RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

20.12.2018 Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

Бенгал уттары һәм башҡа шартлатҡыстар Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнде. Бына бөгөн дә магазин кәштәләре «утлы» уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә «бомба»ның ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай.

Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киоскыларына, ғәҙәттә, ялған тауар килеп эләгә. Үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға рус телендә инструкция бирелергә тейеш.Унда изделиены ҡулланыу алымдары, һаҡлау шарттары, әҙерләнгән ваҡыты, ҡулланырға мөмкин булған ваҡыты, етештереүсенең реквизиттары һәм сертификатланыуы тураһындағы мәғлүмәттең мотлаҡ күрһәтелеүе шарт. 16 йәше тулмаған балаларға закон буйынса пиротехник тауарҙарҙы һатыу тыйыла.

Фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фейерверктар ойоштороу үтә ҡурҡыныс. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙандан да яҡшыһы юҡ. Эргә - тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Петарданы ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкцияһы менән танышып сығығыҙ. Балалар үҙҙәре генә булғанда, бенгал уттарын ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла.Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү өсөн кәрәк- яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш.

Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Әммә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағанда ғына ул күңелле иҫтәлектәр ҡалдырасаҡ




Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Shutterstock






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне