RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

12.02.2018 Нәзифә АҠҠУЖИНА

Нәзифә АҠҠУЖИНА
Ҡуйы урмандарға, сылтырап аҡҡан йылғаларға, данлыҡлы ҡурайсы-йырсыларға бай төбәктә – йәмле Йылайыр районында тыуып үҫкәнмен. Йомағужа ауылы ҡыҙымын, 1998 йылдың 12 февралендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
Балалар баҡсаһынан уҡ сәхнә тәмен татып үҫтем. Бейеүгә, ижад итеүгә, һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булышыуға әүәҫмен. Тәпәй баҫҡандан алып тыуған еремә, илемә, тәбиғәтенә, хуш еҫле еләктәренә, татлы емештәренә ғашиҡмын. Шуға күрә лә буласаҡ һөнәремде тәбиғәтте һаҡлаусы итеп һайланым. Тәбиғәткә ошондай ҙур мөхәббәт уятыусы изге кешеләрем – атай-әсәйемә ҙур рәхмәт, сөнки улар мине тәбиғәт балаһы итте.
Әлеге көндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 3-сө курста белем алам. Аллаға шөкөр, алға ҡуйған маҡсаттарыма бар көсөмдө һалып ирешеп йәшәйем һәм Башҡортостаныма кәрәкле шәхес була алырмын, тип ышанам. Ысын башҡорт ҡыҙҙарының ауырлыҡтарға бирешмәй, сабыр булыуы һәм үҙҙәрен лайыҡлы тотоуы һоҡландыра. Мин дә уларҙан үрнәк алып, алға ынтылам. Сөнки ил күрке – уңған ҡатын-ҡыҙ! Спортты ла үҙ итәм, буш ваҡыттарымда ғилми мәҡәләләр яҙам.
Иң ҙур хыялым – уҡыуымды уңышлы тамамлап, үҙ эшемде табып, татыу ғаилә ҡороп, тормош юлын лайыҡлы үтергә!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҙур күләмдәге  штраф та  ҡурҡытмай

11.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҙур күләмдәге штраф та ҡурҡытмай


Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

05.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ