RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур күләмдә тәбиғәт ресурстарын урлау факты асыҡланған

16.07.2013 Ҙур күләмдә тәбиғәт ресурстарын урлау факты асыҡланған

Ҙур күләмдә тәбиғәт ресурстарын урлау факты асыҡланған РФ Эске эштәр министрлығының БР буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районында ҙур күләмдә тәбиғәт ресурстарын урлауҙы асыҡланы.
Өфө ҡалаһынан килгән 45 йәшлек эшҡыуар Иҫке Ҡыйышҡы ауылы янында Ағиҙел йылғаһы ярында законһыҙ карьер ойошторған. Ҡом һәм ҡырсынташ алыу өсөн ул бер нисә эшсе һәм экскаватор яллаған. Яр буйындағы карьерҙан алынған төҙөлөш материалы йөк автомашиналарына тейәлеп, артабан ебәрелгән.
Поиция һәм БР Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығының Өфө биләмә идаралығы белгестәре менән берлектә үткәрелгән тикшереүҙән һуң эшҡыуырҙың был карьер менән ҡулланыу хоҡуғын күрһәтеүсе документтарҙың юҡлығы асыҡлана. Законһыҙ эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 10 меңдән ашыу кубометр ҡом һәм ҡырсынташ алынған һәм шуның менән дәүләткә ике миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. Әлеге ваҡытта «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Бындай төрҙәге енәйәт быйыл беренсе генә түгел. Благовещен районында иҡтисади өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәшкән полиция хеҙмәткәрҙәре район хакимиәте менән Тәнәй – Ҡушкүл автомобиль юлында ремонт эштәре башҡарырға килешеү төҙөгән фирманың законһыҙ рәүештә карьер менән файҙаланыуын асыҡлаған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре юлдың нигеҙенә һалына торған ҡырсынташ урынына фирма эшселәре үҙҙәренең белдеге менән ойошторған карьерҙа табылған ябай эзбиз ҡулланылған тип бара. Шул уҡ мәлдә заказсыға тапшырылған документтарҙа ҡырсынташ Силәбе өлкәһенән килтерелгән тигән.
Тикшереү һөҙөмтәһендә юл ремонты төҙөлөш нормаларына тап килмәүе асыҡланған. Әлеге ваҡытта был факт буйынса тикшереү алып барыла. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы законһыҙ ҡулланыу менән бер рәттән унда юл төҙөүгә киткән бюджет аҡсаһының маҡсатлы файҙаланыуы ла ҡараласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне