RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»

07.02.2014 «Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»

«Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»Ошо көндәрҙә Өфөнөң “Алма” антикафеһында шағир Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе үтте
Хәтер кисәһе ойошторолоуы тураһында ишетмәҫ әле үк, 18 ғинуарҙа, әллә нишләп Ғилман ағай Ишкинин иҫкә төштө. Ул шундай киң күңелле, мәрхәмәтле, шаян ине, йылы һүҙен, яғымлы ҡарашын бер кемдән йәлләмәне – йөрәгенә бар донъя һыйғайны. Шағирҙың күңел йылыһы хатта миңә лә, шиғриәткә бөтөнләй ҡағылышы булмаған кешегә лә, етте. Бар таныштарына, дуҫтарына кеүек, миңә ҡарата ла иғтибарлы ине: осраған һайын ҡосаҡлап күрешеп, һылыу, көлөүеңде яратам, көл әле берҙе, күңелемдең аҫтын-өҫкә килтер әле, тип шаярта торғайны. Танышҡан саҡта “һылыу” тип өндәшкәне хәтерҙә. Шул һүҙенән йәнем иреп киткәйне (шағир кеше һинең әллә бар, әллә юҡ матурлығыңды таныһын әле!). Үҙемде сибәрҙәрҙең сибәре итеп тойҙом. Аҙаҡ ҡына һүҙгә һүҙ эйәреп, Ейәнсурала “һылыу” тип һеңлекәшкә ҡарата өндәшкәндәре асыҡланды. Эй, шуға эсем бошҡаны...
«Ҡулыңды бир, туған, ҡабат тыуам!»1996 йылдың 11 декабрендә Ғилман ағай урамда осрап, минең шиғырҙарҙы баҫтылар бит, шулар­ҙы уҡып, үҙ фекереңде белдер, тип “Ашҡаҙар” гәзитен тотторҙо. Шунда уҡ уҡый башлағайным, бында, юл уртаһында түгел инде, Баныу, ҡайтҡас, ятып, хисләнеп уҡыр­һың, тип көлөп, гәзитте урталай йыртып, үҙенең шиғырҙары баҫылған өлөшкә нимәлер яҙып (бағышлама икәнен аҙаҡ күрҙем), сумкама тыҡты. Ҡайтҡас, ул әйткәнсә, ятып, хисләнеп уҡыным шиғырҙарын һәм... шағир­ға ғашиҡ булдым. Мин тәүҙән үк Ғилман ағай­ҙың үҙенсәлекле, тәрән мәғәнәле, ныҡ хисле шиғыр­ҙарын үҙ иттем. Ул түгел, үҙем яҙған кеүек инем шиғри юлдарҙы. Шағир­ҙы ҡаҡшат­ҡан, тетрәндергән, ғашиҡ иткән, һоҡландырған, албыр­ғатҡан тормош миңә бик яҡын таныш ине.
Аҙаҡ мин, уҡыуымды тамамлап, үҙ яғыма ҡайтып киттем, уны оноттом. Күп йылдар үткәс, бер көндө телефонда таныш тауыш ишетелде:
– Һылыу, көлөүеңде һағындым, көл әле!
– Ғилман ағай! – тип аптырап та, ҡыуанып та көлдөм, ул, эй, күңелем булды, көлөүең бер ҙә үҙгәрмәгән, тип трубканың икенсе яғында ихлас шарҡылданы. Айһылыу ҡыҙы менән бер фатирҙа йәшәгән һеңлемдән телефонымды алып, шылтыратҡайны. Шунан һуң ул миңә, хәлдәремде белешеп, йыш шылтыратты, тормошо, үҙҙәренең мәсет төҙөүе тураһында һөйләне. Ҡыҙыҡ итеп, көлә-көлә хәбәрен теҙә ине ул һәр саҡ. Ә мин шул көлөүе артында һағышты һиҙәм, күңелендәге ауырлыҡты тоям, йөрәк ауырлыҡтарҙан һығылғанда ғына шулай көлөп булғанын беләм. Тик ул бирешмәй, ҡыйынлыҡтар бар, әммә йырып сығырбыҙ әле, тип мине көлдөрөүен дауам итә.
Ә бер көн, Өфөлә йөрөп ятам, тигәс, ул, бәй, мин дә Өфөлә бит, әйҙә, осрашайыҡ, тип тәҡдим итте. Спектаклгә барабыҙ, һуң булып китер, тинем, ә Ғилман ағай, һуң булһа ла осрашабыҙ ул, тип көлдө. Ҡыҙыҡ инде: спектаклдән һуң бер автобусҡа инеп кенә ултыр­ғайныҡ, артҡы яҡтан Ғилман ағай­ҙың тауышы салонды яңғыратты: "Баныу!" Ҡырҡмаһа ҡырҡ автобус араһында нисек шулай тап килгәнбеҙҙер, хайран ҡалырлыҡ... Ул ныҡ үҙгәргәйне, тауышы ғына шул уҡ ине. Бергә фатир­ға килеп индек, күмәкләшеп Ғилман ағай килтергән торт менән сәй эстек. Аҙаҡ икәү ултырып ислам дине (ул намаҙға баҫҡайны), “Күк бүре” ойошмаһы (ул шуның ағзаһы ине), мәсет төҙөү, шиғриәт тураһында бер аҙ һөйләшкәс, сәғәткә ҡарай башланым. Ул шуны күреп, уңайһыҙланды, һиңә йоҡларға кәрәк, тип ҡайтырға йыйынды. Учалыла йәшәгән Айгөл һылыуымды ташламағыҙ инде, ярҙам итегеҙ, тине кейенгәнендә. Һеңлең үҙе башҡаларға ярҙам итерлек, көслө бит ул, тип көлдөм. Көслө кешеләргә лә терәк кәрәк, тине.
Ишекте ябыр саҡта, шылтырат­һам, трубканы ал, аралашып йәшәйек, тип йылмайҙы. “Йәшәйек” тине, ә үҙе шунан һуң күп тә үтмәне, 2011 йылдың 5 февралендә, әсәһенең хәлен белешергә тип, тыуған ауылына ҡайтып барған саҡта, юл ҡазаһында һәләк булды. Шунда оҙағыраҡ һөйләшеп ултырһам ни була инде, тип терһәгемде тешләрҙәймен, һаман­ғаса үкенестәрҙең үҙәктәрҙе өҙөүе...
Уның кеүек ихлас, эсендәгеһе тышында булған, башҡаларҙың шатлығынан башы күккә тейгән, ауыртынғаныңда йәнен бүлеп бирерҙәй булған тағы ла берәйһе бармы икән хәҙер?! Ниндәй дәрәжәлә саф күңелле, батыр йөрәкле, ниндәй рухи бейеклектә булыр кәрәк бының өсөн – иҫең китер! Ә бит ул, шундай рухи бейеклектәрҙе яулаған шәхес, ябай кеше булып ҡалды, танау сөймәне.
Сараға Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан шағирҙың уҡытыусыһы ла, синыфташы ла килгәйне. Уларҙың хәтирәләре беҙ белгән Ғилман ағайҙың һынын күпкә байытҡан төҫлө булды. Ғөмүмән, хәтер кисәһенә килгәндәр­ҙең барыһы ла уның күркәм кешелек сифаттарын, үҙенсәлекле талантын билдәләне. Ижадташ дуҫтары, яҡындары, таныштары, яҡташтары йылы хис-тойғолар менән Ғилман ағай тураһында хәтирәләре менән бүлешкәндә ул яныбыҙҙа кеүек ине. Ауыҙы, һәр ваҡыттағыса, йырыҡ, уңайһыҙланғандай ҙа, ә үҙенең хатта ла күңеле булған һымаҡ ошо тамашанан. Килгән һәр кем уның шиғырын уҡыны, һөйләне – шағирҙы шул тере итте, буғай. Һәм шул шағирҙы йәшәтәсәк тә...










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”