RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Китергә йыйынмай!

29.04.2019 Китергә йыйынмай!

Учалынан ҡыш китергә йыйынмай - төндә ҡар яуҙы!

Ҡар, кешене ышандырып, гөрләп ирегән була - тамсылар күңелле тыпылдай. Һауа температураһы төндә минус алты булһа, әле - 0 градус тирәһе, ләкин һыуығыраҡ тойола. Уҫал ғына еле бар.

Учалыларҙы бындай көн торошо аптыратмай. Сөнки, мәҫәлән, 2016 йылдың 29 апрелендә, былтыр 1 майҙа тап шулай уҡ ҡар яуып, ял көндәренә булған бөтә пландарҙы боҙорға эшкингәйне.

Ҡошсоҡтар йәл - яңы ғына йылы яҡтан ҡайтып, кисә төндә шул тиклем өҙҙөрөп, берен-бере уҙҙырып һайрай ине. Әле иһә ҡарғалар ҡарҡылдағаны ғына ишетелә.

Ҡар яуҙы-яуҙы ла, төшкә табан ҡояш сығып, ғәйепле йылмайған булды...

Учалыла кесаҙнаға тиклем һалҡын көндәр вәғәҙәләйҙәр - төндәрен минус алты градусҡаса һыуытасаҡ...



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Авторҙың фотоһы.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде


Уҡытыусыларҙың уртаса йәше пенсия алды йәшенә еткән

Мәүжиҙә Аллаярова-Мөхәмәтйәнованан тормош кәңәше - лайфхак

Бәхетле булыу серҙәре

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхетле булыу серҙәре


Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?


БДИ-ға биш көн ҡалды

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы БДИ-ға биш көн ҡалды


Сергей Лазарев ни өсөн Дункан Лоуренстың еңеүе менән килешмәй?

Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар

Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...


Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр


Рәсәй Президенты Владимир Путин уникаль медицина хаҡында

Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?