RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәхәт йәшәмәгеҙ әле, тине, шикелле, талпандар, быйыл йоҡонан иртәрәк уянып...

18.04.2019 Рәхәт йәшәмәгеҙ әле, тине, шикелле, талпандар, быйыл йоҡонан иртәрәк уянып...

Былтыр ҡыҫҡанды быйыл һөйләмәйҙәр, тиһәләр ҙә, былтыр 18 апрелгә республикабыҙҙа 19 ғына кешегә талпан ҡаҙалып өлгөргәйне. Ә быйыл талпандар үтә әүҙем булыуы менән аптырата: бөгөнгө көнгә Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә, уның филиалдарына талпан ҡаҙалыу сәбәпле 220 кеше мөрәжәғәт иткән дә инде!

Әле мөрәжәғәт итмәгәндәр ҙә донъялыр, сөнки, мәҫәлән, ауыл кешеһе ғәҙәттә талпан ҡаҙалыуға иҫе китеп бармай – ҡан эскесте соҡоп сығара ла, артабан һәүетемсә тормошон дауам итә. Ләкин бөжәкте лабораторияла тикшергәндә лә насар булмаҫ ине, ни тиһәң дә, улар вируслы энцефалит, боррелиоз сирҙәрен таратыусы булараҡ үтә хәүефлеләр.

Һәр район үҙәктәрендә тиерлек “МедиаЛаб” яуаплылығы сикләнгән ойошмалар эшләй, улар аша ҡанығыҙҙы тәмләп өлгөргән талпанды Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ебәрергә мөмкин. Үҙ аллы түбәндәге адрестар буйынса ла лабораторияға килтерергә була:
- Өфө ҡалаһы, Шафиев урамы, 7;
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революционная урамы, 2а;
- Бөрө ҡалаһы, Калинин урамы, 18;
- Нефтекамск ҡалаһы, Социалистик урамы, 10;
- Туймазы ҡалаһы, урмансы Морозов урамы, 1.

Республика дезинфекция үҙәге 23 апрелдә Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк паркын, 23-24 апрелдә Яҡутов исемендәге паркты, 24 апрелдә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы парк зонаһын, Хөкүмәт Йорто алдындағы скверҙы, Ленин исемендәге майҙанды, Маяковский исемендәге, Еңеүҙең 50 йыллығы, 8 март урамындағы скверҙарҙы, Киров исемендәге баҡсаны талпанға ҡаршы эшкәртә башлаясаҡ. Графикка ярашлы йәмғеһе 4 мең га майҙан эшкәртеләсәк, шул иҫәптән скверҙар, баҡсалар, парктар, пляждар... Ә эшкәртелеү эләкмәгән ерҙә йөрөгәндәргә, йәғни баш ҡаланан ситтә йәшәүселәргә, үтә һаҡ, иғтибарлы булырға ҡала.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!


Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?


Учалыла законды ихтирам иттеләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалыла законды ихтирам иттеләр


Һауаға шарҙар осорорға ярамай

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауаға шарҙар осорорға ярамай