RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева

17.07.2018 "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева

"Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, “Сәләм” тапшырыуының алып барыусыһы Гөлмирә ИСМӘҒИЛЕВА бүлешә.

Бауырһаҡ

Биш дана йомортҡаны алдан уҡ һыуытҡыстан алып ҡуйырға кәрәк. Ул бүлмә температураһында булырға тейеш. Йомортҡаға бер семтем тоҙ, берәр ҡалаҡ аш содаһы һәм үҫемлек майы ҡушып, миксер менән күпергәнсе туҡырға. Уға самалап он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫып, 5 – 15 минут ултыртып торорға.
Ҡамырҙы йоҡа булмаған йәймә итеп йәйергә лә, уны тәүҙә таҫмаларға, аҙаҡ таҫмаларҙан эре бүлкәттәр – бауырһаҡтар ҡырҡырға. Бауырһаҡтарҙы йылы майға һалып, 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкаға ултыртырға. Артыҡ ҡыҙарып, көйөп китмәһен өсөн уларҙы әйләндереп торорға кәрәк. Табынға шәкәр иретелгән баллы сироп менән бутап бирергә.
Сироп өсөн 50 мл һыуға өс ҡалаҡ шәкәр, биш ҡалаҡ бал һалып, ирегәнсе утта тотор­ға.

Эремсекле салат

Йәй миҙгеле – йәшелсә-емешкә бай мәл. Уларҙан көн һайын еңел салаттар эшләп ашау һаулыҡ өсөн файҙалы. Мин “Грек” салатын яратып ашайым. Классик рецепт буйынса уны фета сыры менән әҙерләргә кәрәк. Ә үҙебеҙҙә һәр йортта әҙерләнгән ябай эремсек менән эшләһәң, күпкә арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та була. Сөнки эремсекте помидор менән бергә ашаһаң, кальций­ҙы организм еңел үҙләштерә.
Теләгән күләмдә ҡыяр, помидор, татлы борос, һуған, укроп һәм петрушканы турап, үҫемлек майы, самалап тоҙ һалып бутарға. Табынға бирер алдынан ғына эремсек өҫтәргә кәрәк.

Ҡабаҡтан татлы бәлеш

200 грамм онға ике ҡалаҡ шәкәр, самалап тоҙ, 100 грамм аҡ май һалып ыуылып торған ҡамыр әҙерләргә. Уны табаға тигеҙләп йәйеп һалып, ситтәрен бер аҙ күтәренке итергә кәрәк. Ярты сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Эслек өсөн бер кг таҙартыл­ған ҡабаҡты бешереп алырға ла иҙмә (пюре) яһарға. Уға ике йомортҡа, бер банка ҡуйыртылған һөт, самалап тоҙ, балғалаҡ менән дәрсен (корица) ҡушып бу­тар­ға. Ҡамыр өҫтөнә эслекте тигеҙләп һалырға ла 170 градуслы духовкаға ҡуйырға. 50 минутта бәлеш әҙер ҙә була.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
яҙып алды.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Учалы районы башлығы китте

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалы районы башлығы китте


В 1-Иткулово подключили к природному газу местную школу и несколько жилых домов.

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы: ысынмы, шаяртыумы?

Бер юлы ике пенсияға кемдәр хоҡуҡлы?

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бер юлы ике пенсияға кемдәр хоҡуҡлы?


Замеры лаборатории в Сибае не подтвердили многократное превышение ПДК диоксида серы

Лилиә Рәсүлева "Күңелемдә моңло яҙ" исемле концертына саҡыра!

Вейп һәм закон

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Вейп һәм закон


Яҙ менән йәй нисек буласаҡ?

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Яҙ менән йәй нисек буласаҡ?


Машинағыҙҙы урланылармы? Һалымдан азат ителәһегеҙ!

Банк белгесе пароль һорамай!

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Банк белгесе пароль һорамай!


Тарбаҡ мөгөҙгә ҡаршы - бесәй

22.03.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тарбаҡ мөгөҙгә ҡаршы - бесәй


В Уфе состоится форум, посвященный Международному году языков коренных народов в России