RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәсәнгә тәүге һәйкәл!

03.10.2016 Сәсәнгә тәүге һәйкәл!

Сәсәнгә тәүге һәйкәл!24 сентябрҙә Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа барельеф асылды. Был изге эште башҡарыуҙа башлап йөрөүсе, оло сараны ойоштороусы яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимовҡа оло рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Сәсән рәсемен эшләүсе яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов Ҡаруанһарай мәсетенең 170 йыллығын билдәләргә Ырымбурға саҡырылыуы арҡаһында тыуған яғындағы был күркәм сарала ҡатнаша алманы.
Билдәләнгән ваҡытҡа ауыл кешеләре һәм тирә-яҡтарҙан Яҡтыкүлгә халыҡ ағылды, башҡалабыҙҙан иле, теле тип янып йөрөүсө арҙаҡлы шәхестәребеҙ, башҡорт халҡының мәшһүр тел белгесе, профессор Әхмәт ағай Сөләймәнов,халыҡ шағире Хәсән Назар ағайҙарыбыҙ, Сәсәндәр үҙәген етәкләүсе Нәфисә Тулыбаева , яҡташыбыҙ яҙыусы-шағирә Гөлнур Яҡупова, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Бөтә Донъя Башҡорттар ойошмаһынан Фәнзил Санъяровтар килде. Барельеф асыуға һәм олатаһы тураһында китап сығарыуға аҡсалата ҙур өлөш индергән Ғаяз Әминев, сәсәндең башҡа туғандары йыйылды. Көндөң шул тиклем матур, аяҙ, ҡояшлы булыуына ҡарап был Изге эшкә Аллаһы Тәғәлә үҙе ризалыҡ биргәндәй тойолдо.
Сәсән һәйкәлен асыу Ниязбай Сәлимовҡа һәм Вәлиулла Ҡолмбәтов сәсәндең ейәндәренә тапшырылды. Йыйылған һәр кем үҙенең йөрәк түрҙәрендәге һүҙҙәрен сығып әйтте, ҙур ҡыуаныс белдерҙе. Сараның икенсе өлөшө Еҙемҡаран мәҙәниәт йортонда дауам итте. Ниязбай Сәлимов халыҡ сәсәненең ижадын сағылдырған яңы ғына сыҡҡан китабы менән таныштырҙы, яңыраҡ ҡына районда үткәрелгән йәш сәсән бәйгеһендә еңеп сығыусы уҡыусыларға дипломдар тапшырҙы. Әхмәт Сөләймәнов, Хәсән Назар ағайҙар, Гөлнур Яҡупова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙ сығыштарында был ваҡиғаның бик әһәмиәтле икәнен билдәләп үтте, үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупова бик күп йылдар инде районыбыҙҙа уҡыусы балалар менән Өмөтлө ҡәләм конкурсы алып бара, йыл һайын үҙенең бүләктәрен тапшырып еңеүсе уҡыусыларҙы ҡыуандыра. Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ейәндәре, бүләләре үҙ сығышында олаталары тураһында белгәндәре менән уртаҡлашты, ошо сараны ойоштороусоларға рәхмәттәрен белдерҙе.

Вәлиулла Ҡоломбәтов 1881 йылда Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында донъяға килә.Ул күрше генә булған Еҙемҡаран ауылында йәшәгән Мәжит Ғафури менән бәләкәйҙән дуҫ була.Улар Троицк ҡалаһына Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә лә бергәләп уҡырға китәләр. Улар менән Бәҙри исемле өсөнсө дуҫтары ла була. Улар алтын приискеһендә лә бергәләп эшләйҙәр.Унан һуң уҡыуҙарын Өфөлә Ғәлиә мәҙрәсәһендә дауам итәләр. Вәлиулла бик отҡор була, мәҙрәсәлә яҡшы уҡый, хатта хәлфәләр уға дәрес үткәрергә рөхсәт итәләр. Тик ул белем алып сыҡҡас, имам булып ҡына эшләүгә күңеле риза булмай,башҡорт балаларына дин белеме менән бергә арифметика, рус теле, туған тел дәрестәре уҡытҡан уҡытыусы булып эш башлай һәм ошо изге эшенә ғүмере буйы тоғро ҡала.Ғафури районында тәүге мәғариф етәкселәренең береһе була.Яңы ҡоролошто ҡабул итә.Шулай уҡ ул дингә ҡаршы аяуһыҙ көрәш барған саҡтарҙа ла ауыл тирәһендә Ҡөръән аяттарын уҡыусы була, алтын урталыҡты һаҡлай.Заманының алдынғы ҡарашлы милләт улы булып ҡала. Вәлиулла сәсәндең ижады күп төрлө. Салауат менән Юлай исемле поэмаһы, нәҫер, иҫтәлек, ҡобайыр, мөнәжәттәре,бәйеттәре, тапҡыр, йор һүҙҙәре, әйтемдәре бар.Шулай уҡ ул бик оҫта рәссам да булған. Уның архивында бик оҫта төшөрөлгөн үҙе төшөргән Салауат Юлаев һүрәтен ҡарап бик күп рәссамдар ҙа һоҡланыуын белдерер.Вәлиулла сәсәндең ҡыҙы Мөнирә Ҡоломбәтова ла бик уҡымышлы, милләте, теле тип янып йөрөүсө кешеләрҙән була. Вәлиулла Ҡоломбәтов 83 йәшендә 1964 йылда вафат була һәм Яҡтыкүл ауылы зыяратында ерләнә.

Быуаттар ауазын, ата-бабаларҙың тәрән аҡылын,уй, хыял һәм васыятын йәш быуынға еткереп, ялҡаулыҡты, боҙоҡлоҡто фашлаған,халыҡты төплө белемгә,яҡшылыҡҡа, изгелеккә,сафлыҡҡа саҡырған Сәсәндәр мәктәбенә йәмғиәтебеҙ бик тә мохтаж. Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы: ул тулы булһа,ил ҡаҙнаһы ла, рух ҡаҙнаһы ла тулы булыр тип яҙа Ниязбай Сәлимов Сәсән тураһындағы китабында. Сибайҙа һәм Бөрйәндә эшләп килгән Сәсәндәр мәктәбе Изге Табын ерендә лә булыр тип өмөт белдерә.

Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителгән 2015 йылда Республика Халыҡ ижады үҙәге,Киске Өфө һәм Шоңҡар журналдары менән бергә хәҙерге заманда йәшәүсе сәсәндәрҙе табыу маҡсатында интернеттә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге әйтештәр бәйгеһе ойошторған ине. Был бәйге ололар араһынан да, йәштәр араһынан да Башҡортостанда бик күп халыҡ ынйыларын табып алыу менән бергә күрше Ырымбур өлкәһенән дә Ғүмәр Ғайсин, Дауыт Амангилдин кеүек милләтенең теле өсөн янған, ысын күңелдән борсолған сәсәндәрҙең исемдәрен асты.

Мин дә ошо бәйгелә ҡатнашып 2-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булып бик шатланған инем. Быйыл март айында интернеттә Шоңҡар журналы алып барған ошо әйтештәрҙе китап итеү бәхете төштө минең өлөшкә. ХАЛЫҠ ЫНЙЫЛАРЫ исемле был китапҡа утыҙға яҡын һәләтле ижадсыларыбыҙҙың әйтештәре кергән.Өфөнән Шоңҡар журналында эшләүселәрҙе , Салауаттан китапҡа әйтештәре ингән Сәсәниәләребеҙҙе саҡырып Ғафуриҙә бик шәп иттереп был китаптың Исем туйын да үткәрҙек.

Сәсәндәр исемен асыҡлаған ике китаптың да тап Ғафури йәшәгән төбәктә, Изге Табын ерлегендә тыуыуында Аллаһы Тәғәләнең беҙ аңлай алмаған серҙәре барҙыр, әтеүсә былай тура килеү булмаҫ ине. Сәсәндәрҙең ижадтары үҙҙәре йәшәгән яҡтарына юлдар табып ҡайта башланылар. Ҡолас йәйеп ҡаршы ал, милләтем, сәсәндәреңде!

ҠАЙТТЫ СӘСӘН!!!

Ҡайтты Сәсән, быуаттар артынан
Тарих туҙандарын туҙҙырып,
Ҡайтты сәсән үҙе тыуған яҡҡа
Заман елдәренән уҙҙырып!
Бөгөн Яҡтыкүлдә оло байрам,
Ҡаршы алды халыҡ Сәсәнен,
Ҡайтты Сәсән үҙе тыуған яҡҡа
Ҡалдырмайса Ҡаурый ҡәләмен!
Сәсән ижадтары саф шишмәләй
Һуғарһындар халҡым күңелен,
Йәшә , Сәсән, халҡың араһында
Һүҙең менән биҙәп ғүмерең,
Яҡтылығын һипһен күңелең!

Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

Башҡорт халҡының үткәне бик бай, тарихлы, рухы ныҡлы, ауыҙ –тел ижадының байлығына күп халыҡтар хайран ҡалырлыҡ. Һәр төбәктең, һәр райондың сәсәндәре табылырға , танылырға насип булһын!
Йыйылған халыҡ яҡташтарыбыҙ Башҡортостаныбыҙ әҙәбиәт донъяһына тос өлөш индереүсе Ниязбай Сәлимовтың ижады Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға, ә Гөлнур Яҡупованың ижады Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүен бер тауыштан хупланылар һәм уңыштар теләнеләр.

Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ.
Ғафури районы Родина-Ватан ауылы старостаһы, Родина ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, райондың Мағаш тауышы әҙәби берекмә ағзаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне