НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Моңдар ҡайтты ауылға


Мәләүез районының Апас ауылында тыуып үҫкән Харис Шәрипов республикала һәләтле йырсы булып киң танылыу тапты. Ғөмүмән, был яҡ таланттарға бик бай, йыр-моң яратҡан, хеҙмәт һөйгән халыҡ йәшәй бында.
Күптән түгел Мәләүез райо­нының Аптраҡ ауыл мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Харис Мөбәрәк улы Шәрипов тыуған яғында ижадташ дуҫтары менән бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Ауылдаштары, яҡташтары өсөн оло ҡыуаныс, күңелле осрашыу булды. Уның бигерәк тә: “Ғүмер ҡыҫҡа, ҡатнашып йәшәргә кәрәк!”– тигән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалды. Яратҡан йырсыларына ауылдаштары күҙ яуын алырлыҡ сәскә шәлкемдәре, йылы һүҙҙәр һәм дәррәү алҡыштар бүләк итте. Харис ағайҙың үҙенә генә хас тауышы иҫ киткес көслө, күкрәгенән сыҡҡан моңо Ағиҙел буйына таралғандай булды. Концертты һүҙ оҫтаһы Юнир ағай Салауатов бик оҫта алып барҙы. Йырсы Хима Йәнбирҙинаның тәбиғәттән бирелгән моңло тауышы таң ҡалдырҙы. Бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева үҙенсәлекле бейеүҙәре менән барыһын да һоҡландырһа, Рәсүл Дауытов гармунда өҙҙөрөп уйнаны.

Әсәһенең залда ултырыуы Харис ағай өсөн оло ҡыуаныс булды. Рәхмәт һеҙгә, Дамира апай, лайыҡлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн. Ябай колхозсы ғаиләһендә Харис тәүге бала булып донъяға ауаз һалған. Туғандары Сәлих, Асия, Рәсимә, Рафаэль һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Аталары Мөбәрәк ағай ғүмер буйы колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙең арала юҡ.

Концерт барышында йырсы бала саҡ хәтирәләре менән дә бүлеште. Яҡташыбыҙҙың ябайлығы, кешелекле, ихтирамлы булыуы хөрмәткә лайыҡ. Моңло тауышы, сәхнәлә үҙен тотошо тамашасы күңеленә хуш килде. Осрашыу бик йылы хәтирә ҡалдырҙы, тамашасылар ысын моңдо, тере тауышты тыңлап кинәнде.

Илле йәш ул – ир уртаһы. Тормош үҙе “бишле” билдәһе ҡуйған. Яҡташыбыҙға артабан да ижади бейеклектәр, тамашасыларҙы ҡыуандырып, яҡташтарының күңел йылыһын тойоп, йырлап йәшәүен теләйбеҙ. Мәғрур Көнгәк тауындай ғорур, Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ, ғаилә именлеге насип итһен. Күкрәгегеҙҙән сыҡҡан сихри илһам моңоғоҙ туҡтауһыҙ урғылып торһон. Һеҙ сәхнә күгендә сағыу “йондоҙ” булып күптән балҡынығыҙ, беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Гүзәлиә ӘМИРХАНОВА.
Мәләүез районы,

Сығыу ваҡыты 19-06-2015, 15:08 | Ҡаранылар: 695
|
  • Күгиҙелдәр "Йәшлегемә ҡайтам әле" тигән концерт яһаны
  • Йөрәгемде һеҙгә бүләк итәм!
  • “Наҙ булһын йырҙарым”
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM