НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Остаздың рухы – уҡыусыларында

Остаздың рухы – уҡыусыларында


Остаздың рухы –  уҡыусыларында
Былтыр декабрь уртаһында Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғәҙәти булмаған конференция үтте. Унда Башҡортостан анестезиологтары һәм реаниматологтары Табип, Профессор, Уҡытыусы, Ғалим, Кеше Фәрит Ғәлиевтың тыуыуына 70 йыл тулыуҙы билдәләне. Билдәләне, тип әйтеүебеҙ – үкенескә күрә, Фәрит Сөләймән улының арабыҙҙан китеүенә ете йыл да уҙып киткән...


Республика медицинаһы үҫешенә ҙур көс һалған Фәрит Ғәлиев һәм уның эше тураһында үҙе тере саҡта беҙҙең гәзиттә баҫылып сыҡҡаны бар. Тормошона байҡау яһап, шуны күрергә мөмкин: Фәрит Сөләймән улы 1945 йылдың 16 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе Мәрфуға Ғайсина – һөнәре буйынса психиатрия профессоры, атаһы Сөләймән Сәфәр улы оборона өсөн мөһим 40-сы заводта баш инженер булып эшләгән.

Ғаиләлә ике малай – Фәрит һәм Рафаэль үҫкән. Әйткәндәй, икеһе лә яҙмышын медицина менән бәйләй. Рафаэль Сөләймән улы психиатрия дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, психиатрия кафедраһы доценты булып эшләй.

Фәрит Сөләймән улы 1972 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, терапия буйынса интернатура үтә. Әйтергә кәрәк, был курс ысын мәғәнәһендә башҡорт медицинаһының алтын ҡатламы булып һаналған. Ни өсөн тигәндә, тап шунда буласаҡ фән докторҙары, профессорҙар, кафедра мөдирҙәре, баш табиптар, юғары власть органдары хеҙмәткәрҙәре үҫеп сыҡҡан.

Йәш белгестең хеҙмәт юлы Асҡын үҙәк район дауаханаһында терапевт, суд-медицина эксперты һәм баш табиптың ойоштороу-методика эше буйынса урынбаҫары булараҡ башлана. 1974 йылда ул Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына күсә һәм анестезиолог-реаниматолог булып эшләй. 1985 йылда ижади мөмкинлектәрен үҫтереү маҡсатында И. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһы ҡарамағындағы ситтән тороп белем алыу аспирантураһында уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Артабан Фәрит Сөләймән улы Башҡорт дәүләт медицина институтының хирургия кафедраһына эшкә күсә. Ундағы анестезиология курсында ассистент, доцент, курс мөдире вазифаһын башҡара. Тап шул мәлдә – 1989 йылдың йәйе илебеҙгә ҙур ҡайғы килтерә. Иглин районының Оло Тәләк ауылы янындағы поездар һәләкәте тап анестезия һәм реаниматология йүнәлешендәге белгестәрҙе талап итә. Башҡорт табиптары фажиғәгә юлыҡҡан күп кешене ҡотҡарып ҡала, ауыр хәлен еңеләйтә. Аҙаҡтан Фәрит Сөләймән улы үҙенең докторлыҡ диссертацияһы темаһы итеп “Утта бешеүҙә комбинациялы йәрәхәт алыусылар хәленең ауырлығын баһалау һәм анестезия алымдары” йүнәлешен һайлай һәм ул “Йыл эше” булып баһалана.

1995 йылда ғалим табип етәкселегендә медицина университетында анестезиология һәм реаниматология кафедраһы ойошторола. 2000 йылда иһә ул дипломдан һуң белем алыу институтының курсын астырыу­ға өлгәшә.

Ябайлыҡта – бөйөклөк

Тәү ҡарамаҡҡа Фәрит Ғәлиевтың тормош юлы ошо төп даталарҙан ғына торған кеүек. Ысынбарлыҡта бындай юғары ҡаҙаныштар беҙҙең күҙгә салынмаған ҙур энергия, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, дуҫтар-туғандарының таянысын талап иткән. Интеллигент ата-әсәнән уға генетик яҡтан ижад итеү мөмкинлеге һәм спортҡа һәләт һалынған. Үҙенең яратҡан һөнәрен – байдаркала йөҙөүҙе мәктәптә уҡығанда башлай, артабан студент йылдарында ла дауам итә. Йылдар үтеү менән дә табип спортты ташламай, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, берҙән-бер улы Рөстәмде тәрбиәләгәндә лә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә.

Фәрит Сөләймән улы йәмәғәт эшенә лә битараф булмай. Мәҡәләләр баҫтырған, патенттар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаған. Мәскәүҙә нәшер ителгән “Вестник интенсивной терапии” журналының редакция коллегияһы ағзаһы булып торған. Үҙ профиле буйынса республикала консультация эшен дә алып барған.

Остаздың рухы уҡыусыларына ла күскән

Фәрит Сөләймән улының фән ҡаһарманлығы уҡыусыларында дауам итә. Улар Рәсәйҙә һәм республикала билдәле табиптар, ғалимдар булып киткән, вазифалы урындар биләй. Шуларҙың береһе – медицина фәндәре докторы, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ринат Радик улы Богданов. Ул анестезиология кафедраһы профессоры һәм бер юлы өҫтәмә белем биреү институтында дипломдан һуң белем алыу курсын да етәкләй.

Әңгәмәбеҙ мәлендә, Ринат Радик улы остазы тураһында тик йылы хәтирәләре менән генә уртаҡлашты. “Рәсәй буйлап күп йөрөй торғайныҡ. Фәрит Сөләймән улы үҙе лә ил кимәлендә данлыҡлы булды, беҙҙе, йәштәрҙе, ошондай сараларға йыш йәлеп итә торғайны. Ул беҙҙе Башҡортостанда ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәгендә, ҡалаларында ла белем алырға өндәй торғайны”, – тине ул. Үҙе лә сит илдәргә барып, ундағы коллегалары менән осрашып, һөнәри белемен арттырған.

– Ғүмере буйы спорт менән шөғөлләнеүе уның маҡсатҡа ирешеүсән икәнлеген күрһәтте, – ти Ринат Радик улы. – Был сифат уның һөнәрендә һәм ғилми эшмәкәрлегендә лә ярҙам итте. Ауырлыҡтарға бирешмәй, маҡсаттарға ирешеү һәр кешенең дә ҡаҙанышы була алмай. Фәрит Сөләймән улы илебеҙ яҙмышындағы ауыр мәлдә лә фән менән шөғөлләнде һәм уңыш­ҡа өлгәшә алды.

Академик рухлы кеше ине. Был уның бик юғары мәҙәниәтле булыуынан, башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы икәнлегенән күренде. Фән донъяһына сумып йәшәне һәм быны уҡыусыларына ла еткерә, уларға күсерә алды. Коллегалары менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Бик белемле ине ул. Академик рух бик һирәк осрай. Үкенескә күрә, әлегә ундай кеше­ләр­ҙе осратҡаным юҡ. Аҡыл, ғаиләлә, эштә, фән өлкәһендәге мәҙәнилек уҡытыу­сыбыҙҙың ҡанында ине.

Фәрит Сөләймән улы үҙенең рухын беҙгә, үҙенең уҡыусыларына ла, бирә алды. Нисек итеп лекцияларға әҙерләнергә? Нисек итеп тезистар төҙөргә? Нисек дөрөҫ итеп мәҡәлә, доклад яҙырға? Теге йәки был аудиторияла нимә һөйләргә кәрәк йә кәрәкмәй? Китаптарҙа яҙылмаған ошондай һорауҙарға яуап тапты һәм беҙгә һеңдерҙе.

Үҙем етәксе урында эшләгән ата-әсә ҡулында үҫтем. Тап шуға ла төрлө саралар ойошторорға һәм үткәрергә, кешеләрҙе бер идея менән йыйырға бала саҡтан өйрәндем. Ә бына ғилем донъяһына мине тап Фәрит Сөләймән улы илтте.

Шәхси аралашыуҙа ла остазыбыҙҙың юғары мәҙәнилеге асыҡ күренә торғайны. Кеше менән һөйләшә белде, һәр студентҡа “Һеҙ” тип өндәште. Быны ул: “Хәҙер студент булһа ла иртәгә ул беҙҙең коллега буласаҡ”, – тип аңлатты. Бындай миҫалдар күп.
Фәрит Сөләймән улы бик талантлы һәм арабыҙҙан бик иртә киткән кеше булды. Ауыр сир уны аяманы.

Коллегалары уны онотмай

Остаздың рухы –  уҡыусыларындаКонференцияны Г. Ҡыуатов исемендәге клиника етәксеһе, профессор, медицина фәндәре докторы Мәжит Нартайлаҡов асты. Профессор Ринат Богданов Фәрит Ғәлиевтың тормош һәм ижад юлы тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.

Аҙаҡтан анестезиология һәм реаниматология буйынса әйҙәүсе белгестәр – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш анестезиологы К. Золотухин, профессорҙар В. Руднов (Екатеринбург), А. Власенко (Мәскәү), доценттар В. Кулабухов (Мәскәү), Д. Уваров (Архангельск), медицина фәндәре докторҙары Д. Заболотский (Санкт-Петербург), В. Кочкин (Мәскәү) өлкәнең актуаль проблемалары буйынса сығыш яһаны, фекер алышты. Ҡунаҡтар Фәрит Сөләймән улы тураһында тик яҡты иҫтәлектәр менән бүлеште. Шуныһы мәғлүм – бөйөк Остаздың эше уҡыусыларында дауам итә.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 29-01-2016, 12:05 | Ҡаранылар: 630
|
  • Фәрит Бикбулатовҡа - 80 йәш!
  • Остаздарҙың остазы
  • Фәрит Рәмовтан кроссворд
  • Яҙыусыларҙы бәйгегә саҡырабыҙ
  • Рәсәй журналистары тураһында яңы китап
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM