RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баланы баланан кәмһетеүгә юл ҡуймайыҡ!

01.03.2019 Баланы баланан кәмһетеүгә юл ҡуймайыҡ!

Нимә ул буллинг? Беҙҙеңсә юрамал яла яғыу, мыҫҡыл итеү, кәмһетеү тигәнде аңлата. Һүҙе заманса булһа ла, был күренеш беҙҙә электән киң таралған, йәшерен-батырыны юҡ. Быға тиклем хулиганлыҡ тип аталһа, уға күп ваҡытта күҙ йомолһа, хәҙер буллинг өсөн енәйәт эше асылыуы бар.

БР Йәмәғәт палатаһы уҡыу учреждениеларындағы буллингҡа ҡаршы “Янымда бул” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.
“Түңәрәк өҫтәл” эксперттары әйтеүенсә, төбәктә буллингҡа ҡаршы профилактик эштәр алып барыла. Тик балалар һәм араһындағы бындай күренеш өлкәндәр ҡыҫылмайынса юҡҡа сыҡмаясаҡ. Буллингтың бер төрө — кибербуллинг икеләтә ҡурҡыныс. Сөнки ул интернет аша, фейк биттәрҙән алып барыла — был осраҡта мыҫҡыл итеүсене асыҡлауы ауыр. Берәүҙе ҡорбан итеп һайлағас, уны күмәкләп агрессив рәүештә йәберләүҙән ҡыҙыҡ табалар.

Үкенескә күрә, был күренеш замана балалары һәм үҫмерҙәре араһында киң таралған. Баланың нығынып етмәгән психикаһы яуызлыҡҡа ҡаршы тора алмай, һөҙөмтәлә йә суицид ҡылына, йә башҡаһы.
Юғары квалификациялы психологтар, психотерапевтар, йәмәғәтселәр, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡатнашлығындағы был һөйләшеү республикала буллингҡа ҡаршы әлегә тәүге оло сара булып тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Үргә ос” Беренсе мәктәп белеме форумында Радий Хәбиров асыҡтан – асыҡ буллинг хаҡында сығыш яһаны. Ул республика мәктәптәрендә кәмһетеү, көс ҡулланыу булырға тейеш түгел, тип талап итте. “ Мәктәптең әхлаҡи атмосфераһы, психологик мөхите мөһим роль уйнай. Бындай яуызлыҡ балаға ғына түгел, барлыҡ мәғариф системаһына зыян килтерә. Уҡыусыларҙың эҙәрлекләнгән, мыҫҡыл ителгән осраҡтарына юл ҡуймағыҙ – был факттар ғәҙәттән тыш хәлгә тиң булырға тейеш”, — тине етәксе.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне