НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эльфика әкиәттәре: Уҡытыусы-балалар

Эльфика әкиәттәре: Уҡытыусы-балалар


«Миңә йыш ҡына «ғәҙәти булмаған балалар»ҙың - инвалид балаларҙың әсәләренән хаттар килә. Яңыраҡ шундай хаттарҙың береһе шундай һорау ҡуйған: «Ниңә?» Минең был темаға бер нисә - «Колечко-кольцо», «Связник и ангел» тигән һәм башҡа әкиәттәрем бар. Хәйер, был темаға, минеңсә, сикһеҙ яҙырға була...
Минең иҫәпләүемсә, был балалар беҙҙең өсөн Уҡытыусы булып тыуған. Әле бына минең ҡул аҫтына килеп ингән хатта баяғы «Ниңә?» тигән һорауға ысын яуап бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автор үҙенең исем-шәрифен яҙмаған», - ти минең әхирәтем - психолог һәм психотерапевт Ирина Семина.
Бер нисә йыл элек Сиэтлдағы олимпиадала 100 метрлыҡ йүгереү дистанцияһы стартына туғыҙ атлет сығып баҫты. Уларҙың бөтәһе лә физик йәки аҡыл яғынан зәғиферәк ине.
Стартты аңлатҡан атыу яңғыраны. Спортсылар йүгерә башланы, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ: араларында йүгерә алмаусылар ҙа байтаҡ ине, әммә улар стартҡа йүгереүҙән бигерәк ҡатнашлыҡ күрһәтеү өсөн сыҡҡайны.
Дистанцияның өстән бер өлөшөн үтеп тә өлгөрмәнеләр, бер малай абынды ла, бер нисә тапҡыр түкмәсләп барып ятҡас, илай башланы. Шул саҡ йүгереп барыусылар, илаған тауышты ишетеп, арттарына боролоп ҡараны һәм... туҡтап, ҡолаған малай янына кире әйләнеп килде. Барыһы ла...
Дауна синдромлы ҡыҙыҡай малай янына сүгәләп ултырҙы ла, уны ҡосаҡлап, былай тип һораны: «Хәҙер һиңә еңелерәк булып ҡалдымы?»
Аҙаҡ уларҙың барыһы ла - туғыҙы ла финиш һыҙығына бергәләп, иңгә-иң терәп килеп етте...
Шул саҡ тамашасыларҙың, урындарынан тороп, балаларҙы алҡыштарға күмеүе... Ул ваҡиғаны күреүселәр һаман да улш турала ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та иҫкә ала.
Бына шундай хәл... Ысынлап та, был балалар ниңә шулай иткән? Бәлки, инвалид балалар ирекһеҙҙән беҙ, иҫән-һауҙар, күрмәгән дә, һиҙмәгән дә нәмәләрҙе нығыраҡ тоялыр һәм беләлер? Ысынлап та, улар өсөн дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамсыллыҡ, иң ҡуйыу, терәк булыу, башҡаларҙың хәлен аңлау кеүек нәмәләр тәбиғи. Улар, ауыртыныу-һыҙланыуҙарын баҫып, төрлө сикләүҙәрҙе, әйләнә-тирәләгеләрҙең мөнәсәбәт-ҡарашын еңеп, үҙҙәренә генә хас булған Эске Көс аша тәжрибә туплай. Һәм беҙгә, имен-амандарға, көслөләргә, сәләмәттәргә, хыялдағы еңел булмаған Чемпион Кубогын яулау дистанцияһында абынып йығылғанда дуҫтарҙың ҡул биреп торғоҙоуының һәм хуплап йылмайыуының ни тиклем ҡәҙерле булыуын белергә өйрәтә түгелме?!



Сығыу ваҡыты 6-05-2011, 14:08 | Ҡаранылар: 1173
|
  • Яңылышлыҡтан туҡылған яңғыҙлыҡ
  • Етем баланы ниндәй ғаилә алырға хоҡуҡлы?
  • Дүрт майшәм
  • Уҡытыусы балалар
  • Һаумы, мин – Бәхет!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM