RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әйҙәгеҙ беҙҙең менән театрға!

02.03.2019 Әйҙәгеҙ беҙҙең менән театрға!

“Юлдаш” радиоһы “Юлдаш” + Театр = Мөхәббәт” тип аталған акция иғлан итте. Йыл буйы тамашасылар менән бергә республикабыҙ театрҙарына тамаша ҡылырға ниәтләйбеҙ. Тәүге сәфәребеҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына булды. Күп йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән театрыбыҙҙың ауыр юғалтыуҙар кисергән мәлендә бергә булыуҙы үҙебеҙҙең бурысыбыҙ ҙа һананыҡ. Коллектив тыңлаусылары менән бергә “Сыңғыҙхандың аҡ болото” тип аталған премьера ҡараны. Мәшһүр яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың әҫәрен режиссер Мәсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, ғалим Мирас Иҙелбаев, билдәле табибә Сәлиә Мырҙабаева, танылған йырсы Флүрә Килдейәрова, диктор Флүрә Мурзина һ.б беҙҙең менән бергә сәхнәлә тәүге һулыш алған тамашаның шаһиты булды.

Халыҡ әҫәрҙе йылы ҡабул итте, артистарҙы сәхнәнән сығармай бик оҙаҡ ал­ҡышланы. Беҙ иһә спектаклде ҡуйған, унда уйнаған ижад­сыларға “Юлдаш” радиоһынан иҫтәлекле бүләктәр тап­шырҙыҡ.

Радио һәм театр тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Тап актерҙарҙың тауыштары ме­нән әҙәби әҫәрҙәр, иғландар, тапшырыуҙар яҙыла, беҙ уларҙың ижади еңеүҙәре, асыштары, премьералары тураһында халыҡҡа хәбәр еткерәбеҙ, артистар менән тамашасыларҙы радио тул­ҡындары ярҙамында ос­раштырабыҙ, спектаклдәргә саҡырабыҙ.

2019 йыл – илдә Театр йылы. 100 йыллыҡ республикабыҙ тарихына театрҙар тарихы ла ныҡлап үрелгән. Йыл исеме һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн дәүләт кимәлендә театрҙарға ҙур иғтибар бүленһен ине. Уларҙың тышҡы-эске торошо күркәмләнһен, актерҙарҙың эш хаҡтары артһын, фатирҙар бирелһен. Ә беҙ инде уларҙың залдары тулы булһын өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә әҙер.

3 мартта “Юлдаш” коллективы Өфө “Нур” татар дәүләт театрына барырға иҫәп тота. Унда “Гөргөри кейәүҙәре” спектакле ҡуйыла. Артабан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, Арыҫ­лан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәх­нәләштергән тамашалар көтә. Әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе сафландырыр театр донъяһына бергәләп йөрөйөк. Беҙ театрҙа ла бергә!



Автор: Т. Аманов
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дмитрий Медведев "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты маҡсаты буйынса күрһәткестәрҙе дөрөҫ әйтергә саҡырҙы

Владимир Путин - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә

"Ағай-эне - аҡ мыйыҡ, бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ!"

Әбйәлилдәр - Пермдә

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлилдәр - Пермдә


Ғаиләңдең бюджетын тәртиптә тоторға өйрәтеүсе фестивалдә ҡатнаш

Ҡыҫтыбый

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыҫтыбый


Төньяҡ Кореяла тамашасаһыҙ футбол уҙған

Иренең һөйәркәһен үлтерергә киллер яллағандар

Квитанциялар яңыса буласаҡ

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Квитанциялар яңыса буласаҡ


Ласицкене донъя спортсыһына номинант

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ласицкене донъя спортсыһына номинант


Үәт, үҙебеҙҙең “Абҙаҡ”!

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Үәт, үҙебеҙҙең “Абҙаҡ”!


Балағыҙҙы нисек ашаталар?

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Балағыҙҙы нисек ашаталар?


Бразилияның диңгеҙ ярында совет диңгеҙселәренең хаты һалынған шешә табылған

Тәҙрәнән осоп төшә яҙған күршеһен ҡотҡарған

Рәсәй волейболсылары уңышһыҙ сығыш яһаны

Олимпия чемпиондары сирекфиналға сыға алманы

102-се башҡорт гимназияһы шағир исемен йөрөтәсәк

20 октябрҙә телевизор ҡарарға онотмағыҙ!

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 20 октябрҙә телевизор ҡарарға онотмағыҙ!


Байрамың менән, ауыл ҡатын-ҡыҙы!

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Байрамың менән, ауыл ҡатын-ҡыҙы!


"Иҙеүкәй менән Мораҙым" сәхнәләштерелә!

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Иҙеүкәй менән Мораҙым" сәхнәләштерелә!


Екатеринбургта машинаһын һатҡан ҡатын юғалған

Донъя рекордын бушҡа ҡуя...

15.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Донъя рекордын бушҡа ҡуя...


Байрам көнөндә эшләгәндәргә – икеләтә хеҙмәт хаҡы

«Экстрасенстар алышы» тапшырыуын судҡа биргән