RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һин башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерме?

14.05.2019 Һин башҡорт теленән диктант яҙырға әҙерме?

Был аҙнаның шәмбеһендә, йәғни 18 май көндө иртәнге сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында, 02-се, 01 аудиторияларҙа башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант үткәреләсәк.

Ике аудитория ике кимәлгә тәғәйенләнгән: 1) башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; 2) телде яңы өйрәнә башлағандар өсөн.

Диктант тура эфирҙа интернет аша республикаға таратыласаҡ. Бынан тыш, акцияға сит илдәр ҙә ҡушыласаҡ. Бөгөнгә Белоруссия, Америка, Бөйөк Британия, Германия, Ирландия, Италия, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡырғыҙстан, Латвия, Монако Короллеге, Португалия, Польша, Төркиә, Чехия, Швейцария, Швеция кеүек илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр сарала ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе.

Ваҡыт айырмаһы ҙур булыуы арҡаһында улар диктантты башлыса онлайн-режимда түгел, ә Башҡортостан халҡынан алда яҙасаҡ. Бының өсөн уларға алдан текст һәм билдәле шәхесебеҙ Хөрмәтулла Үтәшев уҡыуында уның видеояҙмаһы ебәреләсәк.

Рәсәй төбәктәре лә диктанттан ситтә ҡалмай. Ғәйнә башҡорттары Пермь ҡалаһының М.Горький исемендәге китапханаһында һәм Березовка районы Байтирәк ауылы китапханаһында йыйыласаҡ.

Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары Һамар ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда диктант яҙасаҡ. Свердловск өлкәһе башҡорттары Урал халыҡтары йортон билдәләгән. Бынан тыш, өлкәнең Пышма (1-се мәктәп), Каменск-Уральск ҡалалары (Милли мәҙәниәттәр үҙәге) ла сарала ҡатнаша.
Диктант яҙыуға Силәбе өлкәһе (Халыҡтар дуҫлығы йорто), Ханты-Манси автономиялы округы (Сорғот ҡалаһы, Г. Пирожников исемендәге Үҙәк район китапханаһы), Ырымбур өлкәһе (Аллабирҙе ауылы мәктәбе), Татарстан (Ҡазан, Яр Саллы, Түбәнге Кама ҡалалары – бөтәһендә лә Халыҡтар дуҫлығы йорто), Ҡурған өлкәһе (Сафакүл ауылы), Санкт-Петербург (Халыҡтар дуҫлығы йорто) һәм Мәскәү (Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге) ҡалалары ла ҡушыла.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай КӘРИМОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне