НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Таратыуын-тараталар ҙа ул…

Таратыуын-тараталар ҙа ул…


Таратыуын-тараталар ҙа ул…Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата сираттағы “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды
Йылдағыса, апрель аҙа­ғында илебеҙҙең һәр бер ҡалаһында, район үҙәктәрендә Георгий таҫмаһын бушлай тарата башлайҙар. Закон буйынса ҡәтғи тыйылһа ла, уны ҡайһы бер ателье, матбуғат киоскыларында һа­тыуға ла сығаралар. Акция тәү тапҡыр 2005 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, баш­лан­ғайны. Шунан алып Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла 100 миллиондан ашыу Георгий таҫмаһы таратылған. Тәр­тибе бу­йынса таҫманы түшкә, ҡулға, сумкаға һәм машина антеннаһына тағырға була һәм шул рәүешле ветерандарға, фронт өсөн хеҙмәт иткән тылдағыларға хөрмәт күрһәтелергә тейеш. Быйыл был акция унынсы тапҡыр уҙғарыла.
Уйлап ҡараһаң, Георгий таҫмаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың иҫтәлегенә арналған, патриотизм символы булып торһа ла, был һуғыш­ҡа әллә ни ҡыҫылышы юҡ. Бала саҡтан фашизмды еңгән көстөң, Еңеү байрамының төҫө ҡыҙыл – һуғышта һәләк булыусылар­ҙың ал ҡаны төҫө, тип үҫтек. Пионер галстугы ла беҙгә тыныс тормош бүләк итеп вафат булыусыларҙың ҡанына мансылған тип аңлата ине өлкәндәр. Тик СССР тарҡалыу менән ҡыҙыл төҫтөң дә абруйы юғалды. Бәғзеләргә ҡыҙыл төҫ айырым бер партияның ғына символы булып тойолғандыр. Күрәләтә был фирҡәне популярлаштырып булмай ҙа баһа, Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү өсөн башҡа төрлө символ уйлап табылды.
Тик тиҫтә йыл буйына барған сара илдә изге, матур йолаға әйләнде тип әйтеп булмай. Георгий таҫмаһын кем ҡайһы еренә теләй – шунда таға. Бигерәк тә йәштәр араһында ыштан бауы итеп, сәсенә үреп, эт-бесәйенә тағып, хатта аяҡ кейеменә бау урынына бәйләп ҡуйыу­сылар ҙа бар! Ҡыҙғаныс, еңеүсе атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығы баһаланмай, түбән дәрәжәлә тигән һүҙ – совет һалдаттарының ҡаһарманлығын аяҡ менән тапап йөрөгән кеүек бит был.
Әйткәндәй, ойошто­роу­­­­сыларҙың идеяһы ме­нән килешмәйем – таҫманы машинаға, сумкаға тағыу бөтөнләй ярамаған эш. Сумканы, ғәҙәттә, билдән түбән тотоп йөрөтәһең, ә машина антеннаһынан таҫманы ел осороп алып китә. Юл ситтәрендә, бысраҡ күләүек­тәр­ҙә туҙып ятҡан таҫмалар тап транспорттан төшөп ҡала ла инде. Әгәр ҙә награда атрибутикаһын тағаһың икән, түшеңә, йөрәк тәңгәленә йәки ҡулбаш менән терһәк араһына тағырға кәрәк, минеңсә.
Георгий таҫмаһына бәйле тағы бер ҡыҙыҡлы факт – бөгөн ул Украинала барған сәйәси ыҙғыштарҙа мөһим роль уйнай. Бандерасыларға ҡаршы көрәш символына әйләнгәнлектән, илдәге ра­дикаль көстәр таҫманы күрә алмай. Хатта таҫманы тағыусыларға “колорадо ҡуңыҙы” тип исем таҡтылар. Ысы­нында, Украинала Еңеү парадын тыйған кеүек, Еңеү билдәһен дә юҡҡа сығарырға һәм киләсәктә тарихты яңыса үҙгәртеп яҙыр­ға маташыу был.
Бер яҡтан, акция тәрбиәүи яҡтан йәш быуын өсөн файҙалы һымаҡ. Ҡан ҡойошло, миллиондарса ҡорбан талап иткән һуғышты һәр саҡ хәтер­ҙә тоторға саҡыр­ған был әйбер барыһына ла бушлай таратыла. Көсләп тотторған әйберҙең бер ҡасан да ҡәҙере булмай – таҫманың унда-бында аяҡ аҫтында ятыуына аптырайһы түгел. Бәлки, уны һатып алғанда ҡәҙерлерәк булыр ине?! Ил ҡаҙнаһынан был акцияға аҙ аҡса китмәй, таҫманың үҙҡиммәте 3 – 5 һум тирәһе. Йылдан-йыл ҡиммәтләнә барған акцияға аҡса әрәм итеү мәғәнәһеҙлек кеүек. Сөнки байрам тамамланыу менән аяҡ аҫтында, сүп һауытында ятҡан таҫмаларҙы күреп йән әсей. Был аҡсаны файҙалыраҡ итеп тотоноу юлын табырға ла мөмкиндер, моғайын. Ҡыҫҡаһы, Георгий таҫмаһы акцияһын ойошто­роу­сыларҙың төптән уйлап етмәүе арҡаһында ҡайһы берәү­ҙәргә таҫма бер ниндәй хис-тойғо тыуҙыр­маған модалы әйбер кеүек кенә тойола. Таратыуын-тараттылар ҙа, тик нимә икәнен аңлатырға оноттолар.
Георгий таҫмаһын тик түшкә тағып, лайыҡлы йөрөтөгөҙ һәм олатайҙарығыҙ менән оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерегеҙ! Әгәр ҙә һеҙгә ул кәрәк түгел икән, теләһә ҡайһы ерегеҙгә таҡҡансы, унан баш тартығыҙ! Ә инде күкрәк тәңгәлендә таҫма елберләй икән, һеҙ тик изге эштәр ҡылыр­ға тейеш – ветерандарға, ҡарт-ҡороға хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итеү, сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткереү, оло хөрмәтегеҙҙе күрһәтеү – яҡшы ғәмәлдәр менән һөйөндөрөргә теләүсе ниндәй изгелек ҡылырға үҙе белер, моғайын. Иң мөһиме – Бөйөк Еңеү өсөн бирелгән үтә ҡиммәт хаҡты онотмаҫҡа!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 10:28 | Ҡаранылар: 628
|
  • «Георгий таҫмаһы» акцияһын асыҡ тип иғлан итәбеҙ
  • Байрамдан һуң…
  • Иң хөрмәтле байрам
  • Ветерандарға – ил башлығының ҡотлауы
  • Бөйөк Еңеү көнө алдынан
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM