RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дини байрамдар сит төбәктә милли үҙаңды һаҡларға булышлыҡ итә

05.06.2019 Дини байрамдар сит төбәктә милли үҙаңды һаҡларға булышлыҡ итә

Нурия ИҠСАНОВА хәбәр итә:

Сит төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә дини байрамдар башҡортлоҡто һаҡларға ярҙам итеүсе төп сараларҙың береһе булып тора.
Рамаҙан айы дауамы мосолмандар мәсеттәргә йыйыла, үҙ телендә аралаша, милли матбуғат менән таныша. Урал федераль төбәгендәге БР даими вәкиллеге Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан дини сараларҙы башҡорт мәҙәниәтенә бағышланы. Ошондай саралар Силәбе һәм Екатеринбург ҡалаларында үтте.

Урындағы милли ойошмалар ҙа был сараға дәррәү ҡушылды. Улар милли йыһаздарҙан күргәҙмә әҙерләне, мөнәжәттәр башҡарҙы, милли ризыҡтар әҙерләне. Хабрахман Мансуров милләттәштәренә ҡурай моңон бүләк итте.

Екатеринбург ҡалаһына Үзбәкстан вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре лә килде. Улар ҡан-ҡәрҙәштәре – башҡорттарҙың бай мәҙәниәте менән танышты, Башҡортостан менән һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Сарала башҡорт тарихына бағышланған Салауат Хәмиҙуллиндың фильмдары һәм «Уралым» телетапшырыуы командаһы әҙерләгән видеороликтар күрһәтелде. Сәхнәнән мөнәжәттәр әйтелде.

Екатеринбургта башлыса Башҡортостандан күсеп килеүсе башҡорттар йәшәй. Төрлө мәҙәни өлкәләрҙә, өлкә хакимиәтендә һәм урындағы дини назаратта беҙҙең милләт вәкилдәре эшләй, ең һыҙғанып үҙ халҡына хеҙмәт итә. Мәҫәлән, ҡала мәсете имамы Айнур Закиров сығышы буйынса Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан. Милләттәштәрен туплап ул төрлө саралар үткәрә. Бөгөн дә ир уҙаманы табынды башҡорт балы менән тәьмин итте, бүләктәр таратты, мөнәжәт һөйләне. Эшҡыуар Илдар Ҡарабаев сараға матди ярҙам күрһәтте.












Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: «Уралым» ижади төркөмө




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте

Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...


Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?

Гиппократ антына төкөргән...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гиппократ антына төкөргән...


Ғүмерле булғыры...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғүмерле булғыры...


Студенттар каникулда аҡса эшләй

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Студенттар каникулда аҡса эшләй


Биометрик мәғлүмәттәр менән кредит алып буласаҡ

Ҡорбан салыу урыны билдәләнде

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорбан салыу урыны билдәләнде


Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!

Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай


Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты

Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!