RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Енәйәти төркөм юҡҡа сығарылды

01.04.2013 Енәйәти төркөм юҡҡа сығарылды

Енәйәти төркөм юҡҡа сығарылды Былтыр апрель айында республика буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре өс кешелек талаусылар төркөмөн һәм уның башлығы – Бәләбәй районында йәшәүсе 21 йәшлек егетте ҡулға ала. Улар Беренсе май урамындағы ломбардты баҫыуҙа ғәйепләнә. Ләкин енәйәт эше барышында ҡулға алыныусыларҙың Өфө ҡалаһында унынлашҡан йәшерен уйын клубтарын талауы ла асыҡлана.
Енәйәтселәр алдан уйланылған схема буйынса эш итә. Төндә, залда клиенттар ҡалмаған мәлдә, администраторға һәм һаҡсыға ҡорал менән янап, улар бар йыйылған аҡсаны, видеорегистратор ҡорамалын, кәрәҙле телефондарҙы тартып алған. Артабан бандиттар клуб хеҙмәткәрҙәрен бәйләп ҡасҡан. Зыян күреүселәр полицияға мөрәжәғәт итмәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ – бандиттар таланған аҡсаны кире шул клубтарҙа уйнап бөтөргән.
Енәйәтселәр ҡулға алынмағас, һәр осраҡ һайын һаҡсыларҙы, администратор ҡыҙҙарҙы туҡмап, үҙҙәрен бәйһеҙерәк тота башлай. Әйтергә кәрәк, тартып алынған аҡсаның дөйөм суммаһы 280 мең һум тәшкил итә.
Төркөм йәшерен клубтарға ун ике тапҡыр һөжүм иткән. Эҙләү барышында банда эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан тағы ла бер кешене хоҡуҡ һаҡлаусылары эләктергән. Алдан килешеү буйынса ул ике талауҙа ҡатнаша. Төркөм башлығы бер осраҡта үҙе генә енәйәт ҡыла.
Әлеге ваҡытта банда ағзалары һаҡ аҫтында. Тентеү ваҡытында уларҙан ҡулдан яһалған пистолет һәм старт яһау ҡоралы табыла. Енәйәти эш 22 том тәшкил итә. Талаусылар «Бандитлыҡ», «Законһыҙ ҡорал һаҡлау» һәм «Ойошҡан енәйәтсел төркөм составында талау» статьялары буйынса ғәйепләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне