НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ремонт эшләргә теләһәгеҙ…

Ремонт эшләргә теләһәгеҙ…


Ремонт эшләргә теләһәгеҙ…
Ремонтты йылдың ҡайһы миҙгелендә эшләргә мөмкин. Әммә иң ҡулай ваҡыт – йәй. Ә кеше яллап эшләт­һәң, ҡыш көнө арзаныраҡҡа төшә. Йәй көнө эшселәрҙең заказдары күп була, ҡыш көнө ремонт яһаусы­лар­ҙың эштәре күп булмағас, улар хаҡты төшөрә. Ҡыш төҙөлөш материалдарын да арзан хаҡҡа алырға мөмкин. Күп магазинда ташламалар ҙа тәҡдим итәләр.
Фатирға ремонт яһауҙың әленән-әле яңы алымдары һәм һатыу­ға яңы материалдар сығып тора. Йыл һайын дизайн донъяһында төрлө яңы тенденциялар барлыҡҡа килә. Уларҙың мөһим үҙенсәлеге шунда: яңы үҙгәрештәр уңайлы, күп функциялы һәм заманса булырға тейеш. Әлбиттә, ремонттың дизайнын уйлап табыу менән шөғөлләнеүсе айырым кешеләр бар, ләкин уларҙың хеҙмәте арзан түгел. Шуға күрә ҡайһы бер кешеләр фатирҙың дизайнын үҙҙәре уйлай.
Хәҙер обойҙың артыҡ төҫлө булмағаны, тоноғораҡтары модала. Күбеһенсә аҡ, һоро, аҡһыл, зәң­гәр­һыу төҫтәргә иғтибар итәләр. Ғәҙәттә, фатирға бер бүлмәгә ике төрлө обой йәбештерәләр. Уларҙың береһе һүрәтле була. Декоратив таштар йәбештереү, фотообой ҙа бөгөнгө көндә бик популяр. Һуңғыларының төрлөһө бар, балалар бүлмәһенә берәй йәнһүрәт күренешен сағылдырған фотообой йәбештерергә мөмкин.
Йыһазға килгәндә, хәҙер кешеләр мөмкин тиклем аҙыраҡ йыһаз алырға тырыша. Стена буйына декоратив камин ҡуйырға, китаптар өсөн кәштәләр яһарға мөмкин. Күп ерҙә ян-яғы гипсокартон менән эшләнеп, уртаһына тарттырылған түшәмдәр яһайҙар. Бөтөнләй тарттырылған түшәм яһаусылар ҙа бар. Уға күп итеп бәләкәй генә уттар һәм ҙур люстра ҡуялар. Иң мөһиме – өй бик яҡты булырға тейеш, ни тиклем яҡтыраҡ булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Иҙәнгә линолеум йәйеү инде иҫке заманда ҡалған, хәҙер ламинат йәки мәрмәр плита йәйелә. Уның өҫтөнә бер төрлө генә келәм һалына.
Селтәргә килгәндә, хәҙер элекке кеүек ике яҡҡа ҡорған, уртаға аҡ селтәр түгел, ә бер яҡҡа – бер төрлө ҡорған, икенсе яҡҡа шул ҡорған төҫөндәрәк, ләкин бер аҙ сәскәләр менән биҙәлгән ҡорған һәм уртаһына биҙәкле селтәр эләләр. Пәрҙәне эстә ҡалдырып та элергә мөмкин. Фатирың ни тиклем матур, күңелгә ятышлы булһа, үҙең дә, ҡунаҡтар ҙа унда үҙен уңайлы, рәхәт хис итәсәк. Шуға күрә бүлмәгә ҙур ваза менән ҙур сәскәләр, картина, статуэткалар, яҡтылыҡ таратыусы лампалар ҡуйырға мөмкин. Иң мөһиме – ремонтҡа аҡсағыҙ ғына етһен.

Сығыу ваҡыты 14-10-2016, 14:32 | Ҡаранылар: 316
|
  • ИНКУБАТОР СЕБЕШЕ
  • Был… байыраҡтарға ҡағыла!
  • Альпинарий-рокарий…
  • Ниндәй ҡойма һайларға?
  • “Йәшлек”кә арзаныраҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирәбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM