RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Саф йөрәге аша моң таратты

19.07.2013 Саф йөрәге аша моң таратты

Саф йөрәге аша моң тараттыРөстәм Шәрипов башҡорт ҡурайының данын Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә арттырыу өсөн күп көс һалды
Китте ҡурайсы дуҫ.
Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө
шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай,
ят ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай,
ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-
юрай ҙа.
(Р. Ғарипов).

Арабыҙҙан бер-бер артлы затлы шәхестәребеҙ китеп бара… Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тағы үҙенең ҡара ҡорғандарына төрөндө – күптән түгел атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Иршат Сира­жетдинов, рус халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Гүзәл Измай­лованы бер-бер артлы мәңгелек йортҡа оҙатып, йәш ҡурайсы, бик күп республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шәриповтың көтмәгәндә вафат булып ҡалыуы йөрәктәребеҙҙә мәңге уңалмаҫ ауыр яра ҡалдырҙы.
Рөстәмде бигерәк тә яҡташтары, Урал аръяғы халҡы өҙөлөп яратты – ул, ни бары 36 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар­­ҙың оло һөйөүен яулап өлгөргәйне.
Рөстәм Шәрипов һөйөү һәм йылы мөнәсәбәттәргә сорнал­ған ғаиләлә донъяға килә. Тәүге һәм көтөп алынған ул, ейән булараҡ, малайҙы тәрбиәләүгә барыһы ла үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ике туған ағай-апайҙарының ҙур теләк менән рәхәтләнеп ҡустыһын ҡарашыуы ата-әсәгә ярҙам була, ә ҡарт­атай менән ҡартәсәй, үҙебеҙ тәрбиәләйбеҙ, тип, Рөстәмде балалар баҡсаһына бирмәй. Тап улар малайҙа тәү тапҡыр йыр-моңға, милли мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. Ололарҙың серле әкиәттәре, фәһемле риүәйәттәре, төрлө йырҙары аша егеттең тәртипле, яғымлы, йомшаҡ, изге күңелле булмышы һалына һәм тормош юлында һәр саҡ уны оҙата килә.
Егет Өфөгә уҡырға килгәс тә, уның ыңғай, күркәм холҡона барыһы ла ылыға. Шуға күрә дуҫтары күп була, кемдер иң яҡынына әүерелһә, берәүҙәр ситтән тороп та асыҡ, ихлас кеше менән аралашыуға шат була. Күптәр белмәй­ҙер, Рөс­тәм Шәриповтың һалдатҡа алын­ған мәле 1995 йылдағы тәүге чечен һуғышына тура килә. Был осор мәғәнәһеҙ һуғыштың иң ҡаты, сыуалыш мәле булараҡ тарихҡа инеп ҡалды. Мәх­шәрҙең эсендә ҡайнаған ир бер ҡасан да был хаҡта хәтерләргә яратмай. Архи­тектура ҡомартҡыһы булған йорттарҙың юҡҡа сығыуын, йән дуҫтарының күҙ алдында һәләк булыуын, урындағы халыҡтың ғәйеп­һеҙгә ҡырылыуын, әлбиттә, хисле кеше күңеленә яҡын алмайынса ҡалмай. Әрменән һуң, тыныс тормошта төндәрен йоҡо бирмәй ыҙалата чечен ерендә күргән-кисергәндәре. Аяҡһыҙ, ҡулһыҙ мәйеттәр, үлгән әсәһен ҡосаҡлап илаған сабыйҙар, бомба шартлауы, автоматтар тыҡылдауы һәм башҡа ҡот осмалы күренештәр күҙ алдынан кинотаҫма кеүек үтә, һаташтыра. Күрәһең, ошо ваҡытта уҡ Рөстәм барыһын да, иләк аша иләгән кеүек, йөрәге аша үткәрә. Әллә күпме күргән михнәт-ауырлыҡтар, һуғыш ғазабын моңдары аша түккәнгә күрәме, Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәмил Ғәйзуллин кеүек ҡурайсыларға һәләтле алмашсы булып, тиҙ арала танылыу яулай.
2001 йылдан алып өҙлөкһөҙ гастролдәрҙән бушамай Рөстәм Шәрипов. Бындай артистың, ғәҙәттә, елдәр уйнап торған ҡунаҡхана бүлмәләре, йыш ҡына һыуыҡ тейҙереү, өҙөп-йолҡоп туҡланыу кеүек күренештәр тормош рәүешенә әйләнә. Ләкин тик репертуарын байытыу, тулыландырыу менән шөғөлләнгән, уны тиҙерәк тамашасыға еткерергә тырыш­ҡан музыкант был етешһеҙлектәргә күҙ йомоп ҡарай. Башҡарыусы булараҡ, инструментты профессиональ кимәлдә ҡулланыуҙың иң юғары дәрәжәһенә етә, ҡурайҙың күберәк акустик яңғырашына өҫтөнлөк бирә. Уныңса, милли инструментты саф, боронғо “тере” тауыштар оҙатыуында яңғыратыу күпкә отошлораҡ, сөнки этник музыка тәүбашлан­ғыстар­ға алып ҡайта, һиңә тиклем булған ваҡиғалар хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ләкин бындай музыка форматы тамашасы араһында популяр түгел, күптәре еңел-елпе көйҙәрҙе үҙ итә, бигерәк тә йәштәр. Берәй ҡасан милләтебеҙҙең моң зауығы үҙгәрер, барыһы ла дөрөҫ сәнғәт йүнәлешен һайлар, тип хыяллана Рөстәм. Башҡорт милли инструменттарында оҫта уйнаған, улар менән яңы, ҡыйыу аҙымдар яһаған йәш башҡарыусыларҙы хуплай, дәртләндерә. Ғөмүмән, илен, телен ысын күңелдән, эскерһеҙ һөйгән кеше булараҡ, милләтенә, Башҡортостанына ҡағылған һәр уңышһыҙлыҡты ауыр кисерә Рөстәм Шәрипов.
Ҡатынына, улына һәм ҡыҙына ҡарата иғтибарлы, хәстәрле ир була ул. Хәләл ефете Әлфиә Ғәлләмова һөйләүенсә, Рөстәм һәр ваҡыт ғаиләһенә өҫтөнлөк биргән. Эштә проблемалар баҫып китһә, тиҙерәк яҡындары янына ашыҡҡан, гастролдән арып ҡайтып, иң тәүҙә һөйгәнен, балаларын ҡосаҡлап алған, шау-шыуҙан тынысланған. Әлфиә иренең таянысы ғына түгел, үҙе лә сәнғәт кешеһе булараҡ, иң тәүге кәңәшсеһе лә – яңы моң ижад итеү менән Рөстәм уны ҡатынына уйнап күрһәтер булған. Сөнки хәләл ефетенең баһаһы уға мөһим һәм ҡәҙерле булып ҡалған.
Яҙғыһын Рөстәм йөрәк тәңгәлендә ауыртыуҙар хаҡында әйтә. Табиптарға йөрөп, кәрәкле анализдарҙы биргәс, тикшереү үткәс, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында етешһеҙлектәр асыҡлана. Артисҡа эште туҡтатырға, дауаланырға тигән һүҙ ҙә, кәңәш тә булмай. Июндә Рөстәм хеҙмәттәштәре менән Силәбе өлкәһенә гастролгә юллана… Был сәфәр уның ҡыҫҡа, ләкин сағыу тормошонда һуңғы гастроль булыуы берәүҙең дә башына килмәгәндер. Өфөгә ҡайтҡас, йөрәгенең ауыртыуына түҙмәгән ҡурайсыны дауаханаға һалалар. Бына ошо ерҙә, байтаҡ йылдар уҙғас, һуғыш афәте егетте ҡыуып етә һәм түшенән матҡып тотоп ала… Баҡһаң, ҡанһыҙ һуғышта етди йөрәк сиренә дусар ителгәнен дә аңламай, ҡурайына, үҙ милләтенә арымай-талмай тоғро хеҙмәт иткән яратҡан ҡурайсыбыҙ. Утлы нөктәләрҙә хеҙмәт итеүселәрҙең күбеһе тормошта яман ғәҙәттәргә бирелеүсән, йә үҙ-үҙенә ҡул һалыу­сан. Һуғыш хәтирәләре яңырыу менән агрессиянан яфаланыусылар ҙа бар. Ләкин Рөстәм бындай кире ҡылыҡтар­ҙан, психик яфаланыу­ҙарҙан ситтә торҙо. Яу эсенән иҫән-һау ҡайтҡан егет тормошто ярата, йәшәргә ынтыла, кешелеклелеген юғалтмай. Кардиологтар әйтеүенсә, һәр көсөргәнешле хәл-ваҡиға ирҙе һағалап ҡына торған, тик үҙе быны һиҙмәгәнме, әллә түҙемлеге, сабырлығы арҡаһында көслө булып күренгәнме? Был хаҡта ҡатыны һаман да баш вата, ҡасан, нимәне күрмәй ҡалдым, тип үҙ-үҙен ғәйепләй.
– Рөстәмем тыныс йоҡлаһын, тип, үҙемде ҡулға алырға тырышам, сөнки балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн артабан йәшәргә көс кәрәк, – Әлфиәнең иң­енә төшкән һынауҙы, һыҙланыуҙы ябай һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел шул.
Иртә, бик иртә арабыҙҙан китте Ҡурайсы… Концерттарҙа ҡояш кеүек балҡып, йәшлек нуры сәсеп торған музыканттың бүтән булмаясағына ышанғы ла килмәй. Бына тағы бер аҫыл башҡорт улының йөрәге туҡтаны, ләкин уның ижад иткән моңдары әле оҙаҡ ваҡыт күңелдәргә көс биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор.

...Туҡта! Китһәң дә һин
ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә,
ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең
моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер
юрайсы...



Азат АЙЫТҠОЛОВ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡор­тостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Рөстәм менән беҙ бер ауылдан, шуға күрә уны бик яҡшы белә инем. Кешелек сифаттары тик ыңғай булды – баҫалҡы, тура һүҙле, әйткән һүҙендә торған, тоғро, ышаныслы егет ине. Ул хатта үҙенең «ҡыҙыу нөктә»нән ҡайтҡан ветеран булыуы хаҡында өндәшкәне булманы, мин был хаҡта үлеменән һуң ғына ишеттем. Ә бәғзеләр аҙым һайын был хаҡта яу һалырға ярата. Башҡортостанда, Рәсәйҙә, бик күп сит илдә ҡурайҙың данын арттырыу өсөн күп көс һалды ул. Рөстәм беҙҙең оло быуынға алмашҡа килгән иң талантлы, көслө ҡурайсыларҙың береһе ине. Ерләүҙә кеше бик күп булды, барлыҡ республика буйынса ҡурайсылар Рөстәм Шәриповты һуңғы юлға оҙатыр­ға килде. Насар, һәләтһеҙ кеше булһа, халыҡ уны ихлас яратыр инеме?! Ер ҡуйынына тапшырғансы оҙатып барҙыҡ егетте. Башҡортостандың сәнғәт донъяһы оло юғалтыу кисерҙе.

Рөстәм БАҺАУВ, ҡурайсы:
– Сәнғәт училищеһында бергә уҡыған, бер осорҙа армияға барып ҡайтҡан, ә туйында күңел асҡан дуҫты юғалтыу бик ауыр булды… Күп эшләне Рөстәм, тик бер ҡасан да, арыным, тип, бәләһен һалып йөрөмәне. Мин бер ҡасан да уның һаулығына зарланғанын ишетмәнем, түҙем, сабыр кеше ине бит ул. Осрашып, күңелде бушатҡансы асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алған мәлдәрҙә лә донъяның ауырлығына һылтанманы. Һөнәрен ысын күңелдән яратҡан кеше булғанға күрә сәхнәлә арыу-талыуҙарын һиҙмәгәндер ҙә, ахыры. Иң әсендергәне – талантлы, ҡурайҙы төрлөсә яңғыратырға ҡурҡмаған ҡыйыу музыкантҡа хөкүмәт тарафынан абруйлы исем бирелмәне. Сит илдәрҙә башҡорт ҡурайын күрһәтергә тигәндә тик Рөстәмде йөрөтһәләр ҙә, республикала ижадын баһаларға теләмәнеләр, белмәмешкә һалыштылар. Быға ниндәй йөрәк түҙһен, һәр ижад кешеһенең үҙәгенә үтер бындай бөтмәҫ-төкәнмәҫ көтөү.
Һуңғы тапҡыр беҙҙең һөйләшеү Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәре хаҡында булды, быйыл Рөстәм был бәйгелә ҡатнашырға теләй ине.
Насар ғәҙәттәре булманы, тик йөрәгендә Чечня мәңгелеккә уңалмаҫ яра булып ҡалғандыр, күрәһең, әрәм булды дуҫым, бик әрәм. Уның бик күп ижад ителмәгән моңдары, яңғыратылмаған көйҙәре ҡалды, үкенесле…

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”