RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кескәй Мәликәнең шатлығы

23.04.2019 Кескәй Мәликәнең шатлығы

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе етәксеһе Сания Ҡузбаева хәбәр итә:

Быйыл Төйлөгән ҡасабаһында тағы ла «Атай, әсәй, мин - спорт һөйгән ғаилә!» исемле спорт байрамы үтте. Унда райондың ете балалар баҡсаһы командалары ҡатнашты. Төйлөгәндән командалар: «Олимпик» ( «Снежинка»), «Дружная семья» («Солнышко»), «Улыбка» ( «Родничок»), ауылдарҙан Владимировканың «Радуга-спорт», «Оптимисты» (Ташла), «Комета» (Ивановка) һәм Аллабирҙенән «Йәйғор» көс һынашты.

Аллабирҙе ауылы һәм мәктәбенең намыҫын һаҡлау Зөлкәрнәевтарҙың татыу ғаиләһенә бирелде. Фуриә Шәһит ҡыҙы менән Рәмил Мирас улына йәш ата-әсәйҙәр менән алышыу еңелдән булманы, шулай ҙа улар бирешмәне. Күңелле ярыштарҙа атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә балалары менән бер булып һикерҙе, туптар менән төрлө күнегеүҙәр эшләне. Аяҡтар менән туп ҡыҫып йүгергәндә, Рәмил Мирас улы, ярты юл үткәс, туптың шыуып төшөп ҡалғанын белде һәм, кире боролдо, һынауҙы яңынан башлап, финишҡа барып етте.

Эйе, ярыш төрҙәре иғтибарлыҡ, етеҙлек, берҙәмлек талап итте. Ғаилә һөйөклө ҡыҙҙары Мәликә өсөн тырышты, уның шатлығы - атай менән әсәй өсөн баһалап бөткөһөҙ бүләк. Тәрбиәсе Нәилә Нәзир ҡыҙы Ҡуҙбаеваның ихлас шатланыуҙары ла Зөлкәрнаевтарҙы дәртләндерҙе, көс бирҙе. Ҡулса менән йүгереп барған Мәликә яратҡан тәрбиәсеһен ҡул болғап сәләмләп алырға ла өлгөрҙө, фотоға ла ихласлап төштө. Ҡыҙ бала өсөн был онотолмаҫ байрам булды, етмәһә, район етәкселәре уйынсыҡ бүләк итеп ҡыуандырҙы.












Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Ойоштороусылар




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!


Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?


Учалыла законды ихтирам иттеләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалыла законды ихтирам иттеләр


Һауаға шарҙар осорорға ярамай

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауаға шарҙар осорорға ярамай