RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостанда «Бабич» тарихи нәфис фильмы прокатҡа сығасаҡ

13.03.2017 Башҡортостанда «Бабич» тарихи нәфис фильмы прокатҡа сығасаҡ

Башҡортостанда «Бабич» тарихи нәфис фильмы прокатҡа сығасаҡ
Таҫманың исем туйы 19 апрелдә «Родина» кинотеатрында уҙасаҡ. Район-ҡалаларҙа иһә апрель-май айҙарында күрһәтеләсәк.
Ә «Родина»ла картина ике тапҡыр: көндөҙ уҡыусылар һәм кисен сәғәт 7-лә теләгән һәр кем ҡарай аласаҡ.

Ошо көндәрҙә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы бөйөк башҡорт шағиры, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында фильм өҫтөндә эшен тамамлай. Уның туранан-тура ҡатнашыуы 1919 йылда Рәсәй тарихында беренсе автономиялы республика ойошторолоуға йоғонто яһаны. Фильм шәхси бағыусылар аҡсаһын йәлеп итеп, республика Башлығы грантына Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлдө.

Төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров башҡарҙы. Проект республикалағы күп кенә мәҙәниәт учреждениеларын йәлеп итте. Республика театрҙары һәм музейҙары Граждандар һуғышы осорондағы әйберҙәр, декорациялар менән ярҙам итте, Өфөләге «1-се башҡорт атлы полкы», «190-сы Очаков полкы», «Росстань» кеүек хәрби-тарихи патриотик клубтар фильм төшөрөүҙә әүҙемлек күрһәтте.

«Фильмда 80-дән ашыу актер ҡатнашты. Проект рәссамдары көсө менән 50-нән ашыу декорация ҡоролдо, Өфө, Троицк, Ырымбур, Силәбе, башҡа ҡала һәм ауылдарҙы күҙ алдына килтереү өсөн 200-ҙән күберәк компьютер графикаһы кадрҙары файҙаланылды», — тине фильмдың башҡарма продюсеры Леонид Филинов.

Төп ролдәрҙе Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Риф Сәйфуллин, Зөлфәр Әхмәтов, Алина Ғәлиева, Руслан Хайсаров, Артур Ишмөхәмәтов уйнаны. Фильмдың ҡуйыусы-режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов. Проекттың ижади етәксеһе — З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы мөдире, профессор Таңсулпан Бабичева. Сценарий авторҙары — Игорь Моратов ҡатнашлығында Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы-рәссамы — Рөстәм Баймөхәмәтов, ҡуйыусы-операторы — Дамир Ғәйетҡолов, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне