RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

01.08.2014 Онотолмаҫ шәхес

Тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултыр­ған төпкөл, әммә иҫ киткес матур тәбиғәтле Ейәнсура районының Юлдаш ауылында Ибраһимовтар нәҫеле ҡалмаған да тиерлек. Әммә батраклыҡтан республика башлығы вазифаһына тиклем барып еткән Рәхим Кирәй улы Ибраһимов хаҡында ауылдаштары һис кенә лә онотмай. Хәйер, етем малайҙы аяҡҡа ошо ауылдаштары күмәкләп баҫтырған да инде. Туғыҙ йәшендә генә атай-әсәйҙән ҡалған Рәхимде, алты бер туғаны менән бергә, тәүҙә ағалары Мотиғулла ҡарай. Әммә 1919 йылда ул да вафат булғас, балаларҙы атаһының бер туған ағаһы Һибәтулла үҙенә ала. Тик аслыҡ йылдары афәте был ғаиләне лә урап үтмәй: ете баланан бер Рәхим генә иҫән ҡала. 17 генә йәшендә бер туғанһыҙ, атай-әсәйһеҙ ҡалған егет батраклыҡҡа яллана. Бер нәмә лә тормошта осраҡлы булмай, тиҙәр. Ҡайҙалыр юлға сыҡҡан Рәхим осраҡлы ғына Биксәнтәев фамилиялы һалдат (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исемен бер кем дә хәтерләмәй) менән таныша. Ул йәш егетте белем алырға өндәй һәм аҡса эшләү өсөн Йылайыр тарафтарына, һал ағыҙырға барырға өйрәтә. Егет, тәүәккәлләп, шул уҡ йәйҙә Йылайырға юл тота. Йәй оҙоно аҡса эшләй Рәхим, ә ҡыш көндәрендә ликбез­ға уҡырға бара. Отҡор егет бер ҡышта, хәҙергесә әйткәндә, уҡыу программаһының өс йыллыҡ нормаһын үҙләштерә. 2 – 3 йыл тирәһе ғүмерен ул шулай Йылайыр тарафтарында уҙғарғас, тыуған яғы Юлдашҡа әйләнеп ҡайта һәм алыҫ түгел Абзан ауылында уҡыуын дауам итә. Һалдат Биксәнтәевҡа оҡшап, хәрби булырға маҡсат ҡуйған Рәхимдең ынтылыштарын, хыялдарын Абзан мәктәбе уҡытыусыһы Бәҙретдин Хәсәнов күтәреп ала һәм имтихандарға әҙерләй. 1925 йылда һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Рәхим Ибраһимов Ҡазан ҡалаһындағы берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбенә уҡыр­ға инә һәм дүрт йылдан һуң уны тамамлап, Бәләбәйҙә взвод командиры вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Хәҙер инде уның ҡул аҫтынан үҙе кеүек ауыл егеттәре үтә. Уҡып сыҡҡан һалдаттар, рәхмәт әйтеп, йыш ҡына үҙенә хат һәм гәзиттәргә, уны яҡшы яҡтан ғына иҫкә алып, төрлө мәҡәләләр яҙа. 1933 йылда Рәхимде Стәрлетамаҡҡа күсерәләр. Ҡыҫҡа ваҡытта тәүҙә взвод, шунан рота, аҙаҡ батальон командиры, полк командиры ярҙамсыһы вазифаларын үтәй. Философия фәндәре докторы Мира Рәхим ҡыҙы иҫтәлектәренән: “1936 йылда атайым Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнде. Бөгөнгөләй хәтеремдә, уның Мәскәүҙән ошо юғары награда менән ҡайтҡанын ярты ҡала байрам көткән кеүек ҡаршы алды. Бик күп кешеләр килде ҡотларға. Был ҡала тарихында, хатта бөтә Башҡортостан тарихында алынған тәүге орден ине”.

1937 йылдың көҙөндә Рәхим Кирәй улы ғаиләһе менән тыуған яғына ял итергә ҡайтып китә. Ләкин бер аҙна ла үтергә өлгөрмәй, уны телеграмма менән БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты сессияһына саҡыралар. Шомло, ҡурҡыныс йылдар. Ҡулға алыуҙар, эҙәрлекләүҙәр, халыҡ дошманы, тигән мөһөр һуғылып, үлем язаһына тарттырыуҙар ҡыҙған саҡ. Күңеленә шом төшкән Рәхим баш ҡалаға юл ала. Ауылда һөйләүҙәренсә, ул хатта ҡайһы бер яҡын дуҫтары менән, берәй ниндәй үкенесле хәл була ҡалһа тип, мәңгелеккә хушлашып та өлгөрә.

Аллаһы Тәғәлә рәхимле була уға ҡарата. Сессияла 1937 йылдың 21 октябрендә 33 йәшлек капитан Рәхим Ибраһимов БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә, һәм ул уны 1946 йылға тиклем намыҫ менән үтәй. Алдан әйтеүемсә, ауыр йылдарға тура килә уның етәкселек итеү дәүере. Тәүҙә репрессия, аҙаҡ дәһшәтле һуғыш. Уның хәле фронттағыларға ҡарағанда ла ауырыраҡ булғандыр. Ҡабул итеүен көтөп, бүлмәһе янында аслыҡ, яланғаслыҡ, төрлө ауырыуҙар кисергән, нахаҡҡа ғәйепләнгән кешеләр, йә булмаһа, етем ҡалған балалары менән ҡайҙа барырға белмәгән фронтовик ҡатындары, толдар көтә. Уларҙың һәр береһенә ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә, күңелдәрен йыуатырҙай һүҙҙәр табырға кәрәк. Мобилизация үткәреү, эвакуация буйынса килгән кешеләрҙе, учреждениелар­ҙы урынлаштырыу, һуғыш кәрәк-яраҡтарын етештереү – былар барыһы ла уның етәкселегендә эшләнә. Рәхим Кирәй улы Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусыларҙың береһе булараҡ та билдәле. 1942 йылдың 23 мартында ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, полковник Миңлеғәле Шайморатовҡа БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы байрағын тапшыра. Был мәлде һүрәтләгән тарихи фотоһүрәттәр музейҙарҙа һаҡлана.

Рәхим Кирәй улы бер нисә тапҡыр һалдаттарҙы оҙатып, халыҡтан йыйылған бүләктәрҙе тапшырыу өсөн делегация башында эшелон менән фронтҡа сыға. Ошо хеҙмәттәре өсөн ул 1944 йылдың мартында Ленин ордены менән бүләкләнә.

1946 йылда Рәхим Кирәй улын республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлектәренән: “Рәхим Кирәй улы һәр саҡ ябай кеше булып ҡалды. Тәүгеһенән түбән вазифа йөкмәтһәләр ҙә, ул зарланманы. Һәр эште күңелен биреп, үҙенекеләй күреп башҡарҙы. Дуҫтарын онотманы. Тыуған яғына йыш ҡайтырға тырышты. Һуғышта алынған яра асылып, дауаханаға эләктем. Рәхим хәл белергә килгән. Күстәнәскә грек сәтләүектәре килтергән дә, шаяртып: “Күрәһеңме, Мостафа, мейе формаһында. Тимәк, ул аҡыллылар ашы”, – ти. Үҙе бөтә палаталаштарыма таратып сыҡты. Йомарт кеше булды”.

Шәхес тураһындағы иң матур хәтирәләр, әлбиттә, уның ике ҡыҙында: Мира менән Таңһылыуҙа һаҡлана.

“Атайым етәкселек иткән осорҙа күп кешене бәләнән ҡотҡарҙы. Айырыуса һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны аслыҡтан башаҡ сүпләгәне өсөн башланған суд эҙәрлекләүҙәрен күпләп туҡтатты. Ялыу менән йөрөгәндәрҙе яратманы. Ул рәйес булған йылдарҙа Өфөләге Салауат Юлаев тотҡонлоҡта ултырған сиркәүҙе һаҡлап ҡалдырҙы, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул барыбер аҙаҡ юҡ ителде. Үҙе башҡаларға ҡарата изгелекле булғас, кешеләр ҙә уға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды. КГБ кешеләре берәүгә, Ибраһимовты милләтселектә ғәйепләп ялыу яҙһаң, һине төрмәнән сығарабыҙ, тигән. Оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып сыҡҡан, әммә атайымды нахаҡҡа ғәйепләүҙән баш тартҡан.

Дуҫлыҡ хисенә ныҡ тоғро булды ул. Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә бергә эшләгән дуҫтары менән дә араларын өҙмәне. Ҡайһы берҙәре менән дуҫлыҡ быуындан-быуынға күсеп, беҙ, уларҙың балалары һәм беҙҙең балалар, аралашып йәшәйбеҙ. Ейәнсураға йыш ҡайттыҡ. Йәй көндәрендә олатайҙарҙың ишек алдында, ҙур тирәк янына, ергә табын ҡоралар ине. Йырлашып, һөйләшеп төн уртаһына тиклем ултыралар. Ауыл халҡы, уны үҙ күреп, проблемаларын һөйләй, кәңәш һорай ине. Ҙур ғаиләнән бер үҙе генә ҡалғанға гел ҡайғырҙы атай, туғандарын һағынды”, – тип иҫләй Таңһылыу апай.

“Өфөлә, беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Йә эш сәфәре менән киләләр, йә ҡунаҡҡа. Райондан атайымдың таныштары, туғандары күпләп дауаханаларға килә ине. Ара алыҫ, ауырыуҙар тәүлектәр буйы юлда килә. Уларҙың хәле өсөн атайым гел борсолдо. Шуға ла, үҙенең биләгән вазифаһы менән файҙаланып, атайым Абзан ауылында участка дауаханаһын асырға булышлыҡ итте.

Беҙҙең өсөн ул донъялағы иң изге, иң аҡыллы кеше булып ҡаласаҡ. Әсәйем менән улар Ҡазанда уҡыған саҡтарында танышып, ғаилә ҡора һәм иңгә-иң терәшеп, ауыр йылдарҙы ла, ҡартлыҡ бәхетен дә бергә кисерҙеләр. Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек. Икебеҙ ҙә юғары белем алдыҡ. Атайымдар бер ваҡытта ла милләт айырманы. Минең иптәшем белорус милләтенән. Үҙ улылай яратты һәм хөрмәт итте. Бөгөн өс ейән-ейәнсәре, ике бүләһе атайымдың намыҫына тап төшөрмәй, лайыҡлы ғүмер итергә тырыша.

Атай беҙгә матди байлыҡ ҡалдырманы. Әммә уның ҡалдырған рухи байлығы һанап бөткөһөҙ. Тыуған илгә һөйөү тойғоһон ул тәрбиәләне. Белемгә ынтылыш бирҙе. Беҙ бөтә ғаилә менән театрға, концерттарға йөрөй торғайныҡ. Шул ваҡыттар онотолмаҫ яҡты хәтирәләр булып беҙҙең күңелдәрҙә ҡалды”, – Мира апайҙың күҙҙәре йәшкә тулды.

Ауылдаштары онотмай үҙ улын. Рәхим олатайҙы күреп белгәндәр һирәк хәҙер ауылда. Тик уның тормош юлы һаман да күптәргә үрнәк булып тора. Ауылдаштары өсөн ҡылған изгелектәре быуындан-быуынға онотолмай күсә килеп, һаман да иҫләп алалар.

Табип, хеҙмәт ветераны Мирсал Исмәғилев иҫтәлектәре: “Ауыл магазиндарында тәм-том юҡ ваҡытта Рәхим ағайҙың ҡунаҡҡа ҡайтыуы бөтә ауылға байрам була торғайны. Күстәнәскә ауыл балаларына етерлек кәнфит алып ҡайта. Шуға күрә балалар­ҙың хәтерендә ул донъялағы иң бай кеше кеүек ҡалған. Был үҙенә күрә ынтылыш та булып торҙо беҙгә. Уҡырға кәрәк, белем алыр­ға, һәм һинең дә күп итеп кәнфит һатып алырға мөмкинлегең буласаҡ, тигән кеүек. Һәр хәлдә, мин үҙем шулай уйланым. Уҡырға ингәс, студент йылдарында ла уларға барып йөрөнөм. Оҙаҡ итеп ауыл хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырырға яратты Рәхим ағай”.

Шәхестең исемен мәңгеләштереп, тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Юлдаш төп белем биреү мәктәбенә Рәхим Кирәй улы Ибраһимовтың исеме бирелде, музей асылды һәм юбилей саралары үтте. Сараларға ауыл халҡының һәр кеме үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ә байрамға ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың да ҡайтыуы оло ихтирам тураһында һөйләй.

“Атайым иҫән сағында тыуған көндәрен билдәләргә яратманы. Ни әйтһәң дә, ябайлығын юғалтманы ул. Бал яратты. Ауылдан күстәнәскә бал килтерһәләр, эй шатлана ине. Ҡурай моңон, башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса “Урал”ды яратты. “Перовский” бейеүенә һоҡланып ҡарай торғайны. Шуға күрә 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп үткәндә, ойоштороусыларға бер генә үтенесем булды: программаға ошо бейеүҙе индерегеҙ, тинем. Бер бәләкәй генә баланың бейегәнен иҫем китеп ҡарап торҙом. Күңелем тулды шул тиклем. Юлдаш таланттарға, шәхестәргә бай ауыл бит, ғөмүмән. Көнһылыу Солтанғужина, Сәйҙә Бикбулатова (баҡый донъяларҙа яталар) һәм Васпиямал Ишемғолованың, филармония артистарынан да артыҡ итеп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы күңелдә ҡалды. Атайым иҫән булһа, уларға ҡарап, һоҡланып, ауылдаштары менән ғорурланып торор ине, тип тыңлап торҙом. Һабантуйҙарҙа ат сабышын яратҡан атайымдың иҫтәлеге итеп еңеүсегә бүләк тә алып ҡайттым”, – тип һүҙен дауам итте Мира Рәхим ҡыҙы.

Рәхим Кирәй улына яуаплы вазифаларҙы үтәгәндә уның көслө характеры, әйткән һүҙенә тоғролоғо, ғәҙеллеге, кешеләрҙе тыңлай, аңлай белеүе ярҙам итте. Янында уға ярҙам итергә теләктәшлек белдергән дуҫтары һәм хеҙмәткәрҙәре булыуы ла мөһим роль уйнағандыр. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ул ил тормошо, донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып йәшәне. Ябай ауыл малайының ауыр йылдарҙа ла үҙ аллы белем алып, шундай вазифаларҙа эшләүе һоҡланыу хистәре уята. Ул үҙ халҡының лайыҡлы улы булып ҡаласаҡ.

Г. ҠЫУАТОВА.

p.s. Быйыл Рәхим Ибраһимовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары Ейәнсура районының Юлдаш ауылында октябрь айында үтәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”