НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Нәзифә АҠҠУЖИНА


Нәзифә АҠҠУЖИНА
Ҡуйы урмандарға, сылтырап аҡҡан йылғаларға, данлыҡлы ҡурайсы-йырсыларға бай төбәктә – йәмле Йылайыр районында тыуып үҫкәнмен. Йомағужа ауылы ҡыҙымын, 1998 йылдың 12 февралендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
Балалар баҡсаһынан уҡ сәхнә тәмен татып үҫтем. Бейеүгә, ижад итеүгә, һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышыуға әүәҫмен. Тәпәй баҫҡандан алып тыуған еремә, илемә, тәбиғәтенә, хуш еҫле еләктәренә, татлы емештәренә ғашиҡмын. Шуға күрә лә буласаҡ һөнәремде тәбиғәтте һаҡлаусы итеп һайланым. Тәбиғәткә ошондай ҙур мөхәббәт уятыусы изге кешеләрем – атай-әсәйемә ҙур рәхмәт, сөнки улар мине тәбиғәт балаһы итте.
Әлеге көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 3-сө курста белем алам. Аллаға шөкөр, алға ҡуйған маҡсаттарыма бар көсөмдө һалып ирешеп йәшәйем һәм Башҡортостаныма кәрәкле шәхес була алырмын, тип ышанам. Ысын башҡорт ҡыҙҙарының ауырлыҡтарға бирешмәй, сабыр булыуы һәм үҙҙәрен лайыҡлы тотоуы һоҡландыра. Мин дә уларҙан үрнәк алып, алға ынтылам. Сөнки ил күрке – уңған ҡатын-ҡыҙ! Спортты ла үҙ итәм, буш ваҡыттарымда ғилми мәҡәләләр яҙам.
Иң ҙур хыялым – уҡыуымды уңышлы тамамлап, үҙ эшемде табып, татыу ғаилә ҡороп, тормош юлын лайыҡлы үтергә!

Сығыу ваҡыты 12-02-2018, 10:41 | Ҡаранылар: 135
|
  • Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”
  • Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!”
  • Күңелем тулы дәрт!
  • Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА: “Бәхетлемен!”
  • Айгөл МОЗАФАРОВА: «Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM