RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ябайлыҡты яратам, “йондоҙ” булырға ынтылмайым”

21.11.2016 “Ябайлыҡты яратам, “йондоҙ” булырға ынтылмайым”

“Ябайлыҡты яратам,  “йондоҙ” булырға  ынтылмайым”
йәки Популяр тележурналист нисек итеп 5-се кластан балалар баҡсаһында эшләй башлаған

21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидение көнө билдәләнә. Ошо уңай­ҙан “Йәшлек” ҡунағы”на Башҡортостан телетамашасыларына “Тай-тулаҡ”, “Шәп арба”, “Көндәлек”, “Бала-саға” тапшырыуҙары аша яҡшы билдәле журналист, алып барыусы Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВТЫ саҡырҙыҡ.

– Фәрхәт, тапшырыуҙарыңды халыҡ яратып ҡарай, шул уҡ ваҡытта уларҙы сығышың да ҡыҙыҡһындыралыр…

– Балаҡатай районының Ҡәйүп ауылында тыуып үҫтем. Башҡор­тос­тандың сигендә урынлашҡан бәләкәй генә ауылдарҙың береһе. Мәктәп булманы, күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ғаиләбеҙгә килгәндә, атайым (һөнәре буйынса зоотехник) совхозда эшләне, заманалар үҙгәреп киткәс, ҡырға эшкә китергә мәжбүр булды. Әсәйем, 20 йыл почтала эшләгәндән һуң, әле өйҙә генә тора, үҙебеҙҙең бәләкәй хужалыҡ менән етәкселек итә. Тағы ла минән ике йәшкә оло апайым бар.
– Мәктәптә ниндәй уҡыусы булдың?
– Башланғыс синыфтарҙа тырыш ҡына уҡыусы булғанмындыр, әммә өлкән синыфтарҙа теүәл фәндәргә иғтибар биреп етмәгәнмен, тип уйлайым. Насар уҡыным тип тә әйтә алмайым, аттестатымда “өслө”ләр юҡ. Мәктәп тормошонда бик әүҙем ҡатнаштым: концерт булһынмы, башҡа берәй сарамы – береһенән дә ситтә ҡалмағанмындыр. Спектаклдәр ҡуя инек, шиғыр һөйләргә, йырларға әүәҫ булдым. 3-сө синыфта уҡығанда ике туған ағайымдан баянда уйнарға өйрәнгәйнем, 7-се синыфта гитара ҡылдарын сиртә башланым. Ауыл клубында үткән сараларға ла баянда уйнарға саҡыра торғайнылар.
5-се синыфта уҡығанда балалар баҡсаһына эшкә алдылар. Аҙна­һына ике тапҡыр, мәктәптән ҡайт­ҡас, күрше ауылға эшкә йөрөнөм. Кескәйҙәр йыр, бейеү өйрәнгәндә мин баянда уйнаным. 11-се синыф­ҡа тиклем шулай эшләп йөрөнөм.
– Эш хаҡы ла түләндеме?
– Эйе, хатта хеҙмәт кенәгәһендә яҙыу ҙа бар. Юридик күҙлектән ҡарағанда, бәлки, уның көсө лә юҡтыр, әммә балалар баҡсаһы мөдире, киләсәктә кәрәк булыуы ихтимал, тип хеҙмәт кенәгәһе астыр­ҙы. Шулай итеп, 1997 йылдан алып һанағанда, хеҙмәт стажым байтаҡ.
– Журналист булыу теләге ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Үҙемде журналист тип тә һанамайым, күңел асыуға ҡоролған тапшырыуҙарҙың алып барыусыһы тиһәң, дөрөҫөрәк булмаҫмы икән?! Сөнки журналист күҙлегенән сығып, үҙ фекеремде, ҡарашымды белдергән етди, фәлсәфәүи тапшырыуҙар әҙерләмәйем бит. Миңә уйын-көлкөгә, шаяртыуға ҡоролған тапшырыуҙар нығыраҡ оҡшай. Дөрөҫ, журналистикала эшләү теләге бала саҡта бер аҙ ғына булып алды. Телевизорҙа журналистар хаҡында ниндәйҙер кино ҡарағайным. Уларҙың репортаж эшләүен күреп, репортерҙан бигерәк, елкәһенә оло камера һалып йөрөгән ағайға оҡшарға тырышып, оператор булыу хыялы тыуғайны. Әммә бала саҡта хыялдар тиҙ үҙгәреп тора: бөгөн һин тракторсы, иртәгә – “КамАЗ” йөрөтөүсе, өсөнсө көнөнә полицейский, тигәндәй. Шуның кеүек ул хыял да бик тиҙ баштан осоп сыҡты. Ә былай, мәҡәләләр яҙырмын йәиһә тапшырыуҙар эшләрмен, тигән уй бер ҡасан да башыма инеп сыҡманы.
– Яҙғаның да булманымы?
– 2 – 3-сө синыфта уҡыған саҡта шиғыр яҙып маташтым. Иҫемдә, бер шиғырымды ҡыҙыҡ өсөн генә “Йәншишмә” гәзитенә ебәргәйнем. Көтмәгәндә ул баҫылып сыҡты. Тыуған көн тураһында ине. Хатта мәктәптә иғландар таҡтаһына гәзиттең шул һанын элеп, минең шиғырҙы ҡыҙыл ҡәләм менән уратып, билдәләп ҡуйғайнылар. Иң ҡыҙығы – шиғыр өсөн гонорар ҙа килде.
– Телевидениеға ниндәй юлдар алып килде һуң?
– Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, тип баш ватып йөрөгәндә гәзиттәге иғланға күҙем төштө. Өфө дәүләт сәнғәт академияһына абитуриенттар ҡабул ителеүе хаҡында ине ул. Мәктәптән үк спектаклдәрҙә уйнап, шиғыр һөйләп, йырлап йөрөгән кешегә шул ғына кәрәк инде. Бына шулай үҙем дә уйламағанда театр факультетына уҡырға индем. Унан беҙ эстрада артистары булып сыҡтыҡ һәм мин Башҡорт дәүләт филармонияһында “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” көлкө-эстрада театрында хеҙмәт юлымды башланым. Күпмелер эшләгәс, курсташым Асия Шаһмина, телевидение­ға алып барыусы кәрәк, тип са­ҡыр­ҙы. Шулай итеп, “Зирәк” радиоуйынын алып бара башланым. Бер аҙҙан “Тай-тулаҡ” тапшырыуына ла алып барыусы кәрәк булып сыҡты. Унда эшләү миңә телевидение мәктәбен үтергә һәм ниндәйҙер тәжрибә тупларға ярҙам итте. 2010 йылда “Тамыр” студияһы айырым телеканалға әйләнгән ваҡытта яңы тапшырыуҙар барлыҡҡа килде. Шул мәлдә “Шәп арба”ға күстем һәм, ниһайәт, үҙемде “үҙ арбамда” итеп тоя башланым. Сөнки ул өр-яңы, минең күңелемә яҡын проект ине.
– Эшең оҡшай, тимәк?
– Эшем бар яҡлап та оҡшай. Бала саҡта спектаклдәр, концерттарға әҙерләнгәндә репетициялар мәлен көтөп ала торғайным. Шуның кеүек, айырыуса тапшырыуҙы әҙерләү процесы оҡшай. Көс һалып әҙерләгән тапшырыуың башҡаларға ла ҡыҙыҡлы икән, эшләүе тағы ла күңеллерәк.
– Һине тамашасылар “Сәләм”, “Көндәлек” тапшырыуҙары аша ла яҡшы белә...
– “Сәләм”гә мине алып ба­рыу­сы итеп саҡырғайнылар, ә “Көн­дә­лек”кә килгәндә, унда үҙемде күберәк уҡытыусы ролен башҡарыусы актер тип ҡабул итәм. Сөнки тапшырыуҙың авторы – Рәшиҙә Мә­һәҙиева һәм сценарий ҙа тулыһынса уныҡы. Ә мин ул әҙерләп биргән һорауҙар буйынса дәресте алып барыусы уҡытыусы инем. Әлбиттә, халыҡ икенсе төрлөрәк тә ҡабул иткәндер, сөнки ниндәйҙер районға барырға йыйынһаҡ: “Фәр­хәт, һин беҙгә киләһең икән, һорау­ҙарыңды алдан әйтә алмаҫ­һыңмы икән, яуабын белмәй, оятҡа ҡалып ҡуймайыҡ”, – тип шылтыратыусылар, интернет селтәре аша мөрәжәғәт итеүселәр күп була торғайны. Күрәһең, улар өсөн мин уҫал, етди уҡытыусы булып күренгәнмендер.
– Әле һин “Бала-саға” тапшырыуын алып бараһың. Уның хаҡында ентекләберәк һөйләп кит әле.
– Биш йыл үткәс, күңел ниндәй­ҙер яңылыҡтар теләп, “Бала-саға” тапшырыуы барлыҡҡа килде. Был тапшырыуҙың эфирға сығыуына улымдың тыуыуы ла сәбәпсе булғандыр, сөнки, яңы тапшырыу эшләргә кәрәк, тип уйлап йөрөһәм дә уның нисегерәк булырға тейешлеген аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай инем. “Бала-саға” тапшырыуы – телевидениелағы тәүге авторлыҡ эшем. Былтыр октябрь айында эфирға сыға башлағайны, шул ваҡыт арауығында утыҙлаған кешене студияға саҡырҙыҡ. Килгән ҡунаҡтар­ҙың күбеһе, телевидениеға төшкәс, төҙ генә ултырып, матур итеп һөйләп ҡайтырға тейешмен, тип уйлай, әммә уларҙы бала саҡтарында ниндәй шуҡ, шаян булған, шулай итеп күргем килә. “Бала-саға” – ул тотош ғаилә менән ҡарай торған тапшырыу тип иҫәпләйем. Минеңсә, ул ололарға ла, балалар­ға ла берҙәй ҡыҙыҡлылыр.
– Тимәк, ул һинең генә башыңда тыуған проект, башҡа каналдарҙа уның аналогы юҡ?
– Белмәйем, берәй параллель донъяла ғына булмаһа (көлә), мин ҡараған каналдарҙа юҡ былай.
– Нисек уйлайһың, Башҡортостан телевидениеһы заман бергә атлаймы һәм унда бөгөнгө тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй тапшырыуҙар бармы?
– О-о, телевидениела эшләгән кешегә яуап биреүе ҡыйындыр был һорауға. Дөрөҫ кенә яуап бирергә кәрәк бит! Ә былай әйткәндә, беҙҙең телевидение көндән-көн үҫешә бара. Яңы идеялар, яңы йүнәлештәр уйлап табып, ниндәй­ҙер кәртәләрҙе емерә-емерә өр-яңы тапшырыуҙар эшләп, нисек тә алға барырға тырыша һәм баралыр, тип уйлайым. Барыбер ҙә тамашасы күңеленә хуш килерҙәй, уларҙың зауығын, ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерерҙәй тапшырыуҙар эшләнә.
– Киләсәктә тамашасыларыңды ниндәй тапшырыуҙар менән ҡыуандырмаҡсыһың?
– Тиҙҙән яңы проект менән сыҡмаҡсыбыҙ, “Ятып ҡалғансы, һатып ҡал” тип аталған ток-шоу ул. Унда Башҡортостандың билдәле шәхестәренең ниндәйҙер бер ҡәҙерле әйберен һатыуға сығарабыҙ. Студияла тамашасылар араһында аукцион ойошторабыҙ. Тапшырыу шулай уҡ уйын-көлкөгә, шаяртыуға ҡоролған. Апрель айында пилот проект эфирға сыҡҡайны. Унда Рөстәм Ғиззәтуллин, Алмас Әмиров һәм Асия Шаһмина ҡунаҡтарыбыҙ булды. Рөстәм үҙенең бер концертта яулаған дипломын, Асия үҙ ҡулдары менән эшләгән торшерын, Алмас гел генә үҙе менән гастролгә йөрөткән электр сәйнүген һатыуға сығарҙы. Тамашасылар үҙҙәре хаҡ билдәләп, уны күтәрә-күтәрә барып, һатып алды.

– Һин сәнғәт академияһын бөткән кеше, йырсы, артист булырға теләгең юҡмы?
– Теләк юҡ түгел, йырларға һәм сәхнәлә сығыш яһарға яратам. Үҙем дә йырҙар яҙам. Әйткәндәй, 2002 йылда “Йәшлек-шоу” фестивалендә лә ҡатнашҡайным. 11-се синыфта уҡый инем әле ул ваҡытта. Бер көндә йыр яҙып, район мәҙәниәт йортона алып барып, аранжировка яһатып, төнгө сәғәт 4-тә Өфөгә сыҡҡаныбыҙ хәтерҙә. Һайлап алыу турынан үтеп, фестивалдә ҡатнашҡан өсөн диплом алып ҡайтҡайным.

– Тормошта һин ниндәй кеше? Үҙеңде ниндәй сифаттар менән һыҙатлай алаһың?
– Бик ҡатмарлы һорау. Ул хаҡта бик күп уйланғаным бар. Белмәйем, кешеләр мине нисек ҡабул итәлер, бәлки, бик етди күренәмдер, йә булмаһа, бигерәк уйсанмындыр... Маҡсатҡа ынтылыусанмынмы икән? Бер ҡараһаң, шулай ҙа кеүек. Әммә башымдағы барлыҡ уй-хыялдарҙы барлағанда, шуларҙың бик әҙен генә тормошҡа ашырғанмын.
Күп уйларға, ҡайһы саҡта күп һөйләргә лә яратам. Уны ыңғай сифатҡа индерергәме, әллә кире сифатҡамы?! Кемдәрҙер яңғыҙлыҡты үҙ итмәһә, мин уйҙарым менән генә ҡалып, фекер төйнәргә яратам. Дуҫтарым да артыҡ күп тип маҡтана алмайым. Фәрхәттең иң яҡын дуҫы – ул Фәрхәт, тигән фекергә лә килеп ҡуйғаным бар. Әйткәндәй, маҡтанырға яратмайым, үтә лә тыйнаҡмын. Был һыҙаттарҙы ла бик ыңғай тип баһалап булмайҙыр, бәлки. Сөнки хәҙерге заманда үҙеңде күрһәтә лә белергә кәрәк, тиҙәр. Айырыуса беҙҙең эш шуны талап итә. Әммә маҡтаныу­ҙы күңелем ҡабул итә алмай. Ябайлыҡты яратам, “йондоҙлоҡ”ҡа ынтылышым юҡ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне