RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Проблемаңды "Инцидент" хәл итәсәк

24.01.2019 Проблемаңды "Инцидент" хәл итәсәк

Башҡортостан халҡының проблемаларын хәл итеүҙә "Инцидент" системаһы эшләй. Түбәндә һорау-мөрәжәғәттәргә эш менән уңышлы яуап миҫалдарын килтерәбеҙ:

***

- "Бәйләнештә" селтәрендәге "Подслушано Белорецк" төркөмөндә "43-сө йорттоң мөйөшөнә электр бағанаһы бына-бына ҡолайым тип тора. Йортта ике ғаилә йәшәй, әгәр ҙә бағана ауһа ике яҡ та зыян күрәсәк. Бер юлы электр уты башҡа йорттарҙа ла өҙөләсәк" тигәндәр.

Был проблема яуапһыҙ ҡалманы. Белорет районы хакимиәтенең рәсми вәкиле Александр Зайцев белдереүенсә, мөрәжәғәт "Белорет ҡала электр селтәрҙәре" муниципаль предприятиеһына ебәрелгән. Улар, үҙ сиратында, бригада ебәреп бағананы яңынан ҡуйған.

***

Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылынан Римма Сөләймәнова ауылдарында былтыр яҙ клубтың сәбәпһеҙ ябылып, ошо көнгәсә бикле тороуына борсолоу белдергән.

«Ауылыбыҙҙа 18 йәшкә тиклем 20 бала һәм байтаҡ оло кеше бар. Клуб асылһа, үҙебеҙ булһа ла байрамдар ойошторор инек. Балаларыбыҙ бар нәмәгә лә һәләтле. Яңы йылға ла һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Кисә бер хаҡлы ялдағы апай, лотерея билеттары һатмайһығыҙмы, Яңы йылға клубты асаларҙыр ул, тип һораны. Етәкселәр, былтыр тендер үткәрелде, мәҙәниәт усағының бинаһына капиталь ремонт эшләнәсәк, Яңы йылға асылыр, тип вәғәҙә биргәйне лә бит. Һаман да тынлыҡ. Мин, ауылдың актив кешеһе булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт иттем».

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров был мөрәжәғәткә түбәндәгесә яуап биргән:
«Күлләр ауылындағы клуб, ауылда халыҡ аҙ йәшәүе сәбәпле, 2017 йылда ябылғайны. 43 йортта ни бары 140 кеше йәшәй. Бөгөнгө көндә 20 декабрҙән уны асырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Артабан мәҙәниәт усағына ремонт үткәреләсәк.

Мәктәп, балалар һаны аҙ булғас, 2011 йылда ябылғайны. Улар көн һайын күрше Ефремкино ауылына йөрөп уҡый. Тәбиғәт шарттарына бәйле был ауыл ҡараған ауыл хакимиәте биләмәһендә эсәр һыу проблемаһы бар. Был мәсьәлә планға ярашлы хәл ителә. Ихаталары эсендә ҡоҙоҡ ҡаҙған кешеләрҙең әйтеүенсә, һыу 3 метрҙан сыға. 9 шәхси ҡоҙоҡтан башҡа, дөйөм ҡулланыу өсөн ике ҡоҙоҡ ҡаҙылған.Ер аҫты һыуҙары өҫтә урынлашҡан, һыу 3 метрҙан сыҡҡан. Ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванованың һүҙҙәренсә, 2005 йылда ауыл халҡынан һыу өсөн биләдәләнгән тарифтар буйынса түләүҙән баш тартыу тураһында ғариза килгән. Халыҡ аҡса түләмәгәс, һыу биреү туҡтатылған. Былтыр торбалар ҙа ҡаҙып алынған. Күлләр ауылына һыу үткәреү ҡаралмаған.»

Йылдар, айҙарға һуҙылған проблемалар хәл ителә башланы, шикелле...


Республика етәкселегенә интернет аша Өфөнөң төрлө районынан коммуналь һәм социаль проблемалар тураһында ла хәбәрҙәр күп килә. Шундайҙарҙың береһе ҡаланың Комсомол урамындағы 21/1 йортонда йәшәүселәрҙән булған. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенә рәхмәт белдереп яуап яҙғандар.

“Юл билдәләре ҡуйылды. Бик тиҙ эшләнде. Ә беҙ бығаса өс йыл төрлө инстанцияларға йөрөнөк, бихисап ҡабул итеүҙәрҙә булдыҡ. Хәҙер ЖЭУ ҡойма ҡуйҙы, беҙҙең тәҙрәләр машиналарҙан зыян күрмәйәсәк. Иҫке балалар баҡсаһын емерҙеләр, яңыһын төҙөйәсәктәр. Ҡарҙы ла быйыл, былтырғыға ҡарағанда, яҡшыраҡ таҙарталар. Һеҙ “ҙур ҡая”ны урынынан ҡуҙғаттығыҙ. Рәхмәт! Беҙ төҙөкләндереү программаһына эләгергә тырышабыҙ. Артабан да яҡшы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ”, тип яҙған Татьяна Глазьева.

Халыҡ үтенесе үтәлгәнен бик тиҙ күрә. Рәхмәт килгән икән, тимәк, эш эшләнгән.






Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Баҡалы районының бер фермаһында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!

21.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!


Ҡайғылы хәбәр еткерәбеҙ: данлыҡлы актриса Гөлли Мөбәрәкова мәрхүм булған

Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!


Фәхешхана хужабикәһе тотолған

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фәхешхана хужабикәһе тотолған


Компьютер аша токтан һуғылып үлгән

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Компьютер аша токтан һуғылып үлгән


Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!


Ауыл старосталары тураһында закон әҙерләнә

Тағы бер башлыҡ китте

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы бер башлыҡ китте


Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ


"Ҡояшлы яҡҡа сыҡ" спектакленә Вилә Байрамғәлина барасаҡ!

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

20.02.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр