RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Луиза Хәйруллинаны ҡабатлап: Өфөлә банк хеҙмәткәре 6,5 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә

24.07.2019 Луиза Хәйруллинаны ҡабатлап: Өфөлә банк хеҙмәткәре 6,5 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнә

Баш ҡала банктарының берәүһендә хеҙмәткәр ҡатынды ҡулға алғандар. Уны аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр.

6,5 миллион һум аҡсаның етешмәһе ревизия мәлендә асыҡланған. Финанс-кредит ойошмаһының вәкиле полицияға мөрәжәғәт иткән.

Оператив-эҙләү сараларынан һуң полиция банк кассиры енәйәткә ғәйепле тип тапҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 39 йәшлек хеҙмәткәр ай дауамында аҡсаны алған, ревизия алдынан бер миллион һумды алып сыҡҡан.
Был хәлгә ҡарата енәйәт эше асылған. Шиккә алынған ҡатын полиция бүлегенә килтерелгән.

«Әлеге ваҡытта ул РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһына ярашлы ҡулға алынған. Ҡылынған хәл буйынса тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Алкоголдән ҡайҙа күберәк ағыуланғандар?

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һөҙөмтәләре тиҙҙән асыҡ күренәсәк

Владимир Путин протест акциялары тураһында һөйләне

Һүрәттәге ир - Ринат Вәлиуллин ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Стэнли кубогы Новосибирскиҙа ҡунаҡта  булды

Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ

Балаһы 1-се класҡа барған ата-әсәләр иғтибарына!

Өфө - Аэропорт юлы идеаль торошта булырға тейеш!

Радий Хәбиров: Бының менән шаярмағыҙ, был - һеҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе

Медведев еңде, Кузнецоваға хәл етеңкерәмәне

"Демография" милли проекты аша "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты ғәмәлгә ашырыла

Владимир Путинды Европаға саҡырҙылар

19.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинды Европаға саҡырҙылар