RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Вәлиди һәм Зөбәй эҙенән

07.03.2014 Вәлиди һәм Зөбәй эҙенән

Вәлиди һәм Зөбәй эҙенәнБашҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фольклоры кафедраһы эргәһендә эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһе быйыл үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт дауамында ул үҙ ҡосағынан иңдәренә ҡанат үҫтереп, күпме шәхес осорған. Бөгөн берекмә етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Шәрипова йәш ижадсыларҙы шиғриәт, әҙәбиәт серҙәренә төшөндөрә. Универ­ситетыбыҙҙың иң әүҙем, рухлы егет һәм ҡыҙҙары төрлө ижади байрамдарҙа, юбилей сараларында ҡатнашып килә. Сират­тағы шундай бер сәфәр Ишем­бай районының Маҡар мәктәбенә илтте. Бында Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғо­ловтың тыуыуына 100 йыл тулыу киң билдәләнде.
1941 йыл. 22 июнь. Дәһшәтле һуғыш. Һабантуй еренән атҡа атлан­ған ир-егеттәребеҙ дошманға ҡар­шы ташлана. Зөбәй ҙә яуға ашҡына, тик уны уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡалдыра киләләр. Теләге барыбер тормошҡа аша – 1942 йылда Өфө пехота училищеһына уҡыр­ға китә лә, ике ай ҙа үтмәй, алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Шулай итеп, Зөбәйҙулла илде һаҡлаусылар сафына баҫа. Зөбәй Үтәғоловтың бәләкәс улы Рөстәмгә яҙған хаты һәм котелогы Ростов өлкәһенең Красновка ауылындағы 13 Советтар Союзы Геройы музейында башҡа экспонаттар менән бергә һаҡлана.
Ростов өлкәһенең Красновка станцияһы. Станция яғынан дошман дзоттары баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй, туҡтауһыҙ үлем сәсә. Дошман менән бәрелеш аяуһыҙ ҡаты була. Ни бары 13 кенә һуғышсы иҫән ҡала. Араларында күкрәгенә мина ярсығы тейгән Зөбәй Үтәғолов та була. Ҡоторонған фашис­тар батыр гвардеецтарҙы тереләй ҡулға тө­шөрә алмағас, буйһонмаҫ ҡәлғәгә әйләнгән мәктәпте уратып һалам өйөп, ут төртә. Ә беҙҙең һалдаттар, атыша-атыша, “Интерна­ционал”ды йырлап һәләк була. Ишембай егетенең һуңғы минуттары хаҡында котелогы һөйләй. Уның тышына штык осо менән сыймаҡлап былай тип яҙылған: “Беҙ икәү генә ҡалдыҡ. Танкылар килә. Бәхил булығыҙ. Зөбәй”. 13 ҡаһармандың тиңдәш­һеҙ батырлығы хаҡында хәбәр тиҙ арала бөтә илгә һәм фронтҡа мәғлүм була. 1943 йылдың 31 мартында “Правда” гәзитендә СССР Юғары Советы Президиумының 13 гвардеецҡа (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһындағы Указы сыға.
Белем алырға булған дәрте, һәләте менән Зөбәй тыуған ауылы Баҡыйҙан йәйәүләп, ер аяғы ер башында ятҡан Маҡарҙағы 2-се баҫҡыс крәҫтиән йәштәр мәктәбенә уҡырға йөрөй. Бында уға буласаҡ атаҡлы төркиәтсе, профессор Жәлил Кейекбаев менән бергә белем алыу бәхете тейә. Яҡты хыялдар менән йәшәгән Зөбәй­ҙулла 1939 йылда Башҡорт дәүләт пединститутының (хәҙерге БДУ) филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Студент йылдарында Һәҙиә Дәүләтшина менән бергә “Шоңҡар”ға йөрөгән. Был беҙгә, “Шоңҡар”ҙың йәш ағзаларына, тырышып уҡырға, яңынан-яңы асыштар яһарға, ижад ҡомарына сумырға ҙур этәргес булып тора. Маҡарҙарҙан саҡырыу хаты килеп төшөүе беҙҙе бик шатландырҙы. Зөбәй йөрөгән юлдарҙан йөрөү, тыуған яҡтарына, туған мәктәбенә барыу бәхете гел тәтемәй ҙә баһа!
Төрлө төбәктән килгән ҡунаҡтарҙы ишембайҙар бик йылы ҡаршы алды. Мәктәп менән танышыуҙы музейҙан башланыҡ. Унда халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Зөбәй тураһында бик күп мәғлүмәт, китап, фотоһүрәт һаҡлана.
Кисәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ленин исемендәге 2-се лицейҙан да ҡунаҡтар саҡырылған. Был уҡыу йорто ла Зөбәй исеменә һәм эшмәкәрлегенә бәйле хәтирәләр һаҡлай.
Мәләүез районының Юлдаш ауылынан килгән ҡунаҡтарҙың да уртаҡлашыр иҫтәлектәре бар ине. Ҡулына юғары уҡыу йорто дипломын алғас, Зөбәй Үтәғолов Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлаған. Тағы бер йылдан Салауат районының Ар­ҡауыл урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнгән. Ҡайһы ғына төбәктә булмаһын, талапсан, сабыр, балаларҙы яратҡан, аҡыллы уҡытыусы булыу менән бер рәттән, оҫта ҡурайсы ла, бейеүсе лә, йырсы ла булғанын һәр ерҙә йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар. Беҙ ҙә, геройыбыҙға арнап, факультетыбыҙҙа хәтер кисәһе үткәргәйнек.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар директор вазифаһын башҡарған Харис Фәтҡуллин: “Мәктәбебеҙҙең ғорурланырлыҡ шәхестәре бик күп. Беҙ уларҙың береһен дә онотҡаныбыҙ юҡ. Шулар араһынан Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов илебеҙҙе һәм беҙҙең мәктәбебеҙҙе, республикабыҙҙы донъяға билдәле итте. Беҙ батырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләгән сараларҙы йыш үткәрәбеҙ ”, – тине.
Сара шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Беҙҙе уҡыусыларҙың Зөбәй­ҙең бала саҡ мәлен оҫта итеп башҡарыуы һоҡландырҙы. Өлгөлө “Селтербей” ансамбленең һәр сығышы тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Беҙҙе ошо уҡ ауылда урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла алып барҙылар. Ундағы тарихи ҡомартҡыларҙы ҡарап, бай музейҙан үҙебеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр туплап ҡайттыҡ. Юл ыңғайында Көҙән ауылына инеп, Зәки Вәлидиҙең йорт-музейына ла индек. Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡындағы белемебеҙҙе байытып, тағы ла илһамланып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Бына шулай бер көнлөк кенә, әммә бай сәфәребеҙ ғүмергә онотмаҫлыҡ иҫтәлектәр ҡалдырҙы.

Фәниә ЮЛАНОВА,
БДУ студенты,
“Шоңҡар” әҙәби-ижади
берекмәһе ағзаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”