RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә Паралимпия эстафетаһы нисек үтәсәк?

27.02.2014 Өфөлә Паралимпия эстафетаһы нисек үтәсәк?

Өфөлә Паралимпия эстафетаһы нисек үтәсәк? 3 мартта иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө эстафетаны ҡабул итәсәк. Факелсылар М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янынан З.Вәлиди урамы буйлап баш ҡаланың тарихи үҙәгенә сығасаҡ. Артабан улар Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Совет, Туҡай, Зәки Вәлиди, Карл Маркс урамдары аша үтеп, Салауат Юлаев майҙанында туҡтаясаҡ. Бер көндә Паралимпия уты дүрт саҡрымдан ашыу араны үтәсәк.
Финиш урынында байрам тантанаһы ойошторолоп һәм башҡорт ырыуҙары тураһындағы легендаға нигеҙләнгән шоу ҡуйыласаҡ. Аҙаҡтан башҡорт бейеүе мәлендә дзюдо буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионаты призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Юрий Акшенцев Паралимпия утын ҡабыҙасаҡ. Әйткәндәй, ойоштороусылар ниндәй бейеү һайланғанын сер итеп тота.
Әлегә баш ҡала хеҙмәттәре әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Былтыр декабрҙә үткән Олимпия уты эстафетаһын ҡабул итеү алды һымаҡ коммуналсылар юлдарҙың таҙа булыуын тәьмин итәсәк. ЮХХДИ инспекцияһы водителдәргә үҙҙәренең автомобилдәрен башҡа урынға туҡталҡаға ҡуйырға кәрәклеген алдан белдерә башланы. Маршрутҡа ҡамасаулыҡ иткән “тимер ат”тар штраф туҡталҡаларына оҙатыласаҡ. Йәмәғәт туҡланыуы, медицина ярҙамы ла айырым график буйынса үҙ эшен башҡарасаҡ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар, кинологтар, юл хәрәкәте инспекцияһы хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүләсәк.
Урамдар эстафета мәленә ябылыу сәбәпле йәмәғәт транспорты урау юлдан йөрөйәсәк. Шуға күрә лә кешеләргә көн тәртибен алдан планлаштырырға тәҡдим ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне