RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (11 ноябрь)

15.11.2016 Ә беҙҙең ауылда... (11 ноябрь)

Ә беҙҙең ауылда... (11 ноябрь)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Күгәрсен, Иглин райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Әлиә АЙЫТБАЕВА, Бөрйән районының Ҡолғана ауылы:
– Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, мәҙәниәт йортонда төрлө сара уҙып ҡына тора. Октябрҙә Республика көнөнә арнап йәрминкә булғайны, яңыраҡ Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә «Гүзәлдәрҙән-гүзәл һин, ҡатын-ҡыҙ!” тигән байрамды билдәләнек. Клубка 60 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ йыйылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ғәлиә Вәлиева һәм Гөлсәсәк Вәлиева кисәне бик мауыҡтырғыс итеп ойошторҙо. Ҡунаҡтар "Ауыл ҡатындары" һәм "Йәнгүзәл" исемле ике командаға бүленеп ярышты, ҡыҙыҡлы һорауҙарға ла яуап тапты, йүгереп тә алды. Кино йылына арнап әкиәт тә ҡуйҙылар, бейенеләр, йырланылар. Ағинәйҙәр советы етәксеһе Зилара Мөлөкова әҙерләгән һорауҙар ярышы үтте һәм унда Мәймүнә Вәлиева еңде.
Кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Аҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре бешереп алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эсеп, ауыл хәлдәрен һөйләшеп, күңелле генә ултырҙы. Барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты.

Гөлфиә КИЛЕНБАЕВА, Күгәрсен районының Әлмәс ауылы:
– Беҙҙәге һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашам. Көндәр ямғырлап китте, һауа температураһы нолдән өҫкә менде, яуған ҡар иреп бөтөп бара. Аллаға шөкөр, ауылымда халыҡ гөрләтеп йәшәй. Азат Киленбаев етәкселек иткән пилорамала эш ҡайнай: кемдер урмандан ағас алып ҡайта, кемдер бура бурай.
Ауыл фермаһында эш яҡшы бара. Малсылар ҡышҡы миҙгелгә әҙер, артым да, һөт тә бар. Өфөлә үткән ауыл хужалығы эшсәндәрен бүләкләү тантанаһында Әлмәс ҡыҙы, алдынғы һауынсы Гөлсәсәк Иҫәнбаева Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеп ҡайтты.
8 ноябрҙә мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр йыйыны булып үтте. Мораҡтан Әминә абыстай Әлимғужина етәкселегендә Мәрйәм Ишкилдина һәм Ғәйнисара Мораҙымова килгәйне. Улар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына түшелдерек, һаҡал, селтәр эшләргә өйрәтте, дини темаға вәғәздәр һөйләне.

Миләүшә ХӘСӘНОВА, Иглин районы:
– Ошо көндәрҙә Иглин ауылының 2-се мәктәбендә быға тиклем булмаған краш-курс үтте. Асыҡ дәрес – краш-курста ЮХХДИ инспекторы Зөлфиә Әхмәтйәнова, район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Шамил Саттаров ҡатнашты. Бындай формат тиҙ арала мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреүҙе аңлата. Тыңлаусы ҡыҫҡа ваҡытта эмоциональ көсөргәнеш кисерә, тап ошо рәүешле бирелгән һабаҡ кеше хәтеренә нығыраҡ һеңергә тейеш.
Краш-курс өлкән класс уҡыусыларына авариялар теркәлгән видеояҙмалар күрһәтеүҙән башланды. Балалар юлда алабарман ҡыланыуҙың нисек тамамланғанын йәнә иҫенә төшөрҙө.
Бөгөн ошондай дәрестәр илдең төрлө төбәгендә тәрбиәүи маҡсатта уңышлы файҙаланыла. Артабан сара әңгәмә формаһында барҙы. Уҡыусылар районда иң йыш осраған ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында ла мәғлүмәт алды. Шулай уҡ аварияларҙа теркәлгән йәрәхәттәр тураһында ла мәғлүмәт бирелде. Йәш ҡатнашыусылар дәресте һөҙөмтәле тип тапты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне