RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эшкә алғанда нисек алдайҙар?

09.02.2019 Эшкә алғанда нисек алдайҙар?

Эшкә урынлашҡанда алданған кешеләр һанап бөткөһөҙ. Рәсәйҙә һәр өсөнсө кеше намыҫһыҙ эш биреүселәр менән осраша. Эшкә алғанда киң таралған алдау ысулдарын ҡарап үтәйек.

1. Иң киң таралған ысул – кешене һынау ваҡыты менән алыу. Күпмелер ваҡыт хеҙмәткәр бушҡа йәки ярты хеҙмәт хаҡына эшләргә мәжбүр була. Ваҡыт үтеү менән уны, һынауҙы үтмәнең, тип эшенән ебәрәләр һәм икенсе кешене эшкә алалар. Эш тә бара, аҡса ла янда ҡала.

2. Йәштәрҙе һәм практиканттарҙы эшкә йыялар. Эш хаҡын күпкә кәметеп түләйҙәр йәки түләп тә тормайҙар. Эшкә алынмауының сәбәбен: “Һин бит ана ниндәй оҫталарҙан оҫталыҡ дәрестәре алдың. Бындай мастер-класс өсөн күптәр үҙҙәре аҡса түләргә әҙер”, – тип белдерәләр.

3. Вазифа йәки эш хаҡы ни тиклем түбәнерәк, уға шул тиклем ялтырауыҡлы исем тағалар. Мәҫәлән, реклама бүлеге хеҙмәткәре түгел, ә реклама хеҙмәте директоры, вахтер түгел, именлек хеҙмәте буйынса баш белгес һ.б. Кешегә ялтырауыҡлы визитка эшләп бирәләр, хатта матур кейем дә тегәләр. Хәҙер уны эштә үҫеш көтәсәк, үҙе генә тырышһын. Ә ваҡыт үтеү менән хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында бер кем дә уйламай. Ризаһыҙлыҡ белдермәй эшләй бит, әйҙә эшләһен.

4. Эш урынына “бәйләп” ҡуйыу. Бығау – ипотека, кредиттар. Эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, кеше түҙеп эшләп йөрөргә мәжбүр. Өҫтәүенә, конвертта бер аҙ премия ла бирәләр. Ә түбәнерәк вазифа биләгәндәрҙе ял йорттарына путевка, ноутбук, ятаҡтан бирелгән урын менән бәйләп тоталар. Беренсе ҡарашҡа эш биреүсе хеҙмәткәр­ҙәре хаҡында хәстәрлек тә күрә һымаҡ. Ә асылда өс тингә ялһыҙ эшләтәләр. Эшләгәндәре өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алһалар, ипотека, кредиттар ҙа, ваҡ-төйәге лә кәрәкмәҫ ине.

5. Бер генә тапҡыр башҡарыла торған эштәрҙә файҙаланыу. Эш эшләнгән, аҡса алырға ваҡыт. Етәксе уларҙың хәлен белергә килә, үҙ кеше булып ҡылана һәм барыһына ла ҡалын конверттар өләшеп сыға. “Аңлашыл­маусанлыҡтар юҡмы?” – тип тә һорарға мөмкин. Уға, ғәҙәттә, юҡ, тип яуап бирәләр. Шундай ябай, ихлас, ипле кешегә нисек дәғүә белдермәк кәрәк?! Әммә бер аҙҙан, конверт эсендәге аҡсаны һанағас, уның килешелгән хаҡтан аҙ булыуы асыҡлана.

6. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирмәү. Мәҫәлән, март айы өсөн эш хаҡын июндә биреү, июндекен – сентябрҙә, октябрҙекен – декабрҙә. Эш хаҡын тотҡарлау ойошма файҙаһына. Һөҙөмтәлә премия ла юҡ. Аҡсағыҙ инфляцияға эләгеп арзаная. Бындай урында эшләмәүең хәйерлерәк.

7. Эшкә алынғанда әңгәмәләшеүҙә һеҙгә күп эш хаҡы вәғәҙә итәләр һәм ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыралар. Иғтибарлы булығыҙ: хеҙмәт килешеүендә яҙылғандарҙы ентекләп уҡып сығығыҙ. Бәлки, һеҙгә һеҙ әле күреп тә белмәгән складтағы әйберҙәр өсөн яуап биреүҙе йөкмәтәләрҙер. Бәлки, был компанияла һуңлау, дресс-код буйынса кейенмәгән, эштә сәй эсеү ойоштор­ған өсөн штрафтар барҙыр. Иң яҡшыһы – үҙҙәрен иң яҡшылар иҫәбенә индергән ойошма тураһында кеше­ләрҙең яҙғандарын уҡығыҙ.

8. Иң таралған алдау ысулы – һин бер эшкә алынаһың, әммә, үҙ вазифаңдан тыш, башҡа эштәрҙе лә эшләргә мәжбүр булаһың. Эшкә урынлашҡанда үҙ бурыстарығыҙҙы аныҡлағыҙ.

9. Конверттарҙа таратылған эш хаҡына ризалашмағыҙ. Эш стажығыҙ ҙа бармаясаҡ, пенсия фондына страховка иғәнәләре лә түләнмәйәсәк. Хатта һуңынан тейешле хеҙмәт хаҡын да ала алмай йөрөүегеҙ ихтимал.

10. Әңгәмәләшеүгә барғанда һеҙҙән уҡыу, махсус эш кейеме өсөн аҡса һорау һағайтыр­ға тейеш. Етди ойошмалар бындай аҙымға бармай.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: pixabay.com





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Урал Шәмиғоловтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Гәзиттең 5-се һанындағы кроссворд еңеүселәре!

Овечкин НХЛ  тарихын яҙа...

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Овечкин НХЛ тарихын яҙа...


Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?

16.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?


Ватсапта башланған низағ бысаҡҡа барып еткән

Телеүҙәктә нимә булған?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Телеүҙәктә нимә булған?


Башҡортостанда уртаса пенсия күләме 13.5 мең һумдан артты

Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың өс ҡалаһы һайланды


Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Афған яугирҙәрен тәбрикләйәсәктәр


Пластик шешә өсөн – аҡса

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пластик шешә өсөн – аҡса


Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?

15.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөләге был урам зәхмәтлеме әллә?


Нуғай ҡасабаһында яңы балалар поликлиникаһы