RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

06.10.2016 Һорау - яуап

Һорау - яуапТелефонды алмаштырып буламы?
Һатып алынған телефон оҡшамаһа, 14 көн эсендә кире тапшырып, аҡсаһын алырға йәиһә икенсегә алмаштырырға мөмкинме?
Айнур.


РФ Граждандар кодексының 502-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, һатып алынған техниканың сифатына, төҙөклөгөнә дәғүәгеҙ булмаған хәлдә лә, нимәһелер оҡшап етмәһә, 14 көн эсендә уны кире ҡайтарырға йәиһә икенсе тауарға алмаштырырға мөмкин. Әммә был ҡағиҙә ҡатмарлы тауарҙарға ҡағылмай. Йәғни ике аҙна эсендә ике функция ғына башҡарыусы иң ябай телефонды ғына кире ҡайтарып була. Сенсор экранлы телефондар был категорияға инмәй. Йәғни смартфон, планшет йәиһә сенсор экранлы телефондарҙы берәй етешһеҙлеген йәиһә тейешенсә эшләп етмәүен асыҡлағанда ғына магазинға кире тапшы­рырға мөмкин.
Һатып алынған телефондың гарантия ваҡыты сыҡмаҫ элек ниндәйҙер етешһеҙлеген тапһағыҙ, уны кире ҡайтарыуы күпкә еңелерәк. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа һатыусы йә аҡсаһын кире ҡайтара, йә телефонды алмаштырып бирә, йә бушлай ремонтҡа тапшыра. Ниндәйҙер бәхәсле осраҡ килеп сыҡһа, бойондороҡһоҙ экспертизаға ебәрәләр. Экспертиза иһә телефондың тәүҙән үк төҙөк булмауын йәиһә ҡулланған ваҡытта һеҙҙең уны боҙоуығыҙҙы асыҡлаясаҡ. Шунан сығып, тейешле ҡарар ҡабул ителә лә инде.

“Әсәлек капиталы”н нисек юлларға?
Быйыл март айында икенсе сабыйыбыҙ донъяға килде. "Әсәлек капиталы"н юлларға уйлайбыҙ. Нимәнән башларға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй документтар тупларға кәрәк? Ошо һорауҙарға яуап бирһәгеҙ ине.
А. ВАХИТОВА.

Тәү сиратта документтар пакетын әҙерләргә кәрәк. Ғариза менән документтар тупланмаһын йәшәгән йәиһә теркәлгән урын буйынса Пенсия фондына тапшыраһың. Бала тыуғандан һуң документтар тапшырыу ваҡыты закон тарафынан билдәләнмәгән, әммә был процедураны мөмкин тиклем иртәрәк башҡарырға кәңәш ителә.
Пенсия фондына бара алмаған осраҡта почта хеҙмәте менән ҡулланырға мөмкин.
Әгәр ҙә документтар дөрөҫ тултырылып, ғаризала аныҡ мәғлүмәт бирелһә, 30 көн эсендә әсәй кешене сертификат алырға саҡырырға тейештәр. Ә инде ниндәйҙер яңылышлыҡ булғанда, ғаризаны яңынан яҙып, тейешле документтарҙы тултырып килтерергә ҡушалар.
Сертификат бирелгән урында уҡ ғаилә капиталын түләү тураһында ҡарар алырға кәрәк. Ул ғаиләгә, мәҫәлән, төҙөлөш ойошмаһына аҡса күсергәндә кәрәк булыуы ихтимал. Киләсәктә ғаилә капиталын аҡсаға әйләндереү өсөн махсус иҫәп асыу ихтыяжы тыуасаҡ. Быны ла мотлаҡ эшләргә кәрәк, сөнки һәр иҫәп тә аҡсалата башҡарылмай.

Иғәнә түләргәме?
2005 йылдан алып баҡсасылар йәмғиәтенең ағзаһы булып торам. 2011 йылдан баҡсабыҙ ташландыҡ хәлдә, унда барғаныбыҙ ҙа юҡ, һыу менән дә, ут менән дә файҙаланманыҡ. Баҡсанан баш тартыу тураһында ғариза яҙырға кәрәклеген белмәгәнлектән, уны яҙманыҡ. Хәҙер иһә рәйес беҙҙән уҙған йылдарға взностарҙы түләүҙе талап итә. Беҙгә нимә эшләргә? Аҡса түләргәме?
Ғәлинур А.


Закон буйынса һеҙ, ысынлап та, уҙған йылдар өсөн аҡса түләргә тейешһегеҙ. Баҡсасылар йәмғиәтендә ағза булып торған йыл­дар өсөн аҡ­са, һалым һәм башҡа түләүҙәр һеҙҙең иңегеҙҙә ҡала. Иң яҡ­шы­һы, уларҙы түләп, участкағыҙҙы һатыу.

Кредит буйынса страховканан баш тартып буламы?
Кредит алырға тура килгәйне, банк көсләп тигәндәй страховка ла түләтергә булды. Кредит өсөн ай һайын түләүе лә еңел түгел, өҫтәүенә, страховкаһы бар. Унан берәй нисек баш тартып буламы икән?
Фаягөл.


Кредит алғанда страховкалау – ул ирекле хеҙмәт, шунлыҡтан һәр заем алыусы унан баш тартырға хоҡуҡлы. Әгәр ҙә кредит алып өлгөргән булһағыҙ, законлы рәүештә страховкаһынан баш тарта алаһығыҙ. Бының өсөн банкка барып, теләгегеҙҙе менеджерға еткерергә генә ҡала. Ул һеҙгә страховканан баш тартыу хаҡында ғариза бланкыһын бирергә тейеш. Һеҙгә уны тултырып, ҡул ҡуйырға ғына ҡала.
Документтарҙы әҙерләгәс, банк страховка өсөн түләүһеҙ генә яңы түләү графигын тәҡдим итәсәк. Әлбиттә, банк хеҙмәткәре страховка килешеүен өҙөргә тырышмаясаҡ. Әгәр ҙә банк страховканан баш тартыуығыҙ менән килешмәһә, страховка килешеүен суд тәртибендә өҙөргә мөмкин. Бының өсөн иң беренсе сиратта банк етәкселегенә дәғүә яҙырға һәм ҡул ҡуйҙырырға кәрәк. Һуңынан иһә ошо дәғүә ғаризаһы менән суд органдарына мөрәжәғәт итергә тура килер.

Социаль стипендияға кемдәр дәғүә итә ала?
Баш ҡала вуздарының береһендә белем алам. Быйыл 2-се курсҡа барам. Әсәйем менән генә йәшәйбеҙ, минән кесе тағы дүрт туғаным бар. Әсәйем ҡыҫҡартыуға эләгеп, ярты эш хаҡына ғына эшләп йөрөй. Аҡса еткерә алмайбыҙ. Мин социаль стипендияға дәғүә итә аламмы? Ғөмүмән, кемдәргә түләнергә тейеш ул?
Айһылыу.


Социаль стипендия социаль ярҙамға мохтажлыҡ кисереүселәргә тәғәйенләнә. Уға иң беренсе сиратта етем балалар, I һәм II төркөм инвалидтар, бала саҡтан инвалидтар, радиация йоғонтоһона дусар ителгән студенттар, хәрби йәрәхәт йә ауырыу арҡаһында инвалидлыҡҡа эйә булған талиптар, өс йылдан ашыу контракт буйынса йәиһә Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән егеттәр дәғүә итә. Шулай уҡ килеме әҙ булған күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе студенттарға ла бирелеүе ихтимал. Социаль стипендия алыу өсөн йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органынан справка кәрәк. Бындай белешмә алыу өсөн түбәндәге документтарҙы йыйып тапшырырға тура киләсәк:
– һәр ғаилә ағзаһының килеме тураһында белешмә (эш хаҡы, пенсия, стипендия, пособие, субсидия, компенсация һ.б.);
– ғаилә составы тураһында белешмә;
– уҡыу йортонда белем алыуығыҙ тураһында белешмә;
– стипендия тураһында белешмә.
Ошо документтар нигеҙендә социаль яҡлау органында ғаилә килемен иҫәпләп сығарып, студентҡа социаль стипендия алыуға хоҡуғын раҫлаусы белешмә бирелә. Студент иһә уны үҙе уҡыған вуздың деканатына тапшырып, социаль стипендия алыуға ғариза яҙа. Ғәҙәттә, уҡыу йортонда социаль стипендияға документтарҙы 30 сентябргә тиклем ҡабул итәләр. Шулай ҙа уны ай башында уҡ юллай башларға кәрәк.

Милеккә хоҡуғымды нисек теркәргә?
Мин әсәйем менән генә йәшәнем. Фатир әсәйемдең исемендә ине. Көтмәгәндә ул үлеп китте. Хәҙер фатирҙы нисек үҙемдең исемемә күсерә алам? Ғөмүмән, быны күпме ваҡыт эсендә эшләргә мөмкин?
З. Сәлихова.
Белорет ҡалаһы.


Әгәр ҙә һеҙ әсәйегеҙҙең берҙән-бер балаһы икән, фатир һеҙгә мираҫҡа күсергә тейеш. Әммә быны рәсми рәүештә теркәү өсөн иң беренсе сиратта нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әлбиттә, фатирҙың, әсәйегеҙҙең документтары, һеҙҙең туғанлыҡты һәм шул урында йәшәүегеҙҙе раҫлаусы төрлө белешмә (справка) тупларға тура килер. Был эште һуҙырға ярамай, әсәйегеҙҙең үлеменә алты ай тулғансы өлгөрөргә кәрәк.

Ҡабаттан хосусилаштырырғамы?
Мин ауыл ерендә уҡытыусы булып эшләйем һәм коммуналь түләүҙәргә льготаларым бар. 1993 йылда торлағымды хосусилаштырҙым. 2009 йылда уға техник паспорт эшләттем. Техник паспортты биргән ваҡытта, 2010 йылдан фатирығыҙ муниципаль милеккә күсә һәм бер ниндәй ҙә льгота ала алмаясаҡһығыҙ, сөнки торлаҡ юстиция органдарында теркәлмәгән, тинеләр. Фатирымды яңынан хосусилаштырыу кәрәкме?
Гөлфиә.


Торлаҡты хосусилаштырыу тигәндә, дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондында биләгән торлаҡ бинаһын граждандарҙың милкенә бушлай күсереү күҙ уңында тотола. 1993 йылда фатирҙы хосусилаштырыу өсөн урындағы хакимиәт менән килешеү төҙөргә йәиһә урындағы халыҡ депутаттары советының башҡарма органында уны теркәү генә кәрәк ине. Күрәһең, һеҙ тап шулай эшләгәнһегеҙ. 1998 йылдан, яңы Федераль закон үҙ көсөнә ингәндән алып, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү процедураһы бер аҙ үҙгәрҙе. Әммә һеҙҙең әлегә тиклем теркәлгән милеккә хоҡуғығыҙ юридик яҡтан үҙ көсөндә ҡала. Ә дәүләт теркәүе үтеү – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Әгәр ҙә муниципаль берәмек хакимиәте һеҙҙең фатирҙы хосусилаштырылмаған тип иҫәпләй икән, уны яңынан хосусилашты­рырға кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне