RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Себер программисы һаңғырауҙарҙың телен уҡыусы программа булдырған

10.09.2019 Себер программисы һаңғырауҙарҙың телен уҡыусы программа булдырған

Был программа ҡолағы насар ишеткән йәки бөтөнләй һаңғырау ҡалған кешеләргә аралашыуҙы күпкә еңеләйтәсәк. Ул шулай уҡ ым-ишара хәрәкәттәрен автоматик рәүештә "уҡыу"һәм компьютер менән "сысҡанһыҙ"эшләү мөмкинлегенә лә эйә.

Яңы техник ҡаҙаныштың төп бурысы - тәржемә итеү. Программа кеше мейеһе кеүек эшләй: теге йәки был картинканы таный һәм ым-ишара хәрәкәттәрен теркәп, һүрәттәрҙе моделгә тәржемә итеп, махсус система ярҙамында уларҙың нейрон селтәрендәге мәғлүмәттәр менән
тап килеү-килмәүен сағыштырғандан һуң, компьютер ым-ишараға тура килгән "тәржемәне" мониторға сығара. Бынан тыш, система компьютер менән дә идара итә ала:ым-ишара ярҙамында экрандың яҡтылығын, тауышын көйләргә, курсорҙы "сысҡанһыҙ" ҙа ҡулланырға була.

--Техника ярҙамында ым-ишараны ике төрлө ысул--маркерһыҙ һәм маркерлау юлы менән танырға була. Маркерлы системала кешенең ҡул суғына, ҡушҡар һөйәктәренә уның тәнендәге мускулдарҙың һәм нөктәләрҙең хәрәкәтен "уҡыусы" махсус бирсәткәләр, приборҙар кейҙерелә. Мин иһә ҙур сығымдар талап итмәгән ҡатмарлы юлды һайланым. Уйлап тапҡан программам маркерһыҙ ысул менән, йәғни камералар ярҙамында ғына кешене һәм уның хәрәкәттәре таный ала, - ти программаны булдырыусы Алексей Приходько.

Бөгөн илебеҙҙә төрлө сәбәп арҡаһында һаңғырау булып ҡалған кешеләрҙең байтаҡ булыуын иҫәпкә алғанда, Себер программисының хеҙмәт емешенә һорау ҙур буласаҡ.



Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Мортаза Рәхимов: Минең уйымса, кешеләр Радий Хәбировтың эше менән ҡәнәғәт ҡалырҙар

"112-се Башҡорт кавдивизияһы һуғышҡан ерҙә Хәтер вахтаһы башланды"

Рәсәй футболсылары дүрт баҫҡысҡа күтәрелде

Пенсия йәше алдында тороусыларға ташламалар бар

Сәс ниңә ағара?

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сәс ниңә ағара?


Ҡабаҡтың файҙаһы ғына түгел, ә зыяны ла бар икән!

Радий Хәбиров район башлыҡтарына оло рәхмәтен еткерҙе

Лицензияһыҙ тауар һатма- хөкөм итерҙәр

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лицензияһыҙ тауар һатма- хөкөм итерҙәр


Радий Хәбировтың БР Башлығы вазифаһын үтәй башлау церемонияһы башланды

Рәсәйҙә тыуһа ла,  үҙен американка тип һанай

"Мостай уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ!

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Мостай уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ!


Республика көнөндә өс көн ял итәбеҙ

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Республика көнөндә өс көн ял итәбеҙ


Сирле баланы мәжбүри тартып алғандар

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сирле баланы мәжбүри тартып алғандар


Күҙһеҙ ҡалғың килһә керпек үҫтер

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күҙһеҙ ҡалғың килһә керпек үҫтер


Юлдыбайҙа мәсет яңыртыла

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлдыбайҙа мәсет яңыртыла


«Локомотив» командаһы 2,7 миллион евроға байыны

Бөтә ғаилә ағзаларын үлтергән

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бөтә ғаилә ағзаларын үлтергән


Башҡортостан компаниялары WorldFood Moscow аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә әҙерләнә

Йәшелсәне нисек һаҡларға?

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәшелсәне нисек һаҡларға?


Прокатта - "Һеңлекәш"

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Прокатта - "Һеңлекәш"


Һеҙҙең исемгә кемдеңдер банк картаһы ла асыуы бар

Аҡҡош балаларына үлем янай!!! Ярҙам кәрәк!

Инкассатор машинаһында йөрөп ҡарарға теләйһегеҙме?

200 һум - Күгәрсен районына!

18.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 200 һум - Күгәрсен районына!