RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Татлы табын – һыйлы табын

03.08.2018 Татлы табын – һыйлы табын

Йәйҙе ни өсөн яратабыҙ икән? Был һорауға бик күп сәбәпте һанап бирергә мөмкин. Ә иң мөһиме – йәй айҙары емеш-еләккә, файҙалы үләндәргә бай булғанға күрә, шулаймы? Әлбиттә, емеш-еләк йыйыуы бер ҙә рәхәт эш түгел. Шулай ҙа мөлдөрәмә тулы биҙрәләрҙе күреп, барлыҡ арып-талыу юҡҡа сыға. Ә инде уңышты ҡайнатып, урын-еренә еткереп ҡуйғас, донъяң түңәрәкләнә. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа тап шул ҡайнатма-компоттарыбыҙҙы өҫтәлгә сығарып, йәй миҙгелен иҫкә алабыҙ ҙа инде.
Хәҙер файҙалы еләк-емештән әҙерләгән запастар менән уңған хужабикәләрҙе ғәжәпләндереп булмай. Еләкте, ғәҙәттә, өс төрлө юл менән – утта оҙаҡ ҡайнатып, блендер менән иҙеп йәки шул килеш туңдырып һаҡлайҙар. Компоттарға килгәндә, уларҙы барыһы ла тиерлек өс литрлы банкаға бер стакан шәкәр иҫәбенән сығып яһай.
Шуға күрә бөгөн һеҙгә ғәҙәти булмаған рецептар бирергә булдыҡ.

Бөтнөк һәм лимон ҡайнатмаһы
Был тәмлекәс өсөн
– 500 грамм бөтнөк (япраҡтары);
– 1 кг шәкәр;
– 1,5 лимон;
– 1 литр һыу алына.
Бөтнөктө ваҡлап, лимонды ҡабығы ме­нән турарға кәрәк. Һыу өҫтәп, көслө булмаған утта 10 – 15 минут ҡайнатырға. Ҡайнатманы һыуынғансы ситкә ҡу­йып торорға. Артабан уны һөҙөргә һәм шәкәр менән бутарға. Барлыҡҡа килгән сиропты талғын ғына утта 2 сәғәт тирәһе ҡайнатыр­ға. Бөтнөк, лимон тәме килеп торған ҡайнатманың төҫө аҡһыл буласаҡ, икенсе төҫкә индерергә теләһәгеҙ, бер нисә тамсы аш-һыу буяуы тамыҙырға мөмкин.
Татлы табын – һыйлы табын

Ер еләге, ванилин һәм ҡара борос ҡайнатмаһы
– 0,5 кг ер еләге;
– 0,5 кг шәкәр;
– 1 ҡалаҡ лимон һуты;
– 1,5 г ванилин;
– 1/8 балғалаҡ төйөлгән ҡара борос.
Еләкте таҙартып, өҫтөнә шәкәр һәм ванилин һалырға. һуты бүленеп сыҡҡансы тоторға. Артабан башҡа ҡушылмаларҙы өҫтәп, ҡайнатырға ҡуйырға. Кем шыйыҡ ҡайнатма ярата, улар бер аҙ ғына ҡайнатһын. Ҡуйы массаны үҙ итеүселәргә бер сәғәт тирәһе талғын утта тоторға кәрәк.
Татлы табын – һыйлы табын

Ҡара ҡарағат һәм имбирҙан ҡайнатма
– 500 г ҡара ҡарағат;
– 100 г имбир;
– 300 г шәкәр.
Был ҡайнатма бал­лы һәм ауыҙҙы ҡамаштыра. Ул һәр кемгә оҡшамаҫҡа мөмкин. Ләкин һал­ҡын тейгәндә, киҙеү мәлендә ауырыуға ҡаршы яҡшы сара.
Ҡайнатманы әҙерләгәндә башта йоҡа итеп теленгән имбирҙы һалырға, артабан ҡарағатты өҫтәргә һәм ғәҙәти рецепт буйынса ҡайнатырға.
Татлы табын – һыйлы табын

Груша һәм имбир ҡайнатмаһы
– 5 – 6 груша;
– 0,5 кг йәшел виноград;
– 2 стакан шәкәр;
– 1 лимон һуты;
– 1/2 ҡалаҡ имбир;
– 3 – 4 ҡәнәфер;
– 250 мл һыу.
Грушаны йыуып, таҙартҡас, яртышар йәки дүрт өлөшкә бүлергә, лимон һуты һибергә. Виноград һәм грушаны ҡалын һауытҡа һалып, һыу ҡушырға, уртаса утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 20 минут ҡайнатырға. Емештәрен һыуҙан алырға, ә орлоҡтарҙы һөҙөргә кәрәк. Таҙарып ҡалған һыуға барлыҡ тәмләткесте һалып, сироп яһарға. Артабан емештәрҙе һәм ярты лимон һутын өҫтәп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Уттан алынғас, ҡайнатма 6 – 7 сәғәт ял итергә тейеш. Был эште 3 – 4 тапҡыр ҡабатларға. Ошо рәүешле грушанан ғәҙәти булмаған ҡайнатма 2 – 3 көн әҙерләнә. Һөҙөмтәлә груша быяла кеүек була, ә сироп матур төҫкә инә. Был ҡайнатма – сәй янына телеңде йоторлоҡ тәмлекәс, ә гурмандар уны иткә соус итеп тә ҡуллана.
Татлы табын – һыйлы табын

Киви һәм алманан ҡайнатма
– 4 киви;
– 5 уртаса алма;
– 600 г шәкәр;
– 1 лимондың һуты;
– 150 мл һыу.
Алманы йыуып, шаҡмаҡлап турарға. Ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә. Кивиҙы әрсеп, шулай уҡ шаҡмаҡлап турарға һәм алма өҫтөнә һалырға. Һыу һәм шәкәр өҫтәп, 2 сәғәткә ҡалдырырға. Унан һуң утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 40 минут ҡайнатырға.
Татлы табын – һыйлы табын

Шоколад менән сейә ҡайнатмаһы
– 1 кг сейә;
– 500 г шәкәр;
– 1 ҡалаҡ какао;
– 100 г ҡара шоколад;
– 1 балғалаҡ лимон кислотаһы.
Сейәнең һөйәген алып, блен­дерҙа иҙергә. Өҫтөнә шәкәр һалып, һуты сыҡҡансы тоторға. Унан һуң утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарырға. Какао, ли­мон кислотаһы ҡу­шып, тағы 20 минут ҡайнатырға. Шоко­ладты ҡырғыс аша үткәреп, ҡайнатмаға ҡушып, иретергә. Шо­коладлы сейәне бигерәк тә балалар яратып ашай.
Татлы табын – һыйлы табын

Слива һәм банан ҡайнатмаһы

– 600 г һөйәге алынған слива;
– 1 стакан шәкәр;
– 1 стакан һыу;
– 2 банан;
– 2 ҡалаҡ какао;
– 60 г әстерхан сәтләүеге.
Сливаны шәкәр һәм һыу менән тамам йомшарып бөткәнсе ҡайнатырға. Бананды сәнске менән йомшартып, какао ҡушып бутарға.
Сливаны һыуытып, банан иҙмәһенә ҡушырға, әстерхан сәтләүеге өҫтәп, блендерҙа иҙергә. Телде йоторлоҡ ҡайнатманы шул килеш тә, тәм-том бешергәндә эслек өсөн ҡулланырға ла була.
Татлы табын – һыйлы табын


Ҡуйыртылған һөт менән алма повидлоһы
– 2 кг алма;
– 1 банка ҡуйыртылған һөт;
– 1 стакан һыу;
– шәкәрҙе һәр кем үҙ тәменә ҡарап өҫтәй, бөтөнләй һалмаҫҡа ла мөмкин.
Алманы ҡабығынан таҙартып, турарға кәрәк. Өҫтөнә һыу ҡойоп, йомшарғансы бешерергә. Кем шәкәр һалырға теләй, һыу менән бергә уны ла ҡушырға. Артабан алманы блендер ярҙамында иҙергә һәм ҡуйыртылған һөт һалып, бутай-бутай талғын утта 7 – 8 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡараңғы ергә ҡуйырға. Бындай пюре – балаларҙың яратҡан ризығы, өҫтәлдән «һә» тигәнсе юҡҡа сыға.
Татлы табын – һыйлы табын







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йәшлек" гәзитенең махсус бүләге Диана Солтангәрәеваға бирелде

Бына инде төп премияны алыусы!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бына инде төп премияны алыусы!


"Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!


Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?