RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 50 сирҙән дауалай, ти...

12.07.2019 50 сирҙән дауалай, ти...

Ғалимдар яңылыҡ асҡан. Теүәлерәге, 50-нән дә ашыуыраҡ сирҙән дауалай алырлыҡ үләнде асыҡлаған. Ә ул үлән иһә беҙҙең ҡырҙар тулы.

Белгестәр чабрец (тимьян) тураһында һүҙ йөрөтә. Ә беҙҙеңсә атамаһы бигерәк матур - кейәү үләне (башҡорттарҙа кейәүҙәргә һәр саҡ "пачут").

Үҙе тәпәш кенә, көсһөҙ генә күренә. Ә еҫе-ее! Хәйер, ауыл кешеләренә был хаҡта һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.

Шул үләнде йыйып алып ҡайттыҡ, киптерҙек. Бына яңыраҡ ҡына унан сәй яһап эсеп, буш ваҡытта интернет "диңгеҙенә" сумғайным, ошо үлән хаҡында ғалимдарҙың асышына бәйле яңылыҡ таралған.

Белһәгеҙ, эйе шул, тиегеҙ, белмәһәгеҙ - белегеҙ: кейәү үләне көслө антисептик, вирусҡа ҡаршы шәп сара.
Киҙеүҙе еңергә ярҙам итә, стрептококк, кандида бәшмәген бөтөрә. Тағы ла микроорганизмдарҙы тарҡатырға ла һәләтле. Ә был инде организмдың һаҡланыу сараларын яҡшырта, шлактар сығарыуға, лейкоциттар формалашыуына ыңғай булышлыҡ итә.

Үләндән яһалған эфир майын һыуға тамыҙһаң, ул стафилококка ҡаршы тора, зарарлы вирустарҙы өс сәғәттә бөтөрә.

Яҡшы терапевтик дауа ла ул кейәү үләне. Йүткереүҙән арындыра. Ларингитты, астманы, танау эсендәге йоғошло патологияларҙы еңә. Хатта туберкулезды дауалағанда ла уны ҡулланырға була. Эсәк микрофлораһының балансын да көйләй. Аҙ ҡанлылыҡтан йонсоғандарға ярҙам итә. Сәйе һыуһынды ла ҡандыра. Эсеүгә еңел дә.

Чабрец — В6 витамины сығанағы. Ул псориаз, диабет, невралгия, радикулит, герпес булғанда кәрәк витамин. А, Е, С, РР, В1, В2 витаминдарына ла бай.

Ғалимдар былай тип һанай:
эффективно борется с простудой;
производит мощный обезболивающий эффект;
изгоняет из организма паразитов;
снимает мышечную и суставную боль: облегчает состояние при радикулите, воспалении седалищного нерва, ревматизме;
нормализует пищеварительный процесс, снимает желудочно-кишечные колики;
предотвращает развитие гастрита, колита;
устраняет вздутие и запор;
укрепляет иммунную защиту;
тонизирует;
снимает судороги;
лечит подагру;
избавляет от бессонницы;
поднимает низкое давление;
снимает боль и раздражение при ангине, стоматите, гингивите (в виде отвара для полосканий);
заживляет трещины, раны, язвы, устраняет кожный зуд (для этого на пораженное место ставят компресс с чабрецом);
«прогоняет» депрессию;
повышает аппетит.

Был үләнде боронғо гректар "йәшәү һулышы" тип атаған. Әле кейәү үләненең шау сәскәле сағы. Йыйырға өлгөрөгөҙ. Шуны онотмағыҙ: уны ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә лә кәрәк.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юл фажиғәләре - 22 июль

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 22 июль


Аҡсалар тү-тү...

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсалар тү-тү...


Хабаровск крайында балалар лагерында янғын сыҡҡан: өс бала үлгән

Сит илгә барһағыҙ, күстәнәскә емеште артыҡ алмағыҙ

Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр


Уҙған төндә Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан

Республикала «Мобиль һайлаусы»ға старт бирелде

Тракторҙы кем отор?

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тракторҙы кем отор?


Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл


Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға 112,5 миллион һум бүленәсәк

Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы советына ағзалар тәғәйенләне

Юл фажиғәләре

22.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре