RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Мостай Кәрим" - Башҡортостанда!

20.10.2017 "Мостай Кәрим" - Башҡортостанда!

"Мостай Кәрим" - Башҡортостанда!Кисә, 19 октябрҙә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортына халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мостай Кәримдең хөрмәтенә аталған самолет осоп килде. «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажирҙар ташыусы Sukhoi Superjet 100 самолеты сентябрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен алғайны. Самолетты Мостай Кәримдең исеме менән йөрөтөү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Һауа карабы билдәле бер йүнәлешкә беркетелмәгән һәм Өфөгә тәүгә осоп килде.
... Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Беҙ аэровокзал янында урынлаштыҡ, бына көньяҡтан йымылдаған ут яйлап түбәнәйә башланы - Мостай Кәрим глиссада буйлап төшөп ултырыу һыҙатына йүнәлде. Тәгәрмәстәр ергә ҡағылды, ике мотор реверста эшләп алды, шасси тормоздары тиҙлекте кәметте - "Сухой Суперджет" һыҙаттан руль юлына боролдо.
... Самолет алыҫтан фараларын яҡтыртып килә. "Өс-ике-бер!" - һыҙаттың ян-яғында урынлашҡан ҡеүәтле "КамАЗ"дар өҫкә һыу һиптерә башланы! Һыу ағымдары бер-береһе менән киҫешә, өҫтәүенә яҡтыртыла - "Мостай Кәрим" тантаналы "һыу аркаһы" аҫтында Башҡортостан еренә "аяҡ баҫты".
Лайнер FTWA - First ever "Arch of Triumph" йолаһын үтәне. Был матур күренеш авиацияға һыу флотынан килгән. Элек яңы ҡалаларҙан йәки илдәрҙән яңы карап тәүгә портҡа инһә, уның хөрмәтенә яр буйы батареялары орудиелары салютлап сәләмләгән. Аҙаҡ янғын һүндереү катерҙары караптарҙы һыу ағымдары менән ҡаршы алған. "Мостай Кәрим" дә ошо матур традицияға ҡушылды...
... Мәскәүҙең «Шереметьев» аэропортынан килгән рейсты ихласлап ҡаршы алдылар – Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡан һәр пассажирға башҡорт кейемле ҡыҙҙар ҡәнәферҙәр бүләк итте...
... Туҡталыш 40 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә пассажирҙарҙы оҙатыу-ҡаршы алыу, багажды бушатыу-тейәү, салондарҙы йыйыштырыу, борт аҙыҡ-түлеге тейәү, ҡыҫҡаса техник хеҙмәтләндеү үтте. "Мостай Кәрим" кире Мәскәүгә осто...







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Гәзиттең 15-се һанындағы сканворд еңеүселәре кем булды икән?

Бьорндален – эскесе?..

21.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бьорндален – эскесе?..


Дауаханала тараҡандар?! Дауалау ысулымы әллә?

Доғалар менән “дауалау” 1,5 миллион һумға төшкән

Ниңә ҡорамдарҙы талайҙар, мәсеттәрҙе ваталар?

Мышыға осрауҙан Аллам һаҡлаһын!

20.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мышыға осрауҙан Аллам һаҡлаһын!


Республикала милли проекттар тормошҡа ашырмы?

Был айҙа ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде

Заварухин «Себер»гә баш  тренер итеп тәғәйенләнде

Емерек күпер арҡаһында балалар бата яҙған

Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайҙар исеменән тағы бер рәхмәт


Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә

19.04.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң әҙерәк булһа, 640 һумлығын эҙлә