НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Динара КӘРИМОВА: “Тормошта үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләйем”

Динара КӘРИМОВА: “Тормошта үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләйем”


Динара КӘРИМОВА:  “Тормошта үҙемде  төрлө яҡтан һынап  ҡарарға теләйем”
1994 йылда Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Әлеге көндә юғары уҡыу йортонда ике йүнәлештә белем алам.
Ҡала шарттарында рухлы башҡорт ҡыҙы булып буй еткергәнемә сикһеҙ ҡыуанам. Уй-фекерҙәремде кескәй­ҙәр һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғыр­ҙарымда, мәҡәләләремдә еткерә алғаныма, күңелемдә ижади орлоҡ яралғанына Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәм. Туған телемә мөхәббәт, халҡым тарихына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләгәне өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.
Күп ҡырлы тормошобоҙҙа үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләйем. Уҡыу, фән, ижтимағи эшмәкәрлек өлкәһендә әүҙем ҡатнашам. 2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына лайыҡ булыуым яңы ынтылыш бирҙе. Кескәйҙәр өсөн “Белгем килә бөтәһен!”, “Бәүелсәкле Аҡбуҙат” исемле шиғыр-буям китаптарым донъя күреүе күңелемде үҫтереп, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәне.
Хәҙерге заман кешеһе донъя артынан ҡыуғанда рухи ҡиммәттәрен, милли үҙаңын онотмаһын ине.
Киләсәктә башҡортомдоң лайыҡлы ҡыҙы булып, матбуғатыбыҙға үҙ өлөшөмдө индерергә яҙһын.

Сығыу ваҡыты 9-12-2016, 13:05 | Ҡаранылар: 648
|
  • Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
  • Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”
  • Туғандарымдың һәм дуҫтарымдың бәхетле ғүмер кисереүен теләйем
  • Башҡортлоҡтан оялма
  • Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM