RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы биреп ҡуймағыҙ

01.07.2013 Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы биреп ҡуймағыҙ

Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы биреп ҡуймағыҙ Өфө ҡалаһының Калинин районы буйынса полиция бүлегенең суд эше тикшереү подразделениеһы баш ҡалала йәшәүсе 44 йәшлек ҡатындың мутлашыуы тураһындағы енәйәт эше буйынса тикшереүҙе тамамланы.
Шуныһы асыҡлана – зыян күреүсе хаҡлы ялда булған 55 йәшлек ҡатын бер нисә йыл элек төҙөлә башлаған йорттан фатир алыу өсөн, риэлтор ҡатынға бер миллион ярым һум күләмендәге аҡсаны алдан түләй. Был операция тейешлесә документтар менән нығытыла. Аҡса түләүсе төҙөлөш бөткәнен көтә башлай. Ләкин, ваҡыт үтһә лә, әйтелгән урында йорт төҙөлмәй.
Ошолай хаҡын өлөшләтә түләп, алданған йорт төҙөүселәргә, полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, риэлтор тарафынан ялған документтар бирелгән булған. Мутлашыусы ҡатынды эҙләү оҙаҡҡа һуҙылмаған, әлеге ваҡытта ул тап ошондай енәйттәре арҡаһында хөкөм ителгән.
Ә баштан тасуирланған хәлдә риэлтор бик шәп итеп артислыҡ һәләттәрен күрһәтә. Ул тәүҙә бушлай иғландар баҫылған гәзитте уҡый һәм фатир һатып алырға теләүсене эҙләп таба. Мутлашыусы «ҡорбан»ына үҙен тәжрибәле риэлтор тип таныштыра һәм сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа яҡшы фатир табырға вәғәҙәләй, йәнәһе һатыуға сығарылған торлаҡты күрһәтә.
Матур һүҙҙәргә ышанып, гәзиткә иғлан биреүсе 55 йәшлек ҡатын өлөшләтә түләп, йорт төҙөүселәр исемлегенә инә. Алдаҡсы риэлтор уға тәү ҡарамаҡҡа ысын, ә дөрөҫөндә ялған документтар күрһәтә.
Әлеге ваҡытта енәйәтте тикшереү төркөмө мутлашыу эше буйынса бар дәлилдәрҙе туплаған. Тиҙҙән улар суд ҡарамағына сығарыласаҡ. Алдаҡсы риэлтор үҙ ғүмерендә өсөнсөгә бер үк енәйәт эше буйынса хөкөм ителәсәк. Әле лә рәшәткә артында ултырған ҡатынға иректән мәхрүм ителеү ваҡыты тағы ла артасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне