НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй

Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй


Атайым Шәғивәли Күсәповтың, уның бер туған ҡустыһы Әптелкәбирҙең ҡайҙа һәләк булыуын нисек асыҡларға икән?
Оҙаҡ ваҡыт уйланып йөрөй торғас, ҡулыма аҡ ҡағыҙ алып, хат яҙырға булдым. Мин 1941 йылдың 10 июнендә ғаиләлә дүртенсе бала булып Йомағужа районының Кәшәлә ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым дәһшәтле һуғыш йылдарында үтте. Атайым Шәғивәли Ғимран улы Күсәпов 1941 йылдың 16 февралендә ағайым Мөхәмәтғәли Нәҙершин менән бергәләп фронт­ҡа китә. Тәүҙә бергә хеҙмәт иткәндәр, аҙаҡ улар­ҙы айырғандар.
Атайым һуғышҡа киткәндә улы Рәшиткә ни бары ете йәш булған. Ағайымдың арҡаһынан һөйөп: «Мин ҡайтмаһам, минең урынға йорт ҡаҙығы булырһың», − тигән. Шулай итеп, Рәшит ағайым, Кәшәлә ауылы халҡы тыуған ерҙәрен ташлап күсеп китеп бөткәс тә, тыуған нигеҙҙе ҡалдырып китмәй, бер үҙе донъя көттө. Һуңынан, ныҡ ҡартайғас ҡына, балалары үҙҙәренә алып ҡайтты. Күп тә торманы, донъя ҡуйҙы.
Атайымдың хаттары һуғыш яланынан бер-бер артлы килеп торған. Һуңғыһын ул үҙе яҙмаған, кемдер икенсе телдә бер-ике һүҙ менән нимәлер яҙған. Әсәйем Миңһылыу Күсәпова был хатты Әбет ауыл советына алып барып уҡытып ҡарарға булған, әммә яҙыусының телен аңламағас, берәй­һенән уҡытырмын тип, уны алып ҡалғандар. Шулай итеп, атайымдың һуңғы хаты юғала, унда нимә тураһында яҙылғанын бер кем дә белмәй. Ошонан һуң ҡәҙерле кешем тураһында беҙ бер нәмә лә ишетмәнек, үҙе лә тыуған яғына әйләнеп ҡайтманы. Беҙҙең ауылдан һуғышҡа 15 кеше алына, дүртәүһе генә иҫән ҡайта.
Һуңынан атайымдың бер туған ҡустыһы Әптелкәбир Ғимран улы менән Зәки Олоҡман улын һуғышҡа алалар, үкенескә күрә, улар ҙа хәбәрһеҙ юғала.
Шулай итеп, беҙҙең өйгә бер-бер артлы «ҡара ҡағыҙ»ҙар килде.
Һуғыш бөткәс, иҫән яугирҙар тыуған яғына ҡайтты, Ғәләүетдин ағай ҙа килеп төштө. Сания апайым менән мин ағайымды күрергә барҙыҡ. Уның беҙҙең менән бер тиҫтер ике ҡыҙы бар ине. Беҙгә һурғыс кәнфит тотторҙо, беҙ ундай тәмлекәсте күрмәгәс, эй ныҡ ҡыуандыҡ. Ҡыҙҙарына бүләктәр ҙә алып ҡайтҡан. Беҙ апайым менән ҡайтып әсәйемә: «Атайыбыҙ иҫән булһа, беҙгә лә шундай бүләктәр алып ҡайтыр ине», − тип һөйләп, илайбыҙ. Әсәйем дә беҙҙе ҡосаҡлап йәш түгә.
Әсәйем яңғыҙы дүрт бала менән ошо ауыр тормошта тороп ҡалды. Беҙ бирешмәнек, үҫтек, тырышып эшләнек, дүртебеҙ ҙә матур итеп донъя көттөк. Туғандарымдың барыһы ла баҡый донъяға күсте инде.
Үҙем 1958 йылда Бөрйән районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Низаметдин Ғәлинға кейәүгә сыҡтым. 55 йыл бергә донъя көттөк, биш малай, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта иптәшем вафат булды. Балаларым үҙ аллы донъя көтә.
Был хатты яҙыуымдың маҡсаты шунда: нисә йыл инде атайым Күсәпов Шәғивәли Ғимран улы тураһында белгем килә. Ҡайҙа ятып ҡалған? Бәлки, берәй ерҙә ҡәбере барҙыр? Ошо һорау­ҙарыма берәй нисек яуап таба алмаҫһығыҙмы икән, тип мөрәжәғәт итәм. Һәм тағы бер һорауым бар: ошо һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ветерандар үҙҙәренең күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградалар, миҙалдар, пенсияһын алды. Ә бына һуғышта башын һалғандар, беҙҙең атайҙарыбыҙҙың балаларына берәй төрлө закон ҡаралмаҫмы икән? Депутаттар был турала нимә уйлай икән?

Сабира КҮСӘПОВА.
Бөрйән районы,
Мәҡсүт ауылы.

Редакциянан. РФ Оборона министрлығы архивынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 1942 йылдың 15 февралендә һуғышҡа алын­ған Шәғивәли Күсәпов 1942 йылдың июнендә хәбәрһеҙ юғала. Ҡайһы фронтта булыуы билдәле түгел. Зәки Миһран улы (Хәтер китабында шулай яҙылған – авт.) Күсәпов 1942 йылдың 8 авгусында хәбәрһеҙ юғала. Ә Әптелкәбир Ғимран улы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Сабира апай, беҙ һеҙҙең хатығыҙҙы Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядына тапшырырбыҙ. Бәлки улар яҡындарығыҙҙың ҡайҙа хеҙмәт итеүе, ерләнгән урындары тураһында берәй яңылыҡ әйтә алыр.

Сығыу ваҡыты 13-05-2013, 12:28 | Ҡаранылар: 1400
|
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • «Ниндәй байлыҡтан да ҡиммәт бит ул, Минең атай, тиеп әйтеүе»
  • Эҙәрмәндәр, бәлки, табышыр
  • Һеҙҙең атайығыҙ булыуы ихтимал
  • Ҡайҙа ерләнде икән?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM