RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандар

18.08.2019 Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандар

Эҫенән ҡотолоу сараһын тапҡандарБеҙҙә халыҡ бигерәк ҡыҙыҡ инде. Һыуыҡ булһа, өшөйбөҙ, эҫе булһа, бешәбеҙ. Ямғыр яуһа, күп яуа, томан төшһә, ни булған, тип, "аһ-уаһ" киләбеҙ. Әле бына ике көн эҫегә әлһерәнек.

Бик ҡыҫҡа инде беҙҙә бындай йәй. Ошо аҙна ҡыуандырыр былай.

Эҫенән ҡотолоу юлы нимәлә, беләһегеҙме? Юлда! Эйе, юлда. Тик уның зәңгәр төҫтә булыуы шарт.

Катарҙа шундай тәжрибә үткәреп ҡарарға булғандар. Япония белгестәре менән бергә юлды зәңгәргә буяп ҡарайҙар. Баҡһаң, ҡара асфальт тиҙ эҫей. Сөнки ҡара төҫ эҫене үҙенә тарта.

Ә зәңгәргә буяу асфальт температураһын 15 - 20 градусҡа тиклем төшөрөр, тип күҙаллана.
Тәжрибә һөҙөмтәләрен йыл ярым тирәһе өйрәнәсәктәр икән.

Беҙгә нимә эшләргә? Беҙҙә бит юлды зәңгәргә буяу түгел, ҡараһын да ҡайһы саҡ йүнләп һалмайҙар. Зәңгәр күҙлек кейергә ыштули. Алһыу күҙлектә ялҡытып та киткәйне...

Әйткәндәй, синоптиктар фаразы буйынса аҙна 30 градус эҫелек менән башлана. Артабан ҡайҙалыр 25, ҡайҙалыр 27 градус эҫе буласаҡ һәм аҙна аҙағына урыны менән ямғыр яуасаҡ. Августың һуңғы аҙнаһы көҙгә тартымыраҡ булыр, моғайын.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Милли проект буйынса Өфөлә юл ремонтлана

Элекке футболсы Путиндан интервью алырға теләй

Оҫталарға күҙ теймәһен!

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Оҫталарға күҙ теймәһен!


Иларғамы, көлөргәме, тигәндәй

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иларғамы, көлөргәме, тигәндәй


Жуликтар йоҡламай

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Жуликтар йоҡламай


Электрон хеҙмәт кенәгәләре индерелә

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Электрон хеҙмәт кенәгәләре индерелә


Юл фажиғәләре - 16 сентябрь

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 16 сентябрь


74 йәшендә бала тапҡан әбей ҙә, уның 80 йәшлек бабайы ла ауыр хәлдә

Әүҙем студенттар иғтибарына!

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әүҙем студенттар иғтибарына!


Иң матур ауылдар ҡайҙа?

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң матур ауылдар ҡайҙа?


Йүтәлдән ылыҫлы бал

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йүтәлдән ылыҫлы бал


Ҡарағайҙың шифаһы нимәлә?

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡарағайҙың шифаһы нимәлә?


Матур тамашалар көтөлә

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Матур тамашалар көтөлә


Биш хәҡиҡәт

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Биш хәҡиҡәт


Рөстәм Ғиззәтуллин, 200 һум аҡса һәм 3 кг ҡорот нимә менән бәйләнгән?

Кокорин менән Мамаев иреккә сыҡты

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кокорин менән Мамаев иреккә сыҡты


Башҡортостандың халыҡ артисы Марс Сәфиуллин мәрхүм булған

Доға уҡып ултырыр урынға...

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Доға уҡып ултырыр урынға...


23 миллион һумлыҡ 12 сәғәтен урлағандар

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 23 миллион һумлыҡ 12 сәғәтен урлағандар


Ҡурсаулыҡҡа рөхсәтһеҙ ингәндәре өсөн

17.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡурсаулыҡҡа рөхсәтһеҙ ингәндәре өсөн


«Зенит» Чемпиондар лигаһы уйындарын башлай

Бындай ҙур бүләк ауыл тарихында тәүге тапҡыр!

Алты йәшлек бала аҙна буйы әсәһенең мәйете менән йәшәгән

Айгиздең тағы бер таланты барлығын белдек!