RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һөйөнсө, көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!

13.10.2010 Һөйөнсө, көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Көнбайыш башҡорттары: сәйәси тарих һәм этник идентификация проблемаһы» тигән яңы ғилми монографияның исем туйы үтте. Был китап архив материалдарына, халыҡ мәғлүмәттәренә таянып яҙылған. Авторҙар - БР Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәрҙәре – Юлдаш Йосопов менән Рәфил Аҫылғужин билдәләүенсә, китап өҫтөндә эшләгәндә бигерәк тә йәштәрҙең үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булыуы күҙәтелгән. Монография тарихи Башҡортостандың көнбайышында, хәҙерге Татарстандың көнсығышында йәшәүсе башҡорттар тарихын үҙ эсенә ала. Унда урта быуаттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге осор сағылыш таба. Монографияны әҙерләүҙә Өфөнөң тарих архивтары, ҡаҙан, Һамарҙағы архив документтары ҡулланылған, Мәскәүҙә эшләүсе татар ғалимы ла авторҙаш булған. Тиҙҙән был өр-яңы ғилми эш Интернет селтәренә лә ҡуйыласаҡ. Китап иһә «Хан», «Знание» магазиндарында һатыла.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр


Урал батыр - изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы

2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр айына 33 меңдән ашыу эш хаҡы алған

Шәмбе: ҡала тып-тын, супермаркеттар ябыҡ, бер-бер хәл булмағайы...

Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡаҙ... әй, юҡ, ҡар өмәһенә сығығыҙ


20 февраль иртәһендә Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырымға ял итергә юлланды

Мәскәүҙә 10 ҡыҙ башҡорт һылыуҡайы тажы өсөн көс һынаша

Был эштәрҙең авторы кем тип уйлайһығыҙ?

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Был эштәрҙең авторы кем тип уйлайһығыҙ?


"Йәшлек“ - Яңауылда

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек“ - Яңауылда


"Автосигнализация”ға – 40 йәш

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Автосигнализация”ға – 40 йәш


Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлилдәр инглизсә өйрәнә башлармы?


Газ плитәһен — электрға

19.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Газ плитәһен — электрға