RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

24.09.2010 Аҡыллыға ишара

Эшкә мөкиббән китеп, тирә-яҡҡа күҙ һалырға ла онотола. Шулай бер мәл тәҙрә сирткәндәренә һиҫкәнеп киттем. Ҡараһам, тәҙрәм тапҡырында НЛО зыр өйөрөлөп тора. Ҡотом осто: был мине алырға килгән, ахыры. Сөнки ҡасанан бирле ул мине эҙәрлекләй!
әле лә, ауыҙымды ябырға онотоп, шаҡ ҡаттым. Шул саҡ НЛО-ның ишеге шылып ҡына асылды ла… эсенән бәләкәй генә кәүҙәле ир йораты сығып, миңә ҡулын һондо: «50 һум ғына бир әле…». Сит ил планетаһы иренең ҡатын-ҡыҙҙан аҡса һорағанына бер ҙә аптыраманым, сөнки Ерҙә лә ундай миҫалдар тулып ята - беҙҙеңсә һөйләшә белгәненә иҫ китте. ҡарасәле, өҫтәүенә, шундай мөлдөрәтеп кенә ҡарай күҙгә. «Эсер өсөн һораһаң - бирмәйем», - тип ҡырт киҫтем. «һин нимә? Һеҙҙең ерҙәге ирҙәр генә баш төҙәтер өсөн, меҫкенләнеп, бисәләренән аҡса һорай ул. Миңә Күмертауға барып етергә бензин етмәй – 50 һум шуның өсөн кәрәк…», - тип үпкәләгәс, сығарып бирҙем тегегә йәшел ҡағыҙымды. Рәхмәт әйтеп, теге осоп та китте.
Эш көнө тамамланып, ҡайтыр яҡҡа юлланһам, теге НЛО тағы ҡаршыма килеп төшмәһенме! Ишеге шылып ҡына асыла башлағайны, ҡойроҡто һыртҡа һалып, һыпырт, әйгенәм. Теге, теле көрмәлә-көрмәлә, мине әрләп ҡалды. Ышан бына шунан һуң көслө зат вәкилдәренә: ерҙә лә, күктә лә эскән ир йораттары бер үк икән…







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

05.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ


Эшендә уңыштар теләйбеҙ!

04.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эшендә уңыштар теләйбеҙ!