НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Билалдар Науруз байрамын билдәләне

Билалдар Науруз байрамын билдәләне


Билалдар Науруз байрамын билдәләнеБаймаҡ районының Билал ауылы халҡы яҙ башын күрһәткән матур байрамды билдәләп үтте.
Был байрам Урта Азияла, йәғни фарсы, таджик халыҡтарында килеп сыҡҡан һәм уны март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Ваҡыт үтеү менән был яҙ байрамын беҙҙең халыҡта ла үткәрә башлайҙар.
Ҡыш бабай (Иршат Юлмөхәмәтов) ҡышҡыһын ауылда үткән сараларға йомғаҡ яһаны, миҙгелдең имен - аман үтеүе менән ҡотлап, Яҙһылыуға (Алсәсәк Сәғитова) эстафетаны тапшырҙы.
Әле ауыл китапханаһында балалар китабы аҙналығы бара. Балалар йомаҡтар систе, һынамыштар әйтте. Байрамға килеүселәр арҡан тартышыу, "балыҡ ҡармаҡлау" кеүек тѳрлѳ уйындарҙа ҡатнашты. Ауылым уңғандары "Ҡоймаҡ байрамы"на ла әҙерләнеп килгән. Тары, бауыр, әсе, сөсө, эремсеккә төрөлгән ҡоймаҡтар булды. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең ҡоймаҡ рецебы менән таныштырып үтте. Әлифә Әминева, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, Миңлебикә Ғайсиналарҙың ҡоймаҡтары айырым рецепт менән бешерелгән ине. Иң оло ҡатнашыусы Фәриҙә Әхмәтова байрамға сәк - сәк бешергән. "Ошо сәк - сәк кеүек ауылымда балалар күп булһын, шатлыҡ - ҡыуаныстар ишәйһен", - тигән уй-ниәт менән бешерҙем, ти ул. Ләйсән Әминева тамашасыларҙы матур йырҙары менән һөйөндөрҙө. Науруз байрамы ауыл халҡы тарафынан бешерелеп алып килгән ҡоймаҡтар менән сәй эсеү менән тамамлданды.

Сығыу ваҡыты 31-03-2017, 13:55 | Ҡаранылар: 157
|
  • "Яулыҡтарым аллы – гөллө”
  • Ҡабаҡтан ҡоймаҡтар
  • "Милләт сәңгелдәге янында ҡатын ҡыҙ тора" йыйыны үтте
  • Ә беҙҙең ауылда... 25 март
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM