НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ниндәй кер йыуыу машинаһы алырға?

Ниндәй кер йыуыу машинаһы алырға?


Ниндәй кер йыуыу  машинаһы алырға?
Көнкүреш техникаһы дефицит булған замандар үтте . Автомат кер йыуыу машиналары хәҙер һыу үткән ауыл өйҙәрендә лә бар. Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын.

- Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы-юҡмы икәнлеген белешегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланмаһы булмаһа, өйҙәге бәләкәй балалар уның ишеген эшләп торғанында аса ала.
- Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
- Күп фатирҙа һыу иҫәпләгес счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда күпме һыу ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
- Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
- Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотажды йы­уыу өсөн, мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
- Иң төп параметр­ҙарҙың береһе – һыйҙырышлылығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән – 3,5 – 4 кг, ҙур булһа, 5 килолығы ҡулай.
- Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.
- Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар. Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!

Сығыу ваҡыты 13-10-2016, 14:21 | Ҡаранылар: 373
|
  • Техника ватылмаһын тиһәгеҙ
  • Хужабикә, мейеңә һеңдер!
  • Кемгә автомат, кемгә универсаль…
  • Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?
  • Йөк автомашиналарын йыуыу пункттары буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM