RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең етештереү майҙансыҡтарында булды

07.02.2019 Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең етештереү майҙансыҡтарында булды

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур үҙәк булып тора. «Ростех» берләшкән двигателдәр эшләү дәүләт корпорацияһына инә.

Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтарын ҡараны. 2018 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә импортты алмаштырыу программаһы буйынса ВК-2500 двигателе компоненттарын сығарыу менән шөғөлләнгән 185-се етештереү-технология үҙәген ойоштороу эштәре тамамланды. Берекмәнең идарасы директоры Евгений Семивеличенко был компоненттарҙың вертолет двигателдәре өсөн файҙаланылыуы тураһында һөйләне. Цехтарында 1996 йылға тиклем «Москвич» автомобилдәре өсөн двигателдәр йыйылған етештереү бинаһында 50-нән ашыу юғары технологиялы станоктар ҡуйылған.

Әле Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тағы өс етештереү-технология үҙәген ойоштороу эше алып барыла, унда 250 берәмек юғары технологиялы ҡорамал урынлаштырыу күҙаллана. Барлыҡ үҙәктәр иң яҡшы донъя стандарттарын һәм тәжрибәләрен иҫәпкә алып, шул иҫәптән һаҡсыл етештереү принциптарын ҡулланып проектланған.

185-се етештереү-технология үҙәге етәксеһе Дмитрий Ерихов «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, бында йәштәр күп, белгестәрҙең уртаса йәше — 30, уртаса эш хаҡы — 40 мең самаһы, һәйбәт социаль пакет бар, квалификацияны күтәреү һәм артабан үҫешеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Бер йыл элек, 2018 йылдың ғинуарында был үҙәккә Рәсәй Президенты Владимир Путин килде. Ул производство масштабын һәм үҙәкте техник йыһазландырыуҙы юғары баһаланы.

Йыйыу цехында Радий Хәбиров махсус технологик ҡорамал ярҙамында авиация двигателдәрен ҡулдан йыйыуҙы ҡараны. Цехта юғары квалификациялы слесарь-йыйыусылар эшләй.

Предприятие Су-57 бишенсе быуын истребителе өсөн төп перспективалы двигатель етештереүсе булып тора.

Радий Хәбиров 2006 йылда юғары технологиялы продукция етештергәндә инновациялы проекттарҙы үҫтереү өсөн ойошторолған авиация технологиялары технопаркында ла булды.



Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Урал Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Овечкин НХЛ  тарихын яҙа...

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Овечкин НХЛ тарихын яҙа...


Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?


Ватсапта башланған низағ бысаҡҡа барып еткән

Телеүҙәктә нимә булған?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Телеүҙәктә нимә булған?


Башҡортостанда уртаса пенсия күләме 13.5 мең һумдан артты

Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды


Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр


Пластик шешә өсөн – аҡса

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пластик шешә өсөн – аҡса


Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?


Нуғай ҡасабаһында яңы балалар поликлиникаһы