RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы

23.11.2017 Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы

Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙыБөгөн баш ҡаланың Телеүҙәгендә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы.
1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә «Алло-алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Шул ваҡыттан алып Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.
Әле республиканың төп радиоһы оператив, демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын биләй. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» редакцияһында 27 хеҙмәткәр эшләй. Алып барыусылар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр һәм тауыш режиссерҙары тыңлаусыларҙы төбәктәге һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, 30-ға яҡын радиопроект эфирға сыға.
Бөгөн юбилей уңайынан радио ветерандары, төрлө йылдарҙа радиола эшләгән кешеләр: элекке һәм хәҙерге дикторҙар, журналистар һәм хәбәрселәр, тауыш режиссерҙары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр телеүҙәк алдына йыйылды.
Билдәле дикторҙар: 50 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған республиканың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ асты. Унда радионың асылған көнө яҙылған.
«Беҙ башҡорт радиоһын асыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәммәһен дә иҫләйбеҙ, улар алдында баш эйәбеҙ. 90 йыл — мөһим дата, ләкин барыһы ла яңы башлана ғына әле, тип уйлайым — 150-200 йыл тулыр. Радиобыҙға артабан сәскә атыуын теләйем», — тине «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов.
Һуңынан «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Автомобиль бүләк итәбеҙ» байрам викторинаһына йомғаҡ яһалды. Ул сентябрҙән ноябргә тиклем дауам итте. «Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалында «Хәбәрҙәр» тапшырыуын ҡарарға һәм алып барыусыларҙың Башҡортостан радиоһының тарихы тураһында һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Ун аҙнала 20 һорау бирелде. Төп бүләкте — «Дэу» автомобилен —Дәүләкәндән 62 йәшлек Татьяна Малахова отто. Тағы бер ҡиммәтле приз — телевизор — Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек Гүзәлиә Вәлитоваға тапшырылды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне