НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”

“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”


“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”Мәктәптәрҙә яңғыраған Һуңғы ҡыңғырау байрамына “Йәшлек”тәр ҙә ҡыҙыу әҙерләнә. өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышын 19 майҙа йомғаҡланыҡ.

2016 йылдың ноябрь айында старт бирелгән ижади бәйге ете ай дауам итте. Ошо ваҡыт арауығында “Бәйләнештә” селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙмалар ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ.
Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә егет-ҡыҙҙарҙың, халҡым, телем, ерем, илем, тип янып-көйөүе асыҡ күренә. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡлы уйланыуҙар күп осраны.
БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Кил­мөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте. Шарттарға ярашлы, алты кеше алты премияға лайыҡ булды.
Шулай итеп, 2017 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Ҙур киләсәк алдынан” мәҡәләһе менән Наҙгөл АБДРАФИҠОВА яуланы. Ул Әбйәлил районы Байым урта мәктәбенең 11-се класын тамамлай. Еңеүсе ҡыҙ оло тормош алдында тора, эҙләнеүҙәрен, үҙен нимә борсоғанын белдерә, милләт проблемаларын әсенеп барлай, башҡорт булыуы менән ғорурлана. Наҙгөл тәрән рухлы булыуын асыҡ сағылдырғаны өсөн хаҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы.
Икенсе премия ике кешегә бирелде. Тәүгеһе “Берҙәмлектә беҙҙең көс” мәҡәләһе өсөн Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында 11-се класта уҡыған Илшат ГӘРӘЕВҠА тапшырылды. Егеттең мәҡәләһендәге фекерҙәр­ҙе килтереү ҙә етә: “...Балаға ғүмер биреү генә етмәй, ә матур исем ҡушып, туған тел тәрбиәһе биреүҙең мөһимлеген һәр ғаилә аңларға тейеш. ...киләсәгебеҙ – беҙҙең ҡулда. “Ятма, тор, уян, башҡортом!” – тип һөрән һалам... Ялағайҙар, ришүәтселәр, алдаҡсылар арта. Шуныһы ҡыҙғаныс: ғариза яҙып та, йылдар буйы өй һалырға ер ала алмай йөрөгән йәштәр күп. Етмәһә, башҡорт халҡы ғына түгел, ә ҡалған халыҡтар ҙа үҙ ерҙәрен үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Меңәрләгән гектары буш ятҡанда ни өсөн ер һатыла?..”
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыусы Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА икенсе йыл рәттән беҙҙең премияға лайыҡ булды. Уның “Атай абруйын һаҡлайыҡ!” мәҡәләһе ғаилә институты проблемаларына, атайлыҡ абруйын һаҡлауға, илебеҙ киләсәген ҡайғыртыуға ҡайтып ҡала.
Өсөнсө премияны өс уҡыусыға бирергә ҡарар иттек. Әбйәлил райо­нының Асҡар ауылындағы Т. Күсимов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Илүзә МӘХИЙӘНОВА – “Үҙ бәхетебеҙҙе аңларға ваҡыт етте”, Р. Ға­рипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем алған Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА – “Йө­рәк­­тәребеҙ – тыуған ерҙә” һәм Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы, 11-се класс уҡыусыһы Лилиә АЛТЫНБАЕВА “Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар” исемле шиғри мәҡәләһе өсөн ошо баһаға лайыҡ булды.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәр­ҙең иң һәйбәт тип табылған 19-ы һайлап алынып, гәзитебеҙҙә донъя күрҙе һәм сайтҡа һалынды. Артып ҡалғандары 2018 йыл өсөн ярыш иғлан ителгәндән һуң “Йәшлек”тә баҫыласаҡ. Әйткәндәй, киләһе йылда акциябыҙ “Йәншиш­мә” гәзитендә лә алып барыласаҡ. шарттарын көҙгә ҡарай аңлатып үтербеҙ.
“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәрҙе айырым исемлектә билдәләп, уны “Бәйлә­нештә” селтәренә һәм гәзит сайтына һалырбыҙ. Улар ошо адрес (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет) буйынса редакцияға иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп, бүләктәрен һәм шөһрәтнамәләрен ала ала. Рәхим итегеҙ!
I, II, III премия алыусыларҙы “Йәшлек” гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотланы. Фотолар интернет­ҡа ла ҡуйыласаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”

Сығыу ваҡыты 29-05-2017, 15:01 | Ҡаранылар: 655
|
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
  • Рәссам ҡыҙҙар - еңеүсе! Афарин!
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
  • Еңеүселәр билдәләнде, алда - бүләкләүҙәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM