә Кайниева, Айгөл Шәрәфетдинова, Римма Баймырҙина Шөһрәт­намә, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Был көндө Әбйәлил районы хакимиәте вәкиле Ринат Аҡсурин Буранғол мәктәбе уҡыусыһы, “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңгән Илнара Абдрахмановаға бүләген тапшырҙы.

4) Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжында икенсе урын яулаусы Ғәзинур Иҫәнаманов менән осрашыр­ға тейеш инек. Колледждың ишеге төбөндә үк башҡорт теле уҡытыу­сыһы Әлфиә Иҫәнғолова ҡаршыланы. Лауреат үҙе дәрестә ине. Ғәзинурҙы курсташтары алдында ҡотланыҡ. Егет конкурста 3-сө йыл рәттән ҡатнаша. Ул колледж эсендә, республика һәм Рәсәй күләмендә үткән конкурстарҙан һәм олимпиадаларҙан бер ҙә ситтә ҡалмаған, уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәгән замандашыбыҙ булып сыҡты. Быйылғы уҡыу йылында алған грамоталарын һанағанда ғына ла, һоҡланыуға лайыҡ: “Мастер-Renga 2017 – 2018” халыҡ-ара конкурсының “Студент шедеврҙары оҫтаһы” номинацияһында – беренсе, “Архитектура идеялары” номинацияһында – икенсе урын, XIV халыҡ-ара фән нигеҙҙәре буйынса олимпиадала химия һәм информатиканан – беренсе, ОБЖ-нан – икенсе урын.
Ғәзинурҙың: “Белем алып, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға, халҡыбыҙға хеҙмәт итергә”, – тигән хыялының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

5) Өсөнсө урын алыусы лауреат Мөхәмәтүмәр Яҡшыев уҡыған мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау байрамына эләктек. Быйыл 11-сене 13 уҡыусы тамамлай. Мәләүез районының Нөгөш ауылы мәктәбе директоры Гүзәл Ғәббәсова әйтеүенсә, балалар юғары уҡыу йорттарына инергә тырышып тора, төрлө ҡалалағы вуздарҙы һайлай. Берәү ҙә һөнәрһеҙ ҡалғаны юҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында мәктәптең музейын да күрһәттеләр. Унда дәрестәр ҙә даими үтә икән.
Мөхәмәтүмәрҙе ҡотлау ғына түгел, ә уның әсәһе – ошо уҡ мәктәптең интернатында тәрбиәсе булып эшләүсе Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы һәм әле Стәрлетамаҡта юғары белем алып йөрөүсе апаһы Нурсилә менән дә таныштыҡ. Әйткәндәй, өс йыл элек Нурсилә һылыу беҙҙең конкурста ҡатнашҡан икән. Мөхәмәтүмәр китап уҡырға ярата, спорт менән шөғөлләнә, бәләкәй­ҙән төрлө конкурс, олимпиадала ҡатнаша. Хатта БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһын да алған. Яҡшыевтарҙы һәр кем маҡтап телгә алды. Иманлы, рухлы ғаилә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Дамир ҡыҙы Яманһаринаның да үҙ эшен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарыуын тойҙоҡ. Ҡыҫҡаһы, Нөгөш мәктәбендә рухлы етәксе, рухлы уҡытыусылар, рухлы ата-әсә, рухлы балалар күрҙек.

6) Ә 25 майҙа Белорет ра­йонына юлландыҡ. Маҡ­сатыбыҙ – Өфөнән Урал аръяғына илткән юл ситендә урынлашҡан Шығай ауылына барып етеү.
Матур өйҙәре, төҙөк юлдары, иҫ киткес тәбиғәте булған Шығайҙа 2003 йылда “Өлкәр” исемле мәҙәниәт йорто һалынған. Мәктәпте тамамлаусы 14 уҡыусыны тәбрикләү тантанаһы тап шунда үтте. Конкурста икенсе премия алыусы Нурия Мөхәмәтйәрова 11-селәр сафында ине.
Нурия – бик уникаль, “вапще маладис” ҡыҙ булып сыҡты! Мәктәп директоры тапшырған төрлө кимәлдәге диплом-грамоталарҙың күпселеген ул алды. Беҙҙең конкурста ла быға тиклем номинант булғайны.
Сәхнә түрендә шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаеваға гәзитебеҙ исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙыҡ. Аҙаҡтан Әмир Миһран улы, еңеүсене һәм шығайҙарҙы тәбрикләп, ҡурайҙа “Ҡаһым түрә”не башҡарҙы.

Тырыштар уңышҡа өлгәште
Тырыштар уңышҡа өлгәште
Тырыштар уңышҡа өлгәште
Тырыштар уңышҡа өлгәште
Тырыштар уңышҡа өлгәште
Тырыштар уңышҡа өлгәште

Сығыу ваҡыты 5-06-2018, 15:04 | Ҡаранылар: 294
|
  • Йомғаҡ яһалды. Алда – бүләкләү!
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM